Ҡәберлектәр (археология)

Боронғо ҡәберлектәр гәҙәттә некрополь, христиан һәм мосолман ерләү урыны — зыярат [1] тип атала.

Ҡәберлектәр
Рәсем
 Ҡәберлектәр Викимилектә
Археологтар ҡәберлекте ҡаҙып тикшерә

Мәрхүмдәрҙең ерләнеүе палеолит осоронда барлыҡҡа килгән, ләкин улар махсус билдәләнгән урындарҙа түгел, ә туранан-тура йәшәгән урындарҙа башҡарылған. Бөгөнгө ҡарашҡа ярашлы ҡәберлектәр мезолит осоронда барлыҡҡа килгән. Ерләү ахирәт донъяһы менән бәйләп, билдәле йолалар буйынса башҡарылған. Мәрхүм менән бергә төрлө әйберҙәр ("йыназа ҡаралдыһы"): кейем, ҡорал, биҙәнеү әйберҙәре, һауыт-һаба һәм башҡа көнкүреш әйберҙәре, ризыҡ, ҡорбан ителгән хайуандар һ.б. һалып ҡалдырғандар. Ҡайһы ваҡыт ҡәберҙәргә ерләнгәндәргә бойондороҡло кешеләрҙе үлтереп, бергә күмгәндәр.

Ерләү йолаһы буйынса ҡәберлектәрҙә мәйеттәрҙе һалып ерләү һәм яндырып күмеү ҡулланылған; икенсе осраҡта мәрхүм яндырыла һәм көлө күмелә.

Ерләү ҡоролмалары

Төрлө ҡәбиләләр һәм халыҡтар тарафынан тарихи үҫеш барышында ҡулланылған ерләү ҡоролмаларының формалары сикһеҙ төрлө: соҡорҙар (ябай ғына - ергә, йә ағас, йә таш менән ҡаплап һалыу), катакомбалар, склептар, мөһабәт ҡәберлектәр (пирамида, төрбәләр, кәшәнәләр) һ.б. Мәйеттәр йәки уларҙың көлдәре һауыттарҙа (урналарҙа), таш тартмаларҙа, ағас йәшниктәрҙә, ерләү кәмәләрендә һ.б. ерләгәндәр.

Тышҡы билдәләре буйынса, тупраҡ, ташты бейек итеп өйөп ҡурған өйөп күмеү һәм ябай ғына итеп ергә һалып ерләү төрҙәре бар. Шулай уҡ ҡатнаш ҡәберлектәр ҙә бар. Ҡурғанлы ҡәберлектәр боронғо ҡәберлектәрҙең иң таралған төрҙәре араһында.

Археологик өйрәнеүҙең әһәмиәте
 
Һыуһаҡлағыс төҙөгәндә табылған ҡәберлек. Польша. б.э.т. XVIII быуат)

Ерләү урындарын археологик өйрәнеү боронғо ҡәүемдәрҙең инанысын ғына түгел, ә тормошоноң башка яҡтарын да өйрәнеү өсөн бай сығанаҡ бирә: матди мәҙәниәт, көндәлек тормош, иҡтисад формалары, етештереү һәм сауҙа, ғаилә һәм социаль мөнәсәбәттәр, сәнғәт һәм башҡаларҙы улар аша аныҡлап була. Бынан тыш, ҡәберлектәрҙе ҡаҙыу палеоантропология өсөн материал бирә һәм музейҙарҙы, тора-торамаларҙы өйрәнеүҙә бик һирәк осрай торған бөтөн килеш һаҡланған боронғо әйберҙәр менән тулыландыра.

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Башҡорт теленең һүҙлеге. — М. : Рус. яз., 1993. — 358 б.тип аталған