София Альбум (швед. Sofia Ahlbom, 25 ноябрь 1803 йыл8 июнь 1868 йыл) — швед рәссамы, фотограф, яҙыусы, феминистик хәрәкәттә ҡатнашыусы.

Альбум София
Рәсем
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  Швеция
Тыуған көнө 25 ноябрь 1803({{padleft:1803|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:25|2|0}})[1][2]
Тыуған урыны Вестерос[d], Вестманланд[d], Швеция[2]
Вафат булған көнө 8 июнь 1868({{padleft:1868|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:8|2|0}})[1] (64 йәш)
Вафат булған урыны Стокгольм, Швеция
Ерләнгән урыны Северное кладбище[d][3]
Һөнәр төрө литограф, фотограф, яҙыусы, шағир, художник-гравёр, картограф
Кемдә уҡыған Johan Grandel[d]
Авторлыҡ хоҡуҡтары статусы авторлыҡ хоҡуҡтарының ғәмәлдә булыу ваҡыты үткән[d]
 Альбум София Викимилектә

Биографияһы

үҙгәртергә

София Альбум 1803 йылда Вестероста ювелир ғаиләһендә тыуа. Ул бала саҡтан сәнғәткә күп яҡлы талант күрһәтә, рәсем һәм гравировкаға уны ювелир Грандель өйрәтә.

Софияның атаһы 1822 йылда вафат була, йәшәү өсөн аҡсаһыҙ ҡалмаҫ өсөн апаһы Густава менән ҡыҙҙар өсөн мәктәп аса, шулай уҡ заказсылар өсөн гравюралар эшләй. Ул ташта Стокгольм һәм Висбю картаһын соҡоп төшөрә.

Бер бай ҡатындың кәңәше буйынса София әсәһе һәм һеңлеһе Менән Стокгольмға күсә. Бында уның баҡыр, көмөш һәм алтын буйынса гравер эше яҡшы түләнә. 1842—1843 йылдарҙа Парижда эшләй. 1863—1866 йылдарҙа гравировканан башҡа. ул шул ваҡытта үҫешкән фотография менән профессиональ шөғөлләнә.

Софияның таланттары асыҡлана: уны Стокгольмда Navigationsskolan («Навигация мәктәбенә») картограф булып эшләргә саҡыралар. Уға миҙалдарҙағы Stockholms Slöjdskola («Стокгольмской школы искусств и ремёсел») һәм Krigsakademien vid Karlberg («Военной академии в Карлберге») яҙыуҙар ҡарай. 1861—1864 йылдарҙа ул Швед лордтар палатаһы геральдикаһы китабы өсөн яҙыуҙар эшләй.

София Альбум шулай уҡ яҙыусы була, шиғырҙар һәм проза баҫтыра. Уға әҙәби даирәләрҙә яҡшы мөнәсәбәттә булалар, атап әйткәндә, уның ижадын яҙыусы Фредрика Бремер үҙенең китабында Livet i gamla världen (1862 г.) телгә ала.

Эштән тыш, София йәмәғәт эшмәкәрлеге менән дә шөғөлләнә. Ул ваҡытта Швецияла ҡатын-ҡыҙҙарҙың тиң хоҡуҡлылығы, атап әйткәндә, профессиональ уҡытыусылар өсөн хөкүмәт пенсияһы мәсьәләләре күтәрелә башлай. Был идея 1855 йылда Юсефина Деланд инициативаһы менән Svenska lärarinnors pensionsförening (Уҡытыусы ҡатын-ҡыҙҙар өсөн пенсия тәьминәте фонды») тормошҡа ашырыла, әммә башҡарыусыларҙың компетенциялары булмау сәбәпле, байтаҡ хәүеф була. София Альбум Юсефинаны Деланды фонд секретары вазифаһында алмаштыра һәм 1859—1864 йылдарҙа эшләй. Фондтың эшен яҡшы ойоштороу проектты ябыуҙан ҡотҡара.

София кейәүҙә булмай, апаһы һәм әсәһе менән йәшәй. Ул 1868 йылда Стокгольмда вафат була.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә