Ананьин ҡәберлеге
Ананьин ҡәберлеге (рус. Ананьинский могильник) — Татарстан Республикаһы Алабуға районында урынлашҡан ананьин мәҙәниәтенең беренсе тикшерелгән ҡомартҡыһы, федераль әһәмиәттәге ҡомартҡы.
Ананьин ҡәберлеге | |
Культура | Ананьин мәҙәниәте |
---|---|
Дәүләт | Рәсәй |
Административ-территориаль берәмек | Татарстан Республикаһы һәм Алабуға районы |
Асыу датаһы | 1858 |
Входит в состав списка памятников культурного наследия | Q27603508? |
Мираҫ статусы | объект культурного наследия России федерального значения[d][1] |
Указания, как добраться | в 3 км к востоку от села |
Тасуирламаһы
үҙгәртергәУрынлашыуы
үҙгәртергәҠомартҡы Татарстан республикаһы Алабуға районының Каманың (Чулмандың) уң ҡушылдығы Тойма йылғаһының һул яҡ ярында Ананьин ауылынан 3 км көнсығыштараҡ урынлашҡан.
Табылдыҡтар
үҙгәртергәАнаньин ҡәберлеге беҙҙең эраға тиклем VIII/VII—IV быуаттар менән билдәләнә;был ҡәберлектең ниндәй халыҡ тарафынан ҡоролоуы билдәле түгел.
Боронғо ҡәберлек урынында неолит осоро һәм һуң бронза быуаты торамалары, шулай уҡ бронза быуат аҙағы ҡәберлеге (маклашеев мәҙәниәте) табыла. Маклашеев мәҙәниәте ахырынан иртә тимер быуаты (б э. т. 9/8-7/6 бб.) мәҙәниәте менән скифтарға тиклемге һәм иртә скиф әйберҙәре бәйләнеше асыҡланған. Ҡәберҙәрҙең күп өлөшө Ананьин мәҙәниәтенең баулы керамикаһына ҡарай (беҙҙең эраға тиклем VII/VI-IV быуат).
Ҡәберлеккә таш йәшниктәр һәм ағас табуттар, ҙур һанлы кремациялар, алты ҡырлы втулкалы кельттар һәм сүкелгән әйберҙәр, скиф-себерҙәр килтергән йәнлек стилендәге монаяттар, бау һалып ҡатмарлы биҙәлгән һауыттар хас.
Баш һөйәктәре ҡәберҙәре осрай.
Ерләнгәндәрҙең антропологик тибы — үҙенсәлекле «тар йөҙлө» европеоидтар һәм монголоидтар ҡушылған ҡиәфәтле кешеләр булған.
Асыш тарихы
үҙгәртергәҠәберлек 1858 йылда табыла. Сауҙагәр Шишкин Иван Васильевич — рәссам Шишкин Иван Ивановичтың атаһы, шулай уҡ яҙыусы һәм журналист Петр Владимирович Алабин был урынға барып сығалар. Ананьин ҡәберлеген асыу Ананьин мәҙәниәте термины барлыҡҡа килеүгә сәбәп була.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергәИҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Постановление Совета Министров РСФСР № 624 от 04.12.1974
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Ананьинский могильник / С. В. Кузьминых // А — Анкетирование. — М. : Большая российская энциклопедия, 2005. — С. 669. — (Большая российская энциклопедия : [в 35 т.]; vol. 2004—2017, вып. 1). — ISBN 5-85270-329-X.
- Ананьинский могильник // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)