Малакка боғаҙы (мал. Selat Melaka, индон. Selat Malaka) — Малакка ярымутрауы (көнбайыш Малайзия) һәм Индонезияның Суматра утрауы араһындағы боғаҙ.

Малакка боғаҙы
индон. Selat Melaka
Координаты: пропущена долгота
ТоташтыраАндаман диңгеҙе, Көньяҡ-Ҡытай диңгеҙе
Илдәр
БүләМалакка ярымутрауы һәм Суматра утрауы 
Киңлеге40[1] км
Оҙонлоғо805 км
Иң тәрән урыны113 м
Индонезия Суматра
Точка
Малакка боғаҙы
Малакка боғаҙы картаһы
Малакка боғаҙы картаһы
 Strait of Malacca Викимилектә

Иҡтисади әһәмиәте

үҙгәртергә

Стратегик һәм иҡтисади яҡтан Малакка боғаҙы Суэц һәм Панама каналдары һымаҡ иң әһәмиәтле диңгеҙ юлдарының береһе булып тора. Был Һинд океанын Тымыҡ океан менән тоташтырыусы иң төп юл булып тора, уның аша донъялағы иң күп халыҡлы булған Һиндостан, Индонезия һәм Ҡытай араһында бәйләнеш тотола. Боғаҙ аша йылына яҡынса 50 мең суднолар үтә, улар төрлө баһалар буйынса бөтә диңгеҙ тауар әйләнешенең биштән бер өлөшөнән алып дүрттән бер өлөшкә тиклем тәшкил итә.

 
«Селат Мелака» (йәғни «Малакка боғаҙы») мәсете шул уҡ исемдәге боғаҙ ярында урынлашҡан. Малакка ҡалаһы, Малайзия.

Боғаҙ аша Малайзия һәм Сингапурҙы Индонезия менән тоташтырыусы паромдар йөрөй.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә