Төп менюны асырға

Андама́н диңгеҙе (һинд अंडमान सागर, бирм. မုတ္တမ, тай. ทะเลอันดามัน, мал. һәм индон. Laut Andaman) — Һинд океанының ярым ябыҡ диңгеҙе. Көнсығышта Һинд-Ҡытай һәм Малакка ярымутрауҙары, көньяҡта Суматра утрауы, көнбайышта Андаман һәм Никобар утрауҙары (улар Бенгал ҡултығы менән айыра) уратып алған. Төньяҡта материк буйлап Иравади йылғаһы дельтаһына тиклем дауам итә.

Андаман диңгеҙе
Майҙаны605 000 км²
Күләме660 000 км³
Иң ҙур тәрәнлек4507 м
Уртаса тәрәнлек1043 м
Андаман диңгеҙе (Һиндостан)
Blue pog.svg
LocationAndamanSea.png
Commons-logo.svg Андаман диңгеҙе Викимилектә

ТауисирламаҮҙгәртергә

Малакка боғаҙы аша Көньяҡ-Ҡытай диңгеҙе тоташа. Майҙаны — 605 мең км², уртаса тәрәнлек — 1043 м, максималь тәрәнлек — 4507 м, һыуҙың уртаса күләме яҡынса 660 мең км³. Диңгеҙ төбө балсыҡ һәм ҡом менән түшәлгән, төньяҡтан көньяҡҡа табан әүҙем вулканлы дуға (һыу аҫты вулкандары, Баррен һәм Наркондам утрауҙары) киҫеп үтә.

Климаты дымлы муссонлы тропик. Өҫкө температураһы ҡышын 27,5 °C-тан алып йәйен 30 °C-ҡа тиклем була, ә тәрән ҡатламдарҙа (1600 метрҙан тәрәнерәк) һыуҙың температураһы 4,8—5 °C-ҡа тиклем түбәнәйә. Яуым-төшөмдәр йылына 3000 мм-ҙан ашыу була. Ҡышын ағымдар көньяҡ-көнбайышҡа һәм көнбайышҡа, ә йәйен — көньяҡ-көнсығышҡа һәм көнсығышҡа йүнәлтелгән. Масштаблы эске тулҡындар менән айырылып тора. Һыуҙың уртаса температураһы февралдә 26 °C-тан алып 28 °C-ҡа тиклем булһа, майҙа 29 °C-ҡа тиклем күтәрелә.

Тоҙлолоғо йәйен 31,5—32,5 ‰, ҡышын 30,0—33,0 ‰. Диңгеҙҙең төньяҡ өлөшөндә йылғалар ағыҙылған һыуҙар һәм муссондар тәьҫире арҡаһында тоҙлолоҡ 20—25‰-гә тиклем төшә.

Ярымтәүлекле һыу ҡалҡыуҙарының бейеклеге 7,2 метрға тиклем етә.

Бай хайуандар донъяһы (яҡынса 400 төр балыҡтар): Иравади дельфины, дюгонь, осар балыҡтар, көньяҡ сельды, риф балыҡтары, елкән-балыҡтар һәм башҡалар бар.

Төп порттары: Янгон (Мьянма), Пенанг (Малайзия). Андаман диңгеҙе аша Сингапурға ҙур әһәмиәтле юл үтә.

2004 йылдың декабрендә Андаман диңгеҙендә ҙур емергесле цунами барлыҡҡа килтергән ер тетрәүе була.