Альберт Сент-Дьёрдьи
Альберт Сент-Дьёрдьи (мадьярса Szent-Györgyi Albert, 16 сентябрь 1893 йыл, Будапешт — 22 октябрь 1986 йыл, Вудс-Хол) — Венгрияла тыуған биохимик, С витаминын беренсе булып таба һәм биологик окисләнеү һәм мышцалар эшмәкәрлеге өлкәһендә тикшеренеүҙәр үткәрә, АҠШ ғалимы. 1937 йылда Сент-Дьёрдьиға биологик окисләнеү (яныу) буйынса эштәре өсөн Нобель премияһы бирелә, 1954 — йөрәк һәм ҡан тамыры сирҙәрен тикшеренеүгә индергән ҙур өлөшө өсөн «фундаменталь медицина тикшеренеүҙәре өсөн Альберт Ласкер премияһы» бирелә.
Альберт Сент-Дьёрдьи | |
мадьярса Szent-Györgyi Albert | |
Тыуған көнө | |
---|---|
Тыуған урыны | |
Вафат көнө |
22 октябрь 1986 (93 йәш) |
Вафат урыны | |
Ил | |
Ғилми даирәһе | |
Ғилми етәксеһе | |
Награда һәм премиялары |
Нобелевская премия по физиологии или медицине (1937) |
Автограф | |
Викиөҙөмтәлә цитаталар | |
Биографияһы
үҙгәртергәБала сағы
үҙгәртергәАльберт Сент-Дьёрдьи Будапештта 1893 йылдың 16 сентябрендә тыуған . Атаһы- эшҡыуар Миклош Сент-Дьёрдьи, әсәһе- талантлы музыкант Йозефина Сент-Дьёрдьи. Әсәһенең ағаһы, физиолог, Будапешт университеты профессоры Михай Ленхошшек (Lenhossék) йоғонтоһонда малай фән менән ҡыҙыҡһына башлай.
Альберттың фән менән ҡыҙыҡһыныуын башта Михай Ленхошшек хупламай, сөнки ул бик насар уҡый. Альберт Сент-Дьёрдьи ун алты йәштә генә уҡыу менән ысынлап мауығып китә, һәм ул мәктәпте тик яҡшы билдәләр менән генә тамамлағас ҡына, Михай Ленхошшек ризалығын бирә.
Уҡыу һәм Беренсе донъя һуғышы
үҙгәртергә1911 йылда Сент-Дьёрдьи Будапешттағы медицина мәктәбенә (юғары мәктәп) уҡырға инә. Оҙаҡламай ул был курстарҙы ташлап, бабаһының анатомия лабораторияһына күсә. Беренсе донъя һуғышы башланғас, 1914 йылда ул табип булараҡ хәрби хеҙмәткә саҡырыла. Сент-Дьёрдьи һуғышта яраланғас, Будапештҡа ҡайтарыла, медицина мәктәбен тамамлап, 1917 йылда магистр исемен ала. Шул уҡ йылда Венгрияның почтаһы министры ҡыҙы Корнелия («Нелли») Демениға өйләнә. Ҡатыны Сент-Дьёрдьи менән бергә Төньяҡ Италияға, яңы хеҙмәт итеү урынына китә. Уларҙың ҡыҙҙары Корнелия 1918 йылда тыуа.
Фәнни эшмәкәрлегенең башы
үҙгәртергәҺуғыштан һуңғы Венгриялағы хаостан ҡотолор өсөн Сент-Дьёрдьи Пожонь ҡалаһында фармакология менән шөғөлләнә башлай. 1919 йылдың сентябрендә Пожонь яңынан булдырылған Чехословакия дәүләтенә бирелә, венгрҙарға ҡаланы ҡалдырып китергә ҡушыла. Бер нисә ай Будапештта, һуңыраҡ Берлинда, Гамбургта һәм Лейденда йә биохимия, йә медицина менән шөғөлләнә. 1922 йылда уны Нидерландтағы Гронинген университетына саҡыралар. Дүрт йыл Сент-Дьёрдьи көндөҙ физиология лабораторияһында, кисен биохимия буйынса тикшеренеүҙәр үткәрә. Егермеләп мәҡәлә баҫтыра. Сент-Дьёрдьи бигерәк тә күҙәнәктең тын алыуы менән ҡыҙыҡһына, күҙәнәктең аҙыҡты нисек энергияға әйләндереүен өйрәнә[1].
Сент-Дьёрдьи үҫемлектәрҙең тын алыуын тикшерә, уны бигерәк тә йәрәхәтләнгән үҫемлектәр ҡыҙыҡһындыра. Ул пероксидазалы үҫемлектәрҙең (мәҫәлән, кәбеҫтә йәки цитрустар) ҡараймағанын билдәләй, улар менән тәжрибәләр үткәрә[2].
1924 йыл аҙағында уны инглиз физиологы Генри Дейл үҙ лабраторияһында эшләп алырға саҡыра. Бында А. Сент-Дьёрдьи файҙалы кешеләр менән таныша. Гронингенда уның кураторы Гамбургер вафат була, 1926 йыл урталарында А. Сент-Дьёрдьи инде фәндән баш тартырға уйлай. Ләкин ошо ваҡтта Стоккгольмға Халыҡ -ара физиологтар йәмғиәтенең конференцияһына бара. Билдәле инглиз биохимигы сэр Фредерик Голанд Хопкинс үҙ сығышында Сент-Дьёрдьи эштәрен бер нисә тапҡыр маҡтап иҫкә ала. Конференциянан һуң Сент-Дьёрдьи Хопкинс менән таныша, һәм Хопкинс уны Кембридж университетына эшкә саҡыра.
Кембридж университетында
үҙгәртергәКембриджда Сент-Дьёрдьи бөйөр өҫтө биҙенән, кәбеҫтәнән һәм цитрустарҙан бер аҙ күҙәнәкте яңынан тергеҙеүсе матдәне айырып алыға ирешә. Ул был матдә шәкәр кислотаһы булырға тейеш тип уйлай (химик соcтавы С6Н8О6[3]). Уны ғалим гексурон кислотаһы тип атай. Гексурон кислотаһын алған өсөн Сент-Дьёрдьиға 1927 йыл аҙағында биохимия фәндәре кандидаты дәрәжәһе бирелә.
Кембридж осоро Сент-Дьёрдьи өсөн иң бәхетле һәм уңышлы осор була. Был осорҙа ул донъя кимәлендә билдәле ғалим булып китә. 1929 йылда ул тәүге тапҡыр АҠШ-та була, Бостон ҡалаһында Халыҡ-ара физиологтар конгрессында ҡатнаша. Америкала Рочестер ҡалаһының Майо клиникаһында гексурон кислотаһы менән тәжрибәләрен ары дауам итергә тәҡдим ала. Ул лабораторияла айырып алған матдәне Хоуорс тигән ғалимгә тикшерергә ебәрә, ләкин Хоуорс, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уның составын билдәләй алмай.
Сегед университеты, С витаминын асыу
үҙгәртергәСент-Дьёрдьи 1928 йылда Венгрияның Сегед университетына медицина факультетының деканы вазифаһына саҡырыла, һәм ғалим 1931 йылда Венгрияға ҡайта. Ул бында уҡытыу һәм административ эштәр менән шөғөлләнә.
1931 йылда Сент-Дьёрдьи төркөмөнә Американан ғалим Джозеф Свирбел (Питтсбург университетынан) килә. Сент-Дьёрдьи уға Майо клиникаһында тәжрибәләр аша алған «гексурон кислотһын» бирә, зәңге (цинга) йоҡторолған диңгеҙ сусҡаһы менән эксперименттар үткәрергә ҡуша. Бер нисә эксперимент был матдәнең С витамины икәнен дәлилләй[4] (Сент-Дьёрдьи был турала алдан белеп, уйлап йөрөй, тик хайуандар менән тәжрибә ҡиммәткә төшкәнгә был тикшеренеүҙәр менән шөғөлләнмәй тора). Свирбели был эштәр тураһында үҙенең етәксеһе Кингҡа яҙа, 1932 йылдың 1 апрелендә Science журналында Кингтың С витаминын асыуы тураһында мәҡәлә баҫылып сыға. Сент-Дьёрдьи менән Свирбели үҙҙәренең докладын Nature журналына ебәрә, шулай итеп С витаминын Кинг асмауын фашлайҙар[5]. Ғалимдар араһында ауыр көрәш башлана.
Был көрәштән тыш Сент-Дьёрдьи алдында тағы бер ауыр мәсьәлә тора — «гексурон кислотһын» нисек итеп табырға? 1932 йылдың көҙөндә ул бороста С витамины бик күп икәнен асыҡлай[6]. Сегед— Венгрияның борос үҫтереү үҙәге, Сент-Дьёрдьи хеҙмәткәрҙәренә паприканан С витамины алырға ҡуша, өс фунттан артыҡ (бер килограмм ярым тирәһе) таҙа кристалл матдә алына. Патент алыу урынына Сент-Дьёрдьи был матдәне ғалимдарға ебәрә, шул иҫәптән Норман Хоуорсҡа ла, ул был матдәнең структураһын асыҡлай, шунан Сент-Дьёрдьи менән берлектә уны аскорбин кислотаһы тип атай, сөнки ул зәңге (scorbutus) аурыуынан ҡотҡара.
Бер нисә йыл Сент-Дьёрдьи Европа буйлап «С витамины культын таратып» (үҙе әйткәнсә) йөрөй. Ләкин С витамины бөтә сирҙәрҙән дә дауа була алмай, ә Сент-Дьёрдьи башҡа фәнни эштәренә кире ҡайта.
Нобель премияһы, 1937 йыл
үҙгәртергә1930 йыл башында Сент-Дьёрдьи үҙенең элекке үҫемлектәрҙең тын алыу биохимияһы буйынса тикшеренеүҙәренә кире әйләнеп ҡайта[2], мускул күҙәнәктәрендә барған окисләнеүҙе өйрәнә. Фумар, алма һәм гәрәбә кислотаһының үҫемлектәр тын алыуында мөһим роль уйнағаны билдәле була. Сент-Дьёрдьи ваҡланған мускулдарға ошо кислоталарҙы бер аҙ өҫтәһәң, окисләнеүгә кәрәк булғандан артығыраҡ кислород йотолғанын асыҡлай[7]. Ғалим кислоталар был осраҡта энергия сығанағы итеп түгел, ә катализатор булараҡ, яныу реакцияһына һис бер үҙгәрешһеҙ тотонола икәнен аңлай. Һәр бер кислота күҙәнәктә булған углеводтың окисләнеүенә булышлыҡ итә. Был бөтөнләй яңы идея була.[8][9].
1937 йылда Сент-Дьёрдьиға физиология һәм медицина өлкәһендәге "биологик окисләнеүҙе, айырыуса С витаминын һәм фумар кислотаһын асҡан өсөн" Нобель премияһы биреләсәген хәбәр итәләр. Нобель премияһын алыу Сент-Дьёрдьиҙы милли геройға әйләндерә: ул был премия лауреаты исеме бирелгән дүртенсе венгр ғалимы була.
Бүләктәре, йәмғиәт тарафынан танылыуы
үҙгәртергә- 1916 — Серебряная медаль за храбрость[en]
- 1937 — Корона Корвина[hu]
- 1937 — Magyar Corvin-lánc[hu]
- 1937 — Нобелевская премия по физиологии или медицине, Ҡалып:Cm
- 1939 — Орден Святого Саввы
- 1939 — Командор Ордена Леопольда I
- 1941 — Magyar Érdemrend középkeresztje[hu]
- 1946 — Орден Венгерской свободы
- 1948 — Премия имени Кошута
- 1954 — Премия Альберта Ласкера за фундаментальные медицинские исследования, «For the discovery of actomyosin, the essential contractible element of muscle.»
- 1983 — Орден знамени Венгерской Народной Республики II степени
В его честь названа Премия Сент-Дьёрдьи за прогресс в исследовании рака[en] вручаемая с 2006 года.
Был мәҡәләлә сит телдән алынған киҫәктәр бар һәм улар тәржемә итеп бөтөлмәгән. Уның тәржемәһен тамамлап проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |
Был мәҡәләлә сит телдән алынған киҫәктәр бар һәм улар тәржемә итеп бөтөлмәгән. Уның тәржемәһен тамамлап проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- The Albert Szent-Gyorgyi Papers, Profiles in science, National Library of Medicine
- Вюрмер Р. Альберт Сент-Дьёрдьи и современная биохимия. — В кн.: Горизонты биохимии. М., 1964
- US National Library of Medicine. The Albert Szent-Györgyi Papers.NIH Profiles in Science
- Ralph Moss. Free Radical Albert Szent-Györgyi and the Battle over Vitamin C. — Paragon House Publishers, 1988. — ISBN 0-913729-78-7.
- Szolcsányi, János (October 2007). «[Memories of Albert Szent-Györgyi in 1943 about the beginning of his research and about his mentor, Géza Mansfeld]». Orvosi hetilap 148 (42): 2007–11. DOI:10.1556/OH.2007.H2142. PMID 17932008.
- Juhász-Nagy, Sándor (March 2002). «[Albert Szent-Györgyi—biography of a free genius]». Orvosi hetilap 143 (12): 611–4. PMID 11963399.
- Vértes, L (December 2000). «[László Németh and Albert Szent-Györgyi. Honoring anniversaries]». Orvosi hetilap 141 (52): 2831–3. PMID 11202120.
- Manchester, K L (January 1998). «Albert Szent-Györgyi and the unravelling of biological oxidation». Trends Biochem. Sci. 23 (1): 37–40. DOI:10.1016/S0968-0004(97)01167-5. PMID 9478135.
- Gábor, M (January 1996). «[Albert Szent-Györgyi and flavonoid research]». Orvosi hetilap 137 (2): 83–4. PMID 8721874.
- Nagy, I Z (1995). «Semiconduction of proteins as an attribute of the living state: the ideas of Albert Szent-Györgyi revisited in light of the recent knowledge regarding oxygen free radicals». Exp. Gerontol. 30 (3–4): 327–35. DOI:10.1016/0531-5565(94)00043-3. PMID 7556511.
- Zallár, A; Szabó T (April 1989). «Habent sua fata libelli: the adventurous story of Albert Szent-Györgyi's book entitled Studies on Muscle (1945)». Acta Physiol. Scand. 135 (4): 423–4. DOI:10.1111/j.1748-1716.1989.tb08599.x. PMID 2660487.
- Szilárd, J (May 1988). «[The Nobel prize. (Pro memoria Albert Szent-Györgyi). The University of Szeged Medical School named after Albert Szent-Györgyi]». Orvosi hetilap 129 (18): 949–50. PMID 3290769.
- Szabó, T; Zallár A, Zallár I (1988). «Albert Szent-Györgyi in Szeged». Geographia medica 18: 153–6. PMID 3049243.
- Banga, I (January 1987). «[In memory of Albert Szent-Györgyi]». Orvosi hetilap 128 (2): 97–8. PMID 3547244.
- Cohen, S S (1987). «Thoughts on the later career of Albert Szent-Gyorgyi». Acta Biochim. Biophys. Hung. 22 (2–3): 141–8. PMID 3118622.
- Straub, F B (1987). «The charismatic teacher at Szeged: Albert Szent-Györgyi». Acta Biochim. Biophys. Hung. 22 (2–3): 135–9. PMID 3118621.
- (October 1983) «[Salute to the 90-year old Albert Szent-Györgyi]». Orvosi hetilap 124 (40): 2435–6. PMID 6369221.
- Bendiner, E (May 1982). «Albert Szent-Györgyi: the art in being wrong». Hospital practice (Hospital ed.) 17 (5): 179–84, 185–6, 192. PMID 7044943.
- Szállási, A (February 1980). «[Albert Szent-Györgyi in the journal Nyugat]». Orvosi hetilap 121 (8). PMID 6992048.
- Holden, C (February 1979). «Albert-Szent-Györgyi, electrons, and cancer». Science 203 (4380): 522–4. DOI:10.1126/science.366748. PMID 366748.
- Süle, T (December 1977). «[Albert Szent-Györgyi in Hungarian numismatics]». Orvosi hetilap 118 (52): 3170–1. PMID 341025.
- Szállási, A (November 1977). «[Albert Szent-Györgyi was awarded the Nobel Prize 40 years ago]». Orvosi hetilap 118 (46): 2782–3. PMID 335333.
- Kardos, I (1975). «A talk with Albert Szent-Györgyi». The New Hungarian quarterly 16 (57): 136–50. PMID 11635455.
- Szállási, A (December 1974). «[2 interesting early articles by Albert Szent-Györgyi]». Orvosi hetilap 115 (52): 3118–9. PMID 4612454.
- Kenéz, J (December 1973). «[Eventful life of a scientist. 80th birthday of Nobel prize winner Albert Szent-Györgyi]». Münchener medizinische Wochenschrift (1950) 115 (51): 2324–6. PMID 4589872.
- Miura, Y (December 1969). «[Doctor Albert von Szent-Gyoergyi]». Nippon Ishikai zasshi. Journal of the Japan Medical Association 62 (11): 1164–8. PMID 4903813.
- Kenéz, J (December 1968). «[Albert Szent-Györgyi is 75 years old]». Orvosi hetilap 109 (50): 2777–81. PMID 4887815.
- Sulek, K (May 1968). «[Nobel prize for Albert Szant-Györgyi in 1937 for studies on the metabolic processes, particularly of vitamin C and catalysis of fumaric acid]». Wiad. Lek. 21 (10). PMID 4875831.
- ↑ Zellatmung IV. Mitteilung: Uber den Oxydationsmechanismus der Kartoffeln [Cell respiration IV: On the oxidation mechanism of potatoes]
- ↑ 2,0 2,1 Zellatmung V. Mitteilung: Uber den Oxydationsmechanismus einiger Pflanzen [Cell respiration V: On the oxidation mechanism of some plants]
- ↑ Observations on the Function of Peroxidase Systems and the Chemistry of the Adrenal Cortex: Description of a New Carbohydrate Derivative
- ↑ The Chemical Nature of Vitamin C
- ↑ The Chemical Nature of Vitamin C
- ↑ The Large Scale Preparation of Ascorbic Acid from Hungarian Pepper (Capsicum annuum)
- ↑ Zellatmung V. Mitteilung: Uber den Mechanismus der Hauptatmung des Taubenbrustmuskels [On the mechanism of primary respiration in pigeon breast muscle]
- ↑ Uber die Bedeutung der Fumarsaure fur die Tierische Gewebsatmung: Einleitung, Ubersicht, Methoden [On the significance of fumaric acid for animal tissue respiration: Introduction, summary, methods]
- ↑ Uber die Bedeutung der Fumarsaure fur die Tierische Gewebsatmung. III. Mitteilung: Einleitung, Ubersicht, Methoden [On the significance of fumaric acid for animal tissue respiration, Part III: Introduction, summary, methods]