Антоний Пиотровский

Антоний Адам Пиотровский (пол. Piotrowski Adam Antoni, 7 сентябрь 1853 йыл — 12 декабрь 1924 йыл) — поляк рәссамы һәм иллюстраторы. Нетулишка ҡалаһында (Кунува янында) тыуған.

Антоний Пиотровский
пол. Antoni Piotrowski
Фотография
Тыуған:

7 сентябрь 1853({{padleft:1853|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:7|2|0}})[1][2][3]

Тыуған урыны:

Nietulisko Duże[d], Кунув[d], Островецкий повет[d], Свентокшиское воеводство[d], Польша

Үлгән:

12 декабрь 1924({{padleft:1924|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:12|2|0}})[4][2] (71 йәш)

Үлгән урыны:

Варшава, Польша Республикаһы[d]

Ил:

 Польша

Имза:

 Работы

Тормошо һәм ижады

үҙгәртергә

Нетулишек ҡойоу заводы управляющийы ғаиләһендә тыуған.

 
Яҙ

Антноий Пиотровский һынлы сәнғәткә Варшавала профессор Герсон Войцехта уҡыған. 1875 йылда Мюнхенға китә, Кесе Вильгельм фон Линденшмит менән бергә уҡыуын дауам итә. 1877 йылдан — Ян Матейко класында Краков нәфис сәнғәт мәктәбендә уҡый.[5]

1879 йылда инглиз гәзите хәбәрсеһе булараҡ тәүге тапҡыр Болгарияға килә 1880 йылдар башында Парижда йәшәгән. 1885 йылда инглиз һәм француз гәзите хәбәрсеһе һәм иллюстраторы булып Болгарияға яңынан килә. 1885—1886 йылдарҙағы серб-болгар һуғышында ҡатнаша, фронтҡа үҙ теләге менән китә. Хәрби батырлыҡтары өсөн болгар тәреһе һәм миҙалдары менән бүләкләнә. 1885—1886 һуғыш йылдарына арнап туғыҙ картина һәм бик күп һүрәттәр яҙған. Болгар кенәзе Фердинандтың үтенесе буйынса уның портретын яҙа, гражданлыҡ ҡаҙаныштары өсөн Командор тәреһенә лайыҡ була. 1900 йылда Варшаваға ҡайта. Поляк рәссамдарының «Сәнғәт» ширҡәте ағзаһы була 1905 йылда Маньчжурияла хәрби хәбәрсе булып эшләй.

А. Пиотровский, нигеҙҙә, жанр сәнғәте ижад иткән, шулай уҡ тарихи полотнолар һәм портреттар яҙа. Иң яҡшы эштәренә түбәндәгеләр инә: «Рекурттар походы», серб-болгар һуғышы тураһында «Нимфалар һәм Сатиралар» картиналар циклдары , кн. Александр Баттембергский һәм кн. Фердинанд Румыния портреттары , Польша хроникаһына иллюстрациялар.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. RKDartists (нидерл.)
  2. 2,0 2,1 Antoni Piotrowski // Польский биографический онлайн-словарь (пол.)
  3. https://cs.isabart.org/person/136837
  4. Antoni Piotrowski // https://cs.isabart.org/person/136837
  5. Ангелова, Леонора Антони Пьотровски – свидетел и хроникьор на княжеското време (болг.). Antoni Piotrowski – witness and chronicler of the Imperial period – by Leonora Angelova. АРТ (2002). Дата обращения: 15 ноябрь 2012.