Андре́а Боче́лли (итал. Andrea Bocelli; 22 сентябрь 1958 йыл) — итальян йырсыһы (лирик тенор), классик һәм популяр йырҙар башҡарыусыһы. Опера йырын танытыусы.

Андреа Бочелли
Andrea Bocelli
Төп мәғлүмәт
Тыуған

22 сентябрь 1958({{padleft:1958|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:22|2|0}}) (66 йәш)

Тыуған урыны

Лятико, Тоскана, Италия

Ил

Италия Италия

Һөнәрҙәре

йырсы

Әүҙем йылдары

1992 — хәҙерге ваҡыт

Йырлау тауышы

лирик тенор

Жанрҙар

опера
Классик кроссовер

Лейблы

Universal
Philips
PolyGram
Decca
Sugar Music

Наградалар
«За заслуги перед Итальянской Республикой» ордены Хуан Пабло Дуарте ордены алған офицерҙар
Автограф
Автограф
andreabocelli.com
 Аудио, фото, видео Викимилектә

Биографияһы

үҙгәртергә

Андреа Бочелли Пиза ҡалаһынан алыҫ булмаған Лаятико (Тоскана төбәге) ауылында тыуа. Бала сағы тыуған фермаһында үтә, иртә йәштән фортепианола, флейта һәм саксофонда уйнай башлай.

Йырсы бала сағынан глаукома ауырыуы менән яфалана, күҙенә 27 операция эшләтә, 12 йәшендә, футбол уйнағанда башына туп тейеп, бөтөнләй һуҡырая.

Үҫмер сағында Андреа бер нисә вокаль конкурстарҙа еңә, шулай уҡ мәктәп хоры солисы була. Мәктәптән һуң, Пиза университетының юридик факультетын тамамлай, юрист дипломын ала.

Опера музыкаһына мөкиббән бирелгән Бочеллиның бар хыялы һәм маҡсаты — бөйөк тенор булыу. Йәш кешене Туринда йәшәгән Франко Корелли уҡыта башлай. Ошо ваҡытта юрист карьераһы тамалана ла инде. Шулай итеп, йәш тенор көндөҙ етди йырға уҡый, ә төндәрен тормошона ресторандарҙа сығыш яһап, аҡса эшләй.

1992 йыл йәш тенор Андреа Дзуккеро исемле итальян рок йырсыһына йырҙарын йырлап күрһәтә. Йыр яҙмаһы Лучано Павароттиға эләгә. 1994 йылда Бочелли уңышлы дебют менән Сан-Ремо музыка фестивалендә ҡатнаша. Сентябрь айында Паваротти шәхсән йәш тенорҙы үҙенең тыуған ҡалаһы Моденда үткән концерт программаһында ҡатнашырға саҡыра. Шул уҡ йылда Раштыуа байрамы алдынан Андреа Бочелли Рим Папаһы алдында сығыш яһарға лайыҡ була.

1995 йылда Андреа Европаның баш һәм ҙур ҡалаларында концерттар менән сығыш яһаны. Уның тауышын Германияла, Нидерландтарҙа, Испания, Франция һәм Бельгияла ишетәләр. Ул Брайан Ферри, Джон Майлз менән йырланы, шулай уҡ хор һәм симфоник оркестр ярҙамы менән ҡулланды. Концерттарын әлеге осорға тиклем ярты миллионға яҡын кеше ҡараған.

Андреа Бочелли опера йырсыһы ғына түгел, шулай уҡ эстрада стилендәге «Bocelli» альбомын яҙҙыра, ул шунда уҡ Германия, Бельгия, Италия һәм Франция чарттарында икенсе урынға менә. Төрлө илдәрҙә был альбом күп тапҡыр платина альбомы була. Өсөнсө «Romanza» альбом шулай уҡ барыһын да шаҡ ҡатыра, хәҙер Андреа Бочелли бөтә донъяға билдәле. Бөгөн Америка Ҡушма штаттарында уның концертына билет 250—500 доллар тора.

1987 йылда Андреа буласаҡ кәләше Энрика Чензатти менән таныша. Улар 1992 йылдың 27 июнендә никахлаша. 1995 йылдың 22 февралендә улдары Амос, 1997 йылдың 8 октябрендә икенсе улдары Маттео тыуа. Бочеллиның өйҙә һирәк булыуы сәбәпле, Энрика айырылышырға була, 2002 йылда никахтары тарҡала. Шул уҡ йылда Андреа үҙенең хәҙерге ҡатыны Вероника Берти (итальян баритоны Ивано Бертиның ҡыҙы) менән осраша. Хәҙер Ивано Берти Бочеллиның импрессариоһы булып эшләй. 2011 йылдың авгусында Верониканың ауырлы булыуы тураһында хәбәр итәләр. 2012 йылдың мартында уларҙың ҡыҙҙары Вирджиния тыуа.

Рәсәйҙәге сығыштары

үҙгәртергә
  • 2007, июнь — Рәсәйҙәге беренсе сығышы, Мәскәүҙәге «Олимпийский» спорткомплексы сәхнәһендә, Санкт-Петербургтың Һарай майҙанында үтә.
  • 2011 йыл — Мәскәүҙә концерт.
  • 2013 йыл, февраль — «Газпром» ААЙ 20 йыллығына арналған концертта сығышы.
  • 2014 йыл, ноябрь — Игорь Крутойҙың 60 йыллыҡ концертында йырлай.
  • 2016, ғинуар — Калининградта сығыш яһай.

Дискография

үҙгәртергә
 
Бочелли Голливуд бульварындағы шәхси йондоҙо менән

Альбомдар

үҙгәртергә

Студия альбомдары

үҙгәртергә
  • 1994: Il Mare Calmo della Sera
  • 1995: Bocelli
  • 1997: Viaggio Italiano
  • 1998: Aria — the opera album
  • 1999: Sogno
  • 1999: Arie sacre
  • 2000: Verdi
  • 2001: Cieli di Toscana
  • 2002: Sentimento
  • 2004: Andrea
  • 2006: Amore
  • 2008: Incanto
  • 2009: My Christmas
  • 2011: Notte Illuminata
  • 2013: Passione
  • 2015: Cinema

Концерт альбомдары

үҙгәртергә
  • 2007: Under The Desert Sky
  • 2007: Vivere. Live in Tuscany
  • 2011: Concerto: One Night In Central Park

Компиляциялар

үҙгәртергә
  • 1997: Romanza
  • 2007: The Best of Andrea Bocelli: Vivere
  • 2010: Carmen: Duets & Arias
  • 2012: Opera

Альбомдарҙа ҡатнашыу

үҙгәртергә
  • 1997: A Hymn for the World
  • 1998: A Hymn for the World 2 (Voices From Heaven)
  • 2000: Requiem (Verdi)'

Опералар

үҙгәртергә
  • 1995 — «Богема» (Дж. Пуччини), дирижёры Зубин Мета (Родольф)[1]
  • 2001 — «Тоска» (Дж. Пуччини), дирижёры Зубин Мета (Каварадосси)[1]
  • 2003 — «Трубадур» (Верди), дирижёры Стивен Меркурио (Манрико)[1]
  • 2004 — «Вертер» (Массне), дирижёры Ив Абель (Вертер)[1]
  • 2005 — «Кармен» (Бизе), дирижёры Чон Мён Хун[1]
  • 2006 — «Паяцы» (Леонкавалло), дирижёры Стивен Меркурио (Канио)[1]
  • 2006 — «Сельская честь» (Масканьи), дирижёры Стивен Меркурио (Туридду)[1]
  • 2010 — «Андре Шенье» (Джордано), дирижёры Марко Армильято (Андре Шенье)

Синглдар

үҙгәртергә

CD/DVD packages

үҙгәртергә
  • 1998: A Night Tuscany in
  • 2000: Sacred Arias: The Home Video
  • 2002: Tuscan Skies (Cieli di Toscana)
  • 2006: вокал музыкаһы кисәһе була: John II Paul
  • 2006: Under the Desert Sky
  • 2008: Vivere Live in Tuscany
  • 2008: Incanto The Documentary
  • 2009: My Special Christmas
  • 2011: Concerto. One Night in Central Park
  • 2013: in Love Portofino

Бүләктәре

үҙгәртергә
  •   «Италия Республикаһы алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» ордены бөйөк офицеры (6 февраль, 2006 йыл)[2]
  •   «Merit of Duarte, Sanchez and Mella» Доминикана Республикаһы Президенты Леонель Фернандес ордены бөйөк офицеры, 2009 йыл, донъя сәнғәте һәм мәҙәниәтенә индергән өлөшө өсөн[3]
  •   Театр сәнғәтенә (опера) индергән өлөшө өсөн Голливуд «Дан Аллеяһында» йондоҙ (2 март , 2010 йыл)[4]
  • 2015 йылда «Кеше Үҙәге» һәм «Рухиәт Мәктәбенә» нигеҙ һалыусы Пьер Франко Марчинаро Андреа Бочеллиға рух көсөн үҫтергән, раса, милләт һәм дин сиктәрен юйған, кешеләрҙе яҡынайтҡан ижады өсөн «Сәнғәт, Фән һәм Тыныслыҡ» премияһын тапшыра.[5]

Китаптар

үҙгәртергә
  • Бочелли, Андреа. Музыка тишины / Пер. с ит. С. Рюриковой. — М.: РИПОЛ Классик, 2012. — 320 с. — 5000 экз. — ISBN 978-5-386-04020-8.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә