Алыҫ Көнсығыш диңгеҙ ҡурсаулығы

Алыҫ Көнсығыш диңгеҙ ҡурсаулығы (рус. Дальневосточный морской заповедник) — Япон диңгеҙенең Бөйөк Петр ҡултығында 1978 йылдың 24 мартында ойошторолған һаҡланыусы тәбиғәт биләмәһе, диңгеҙ тәбиғәт мираҫы объекты.

Алыҫ Көнсығыш диңгеҙ ҡурсаулығы
Категория МСОПIa (Ҡәтғи тәбиғи резерват)
Төп мәғлүмәт
Майҙаны64 316,3 га, шул иҫәптән 63 000 — диңгеҙ акваторияһы 
Нигеҙләнгән ваҡыты24 март 1978 йыл 
Килеүселәр һаны2016 йылда 21732 кеше, 2017 йылда 5579 кеше 
Идара итеүсе ойошма«Леопард ере» федераль дәүләт бюджет учреждениеһы 
Урынлашыуы
42°35′00″ с. ш. 131°12′48″ в. д.HGЯO
РФ субъектыДиңгеҙ буйы крайы
Яҡындағы ҡалаВладивосток 

morskoyzapovednik.ru
Рәсәй
Точка
Алыҫ Көнсығыш диңгеҙ ҡурсаулығы
 Алыҫ Көнсығыш диңгеҙ ҡурсаулығы Викимилектә

Ҡурсаулыҡтың дөйөм майҙаны — 64316,3 гектар, дүрт һаҡлау режимы бар, шул иҫәптән 63 000 гектар диңгеҙ акваторияһы, диңгеҙ сиктәре тирәләй 3 миль, ҡоро ер сиктәре тирәләй киңлеге 500 метр булған һаҡлау зонаһы раҫланған.

Ул Рәсәйҙә майҙанының 98 процентын һыу тәшкил иткән берҙән-бер ҡурсаулыҡ. Унда 5000-дән ашыу төр үҫемлек һәм хайуан иҫәпләнә.

2003 йылдың сентябрендә Алыҫ Көнсығыш диңгеҙ ҡурсаулығы ЮНЕСКО-ның «Кеше һәм биосфера» программаһына инә һәм биосфера ҡурсаулығы статусы ала.

Ҡурсаулыҡтың төп эшмәкәрлеге:

  • хайуандарҙың һәм үҫемлектәрҙең генофондын, шулай уҡ мәҙәни-тарихи мираҫ объекттарын һаҡлау;
  • һыу майҙанын һәм территорияһын һаҡлау;
  • диңгеҙ һәм утрау биогеоценоздарын һаҡлау һәм тергеҙеүҙең фәнни нигеҙҙәре һәм диңгеҙҙе һаҡлау буйынса фәнни тәҡдимдәр әҙерләү;
  • хайуандар һәм үҫемлектәрҙең диңгеҙ һәм утрау биоценоздарын өйрәнеү һәм күҙәтеү;
  • экологик-ағартыу эшмәкәрлеге һәм танып-белеү туризмы.

2021 йылда ҡурсаулыҡ Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең 18.10.2019 2467-р указына ярашлы Рәсәй Тәбиғәт ресурстары министрлығы ҡарамағына тапшырыла.

Һаҡлау, фәнни эшмәкәрлек

үҙгәртергә
 
Ҡурсаулыҡ ҡултығы

Ҡурсаулыҡтың төп проблемаһы бөтә Рәсәй ғилми һәм тәбиғәтте һаҡлау ойошмалары һәм учреждениелары өсөн уртаҡ — бюджет финанслауы етешмәй. Шуға ла флоты һәм транспорт саралары түбән ҡеүәтле һәм аҙ һанлы, ҡорамалдар етешмәй һәм башҡалар. Әммә ҡурсаулыҡ хеҙмәткәрҙәренең энтузиазмы һәм фиҙакәрлеге арҡаһында ҡурсаулыҡты һаҡлау һәм тикшереү туҡталмай[1][2]. Һаҡлауҙа сик һаҡсылары һәм полиция ярҙам күрһәтә, әммә һуңғы йылдарҙа браконьерлыҡтың артыуы техник ҡорамалдарҙы камиллаштырыуҙы талап итә.

Фәнни эшмәкәрлегенең төп йүнәлештәре:

  • биотөрлөлөктө өйрәнеү;
  • антропоген һәм тәбиғи факторҙарҙың йоғонтоһон күҙәтеү һәм баһалау;
  • һирәк осрай торған һәм юғалыу хәүефе янаған төрҙәрҙең биологияһын өйрәнеү.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Охранная деятельность. DVmarin.ru. Дата обращения: 18 июль 2022. Архивировано из оригинала 8 декабрь 2017 года.
  2. Научная деятельность. «Дальневосточный морской заповедник». Дата обращения: 18 июль 2022. Архивировано 12 март 2022 года.
  • Дальневосточный морской биосферный заповедник. Исследования Отв. ред. А. Н. Тюрин. Владивосток: Дальнаука Т. 1. 848 с. 2004
  • Дальневосточный морской биосферный заповедник. Биота Отв. ред. А. Н. Тюрин. Владивосток: Дальнаука Т. 2. 848 с. 2004
  • Тюрин А. Н. Дальневосточный государственный морской заповедник. www.fegi.ru. Дата обращения: 18 июль 2022.