Андреев Евгений Васильевич
Андреев Евгений Васильевич (29 декабрь 1936 йыл — 27 март 2011 йыл) — тимер юл тармағы алдынғыһы. 1968—1992 йылдарҙа Көньяҡ-Көнбайыш тимер юлы Казатин станцияһының локомотив депоһы машинисы. Социалистик Хеҙмәт Геройы[1].
Андреев Евгений Васильевич | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Тыуған көнө | 29 декабрь 1936 |
Тыуған урыны | Козятын, Винница өлкәһе, Украина Совет Социалистик Республикаһы, СССР |
Вафат булған көнө | 27 март 2011 (74 йәш) |
Вафат булған урыны | Козятын, Винница өлкәһе, Украина |
Ерләнгән урыны | Казатин[d] |
Сәйәси фирҡә ағзаһы | Советтар Союзы Коммунистар партияһы |
Ҡатнашыусы | XXVII съезд КПСС[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Биографияһы
үҙгәртергәЕвгений Васильевич Андреев Винница өлкәһенең (Украин ССР-ы) Казатин ҡалаһында эшсе ғаиләһендә тыуған. Милләте рус. 1953 йылда 7 класс, ә 1955 йылда — 2-се Казатин тимер юл училищеһын тамамлай. Паровоз кочегары булып үҙалы хеҙәт эшмәкәрлеген башлай.
1957 йылда Совет Армияһына хеҙмәткә саҡырылған. Сахалин утрауында дислокацияланған пушка артиллерия бригадаһында тягач механик-водителе вазифаһында хеҙмәт иткән. 1959 йылда тыуған яғына әйләнеп ҡайта, Казатин-1 станцияһында паровоз депоһында эшләй. 1960 йылда Киев тимер юл транспорты техникумына уҡырға инә. Техникумды тамамлағандан һуң, 1962 йылда Жмеринка станцияһы паровоз депоһында, шул уҡ йылдың октябренән — Көньяҡ-Көнбайыш тимер юлының Казатин-1 станцияһының паровоз депоһында машинист ярҙамсыһы булып эшләй. 1967 йылдан паровозды, тепловозды һәм электровозды үҙ аллы йөрөтөү хоҡуғын ала.
1968 йылдан — тепловоз машинисы, а һуңғараҡ — электровоз машинисы. Ҙур йөк ташыусы составтар йөрөтөүгә тәүгеләрҙең береһе булып күсә.
1986 йылдың 3 июлендә СССР Юғары Советы Президиумы Указы менән ун беренсе биш йыллыҡтың заданиеларын һәм халыҡ хужалығы йөктәрен ташыу буйынса социалистик йөкләмәәрҙе үтәгәндә ҙур хеҙмәт ҡаҙаныштарына өлгәшкәне өсөн, Андреев Евгений Васильевичҡа, Ленин ордены һәм «Ураҡ һәм Сүкеш» алтын миҙалы тапшырылып, «Социалистик Хеҙмәт Геройы» исеме бирелә.
1992 йылдан — хаҡлы ялда.
2011 йылдың 27 мартында вафат була. Винница өлкәһе Казатин районы Казатин ауылы зыяратында ерләнә (Украина).
Йәмәғәт эшмәкәрлеге
үҙгәртергәКПСС-тың XXVII съезы делегаты (26 февраль — 1986 йылдың 6 марты ).
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
үҙгәртергә- Социалистик Хеҙмәт Геройы
- Почётлы тимер юлсы (1983);
- Украин ССР-ының атҡаҙанған тимер юл хеҙмәткәре (1985);
- Ленин ордены;
- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены;
- «Почёт Билдәһе» ордены;
- «Хеҙмәт ҡаҙаныштары өсөн» миҙалы.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Музалевский М. В. Герои Социалистического Труда. Биобиблиографический словарь. — М.: РИЦ «Кавалер», 2008. — Т. 2. — 200 с.