Альтенхохенау монастыры
Альтенхохенау монастыры(нем. Kloster Altenhohenau) — ҡатын-ҡыҙҙар элекке доминикан монастырыБаварияның Грисштетт коммунаһы (Үрге Бавария) территрияһында урынлашҡан. Монастырь Инна йылғаһы буйында, Вассербург-ам-Инн ҡалаһынан яҡынса 7 км өҫтәрәк тора. Ул Мюнхен һәм Фрайзинг архиепархияһы ҡарамағында булған. Монастырь апостолдар Петр һәм Павелға бағышланған. 1235 йылда граф Конрад фон Вассербург һәм уның ҡатыны Кунигунда монастырға нигеҙ һала. Бавариялағы секулярлаштырыу барышында — 1803—1804 йылдарҙа —монастырь таратыла.
Альтенхохенау монастыры | |
Нигеҙләү датаһы | 1235 |
---|---|
Дәүләт | Германия |
Административ-территориаль берәмек | Грисштетт[d] |
Епархия | Архиепархия Мюнхена и Фрайзинга[d] |
Ғәмәлдән сыҡҡан дата | 1804 |
Входит в состав списка памятников культурного наследия | Q1831894? |
Мираҫ статусы | Баварияла архитектура ҡомартҡыһы[d] |
Адрес | Altenhohenau 10 |
Альтенхохенау монастыры Викимилектә |
Тасуирлау һәм тарихы
үҙгәртергәАпостолдар Петр һәм Павел хөрмәтенә бағышланған монастырға 1235 йылда граф Конрад фон Вассербург һәм уның ҡатыны Кунигунда нигеҙ һала. Тикшеренеүселәр мәғлүмәте буйынса «Hohenawe veteri» («Альтенхохенау») урынлашҡан ерҙә быға тиклем Изге Петр сиркәүе (Петрускирха) торған була. Был мәғлүмәттең дөрөҫ булыуын Зальцбургтан һәм Райхенхаллдан Мюнхен һәм Регенсбургҡа «тоҙло юлдарҙың» Инн йылғаһы кисеүе аша үтеүе лә иҫбатлап тора. 1235 йылдың 8 июнендә император Фридрих II монастырҙы үҙ яҡлауы аҫтына ала, ә дүрт йылдан һуң ғына, 1239 йылда, монастырь Оснабрюктағы Изге Петр сиркәүенең епискобы ярҙамсыһы, Доминикан ордены ағзаһы, тарафынан изгеләндерелә.
XVII быуат башында монастырҙа монах ҡатын-ҡыҙҙар һаны 10-дан 25-кә тиклем арта. Бавариялағы секулярлаштырыу барышында, 1803 йылда, монастырь таратыла — әммә күрше доминикан монастырҙарының ҡатын-ҡыҙ монахтары өсөн йәшеренеү урныны булып тора. 1822 йылға тиклем уның бинаһында монахтар ҡала: артабан сиркәүҙең һәм монастырь ҡаралтылары шәхси кешеләргә һатыла, ҡайһы берҙәре һүтелә. 1881 йылда Грисштеттан ағалы-энеле Юбер һәм Йозеф Зойер монастырҙы һатып алған: улар был урындың тарихи әһәмиәтен таныған. 1922 йылда Катарина Зойер, Йозефтың тол ҡатыны, сиркәүҙе доминиканддарға һата. Улар монастырҙы 1926 йылда яңынан төҙөй. 2014 йылда орден монастырҙан баш тарта һәм уны ике шәхси кешегә һатып ебәрә.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергәИҫкәрмәләр
үҙгәртергәӘҙәбиәт
үҙгәртергә- Besler, Karl: von Weigl Altenhohenau Columba, [Ortsangabe ohne] 2. Aufl. 1991;
- Dehio, Georg / Gall, Ernst: der Kunstdenkmäler deutschen Handbuch. Bd. Oberbayern, 2 und München Berlin. Aufl. 1956, 386 йвт S. f.;
- Kaiser, Alfred: Sub Praesidium Tuum. Dominikanerinnen Ikonologie der Ein Beitrag zur-Klosterkirche St. Peter in Altenhohenau Paul und, in: am Inn 14/15 Heimat (1996), 149—194 S.;
- Am Inn Altenhohenau (= 1 in Kunst Heft Christliche Bayern), 1996 Salzburg;
- Mitterwieser, Alois: Klosterkirche Die in Altenhohenau (= Rosenheim Die in der Gegend Heft Kirchen um 11), 1914 Rosenheim;
- Am Inn Dominikanerinnenkloster Altenhohenau Das (bis heute 1235), Augsburg 1926;
- Ден Pfleggerichten alten Kling Wasserburg Aus und, 1927 Wasserburg am Inn, insb. 44-64 S.;
- Reclams Kunstführer Deutschland, Band 1.1: Bayern Süd, 9 Stuttgart. Aufl. 1983, 221 S.. f..:.
- Stauffert, Thomas: Kloster zwischen Wiederbesiedlung Säkularisation Altenhohenau und Das, in: am Inn 18/19 Heimat (2000), 175—244 S.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Thomas Stauffert. Altenhohenau — Dominikarinnen am Inn (нем.). Haus der Bayerischen Geschichte. Дата обращения: 22 апрель 2019.