«Алтын дзига» (ингл. Golden Dzyga) — Украина кинематографын үҫтереүҙәге һөнәри ҡаҙаныштары өсөн бирелгән украин милли кинопремияһы. Уға 2017 йылда Украина киноакадемияһы нигеҙ һала. Беренсе бүләкләү тантанаһы 2017 йылдың 20 апрелендә Киевта Fairmont Grand Hotel Kyiv ҡунаҡханаһында уҙа[2]

Алтын дзига
укр. Золота дзиґа - кінопремія Української кіноакадемії
Нигеҙләү датаһы 2017
Рәсем
Дәүләт  Украина
Административ-территориаль берәмек Киев[1]
Награда тапшырыусы Украинская киноакадемия[d]
Вручаемая награда Алтын дзига
Штаб-фатирҙың урынлашыуы Киев, Украина
Рәсми сайт uafilmacademy.org
Лауреаттар категорияһы Category:Receipients of the Golden Dzyga Awards[d]
 Алтын дзига Викимилектә

Фильмдарҙы һайлап алыу һәм еңеүселәрҙе билдәләү үҙгәртергә

Беренсе Милли Кинопремияға фильмдар 2017 йылдың 20 февраленән 20 мартына тиклем ҡабул ителде. Һайлап алыуҙа премьералары 2016 йыл дауамында — 1 ғинуарҙан 31 декабргә тиклем дауам иткән фильмдар ҡатнаша. Беренсе милли кинопремия конкурсында ҡатнашҡан фильмдар исемлегендә 54 кинотаҫма иҫәпләнә: уларҙың 12-һе — тулы метражлы уйын фильмдары, 15-е — ҡыҫҡа метражлы уйын, 19-ы — документаль, 8-е — анимация. Йәмғеһе 76 таҫма тапшырыла[3]. Дәғүәселәр фильмдарҙың онлайн-күсермәләрен ябыҡ коммерцияға ҡарамаған ҡарау юлы менән билдәләнә.

2017 йылдың 3 апрелендә Киноакадемия идараһы Беренсе Милли Кинопремияға 17 дәғүәсенән торған ҡыҫҡа исемлекте иғлан итә.[4].

Еңеүселәрҙе киноакадемияның бөтә ағзалары өс этаплы тауыш биреү юлы менән һайлай.

Номинациялар үҙгәртергә

Кинопремия менән бүләкләү өсөн еңеүселәр киләһе 22 номинацияла билдәләнә (2020)[5]:

  • Иң яҡшы фильм
  • Иң яҡшы режиссер (Юрий Ильенко исемендәге премия)
  • Төп ролдә иң яҡшы актер
  • Төп ролдә иң яҡшы актриса
  • Икенсе пландағы иң яҡшы актер
  • Икенсе пландағы иң яҡшы актриса
  • Иң яҡшы ҡуйыусы оператор
  • Иң яҡшы ҡуйыусы рәссам
  • Иң яҡшы сценарист
  • Иң яҡшы композитор
  • Иң яҡшы анимация фильмы
  • Иң яҡшы ҡыҫҡа метражлы уйын фильмы гримдан
  • Иң яҡшы рәссам (2018 йылдан алып)
  • Костюмдар буйынса иң яҡшы рәссам (2018 йылдан алып)[6]
  • Иң яҡшы тауыш режиссеры (2018 йылдан алып)[7]
  • Иң яҡшы монтаж (1919 йылдан алып)
  • Иң шәп йыр (1919 йылдан алып)
  • Премия зрительских симпатий (с 2018)
  • Украина кинематографын үҫтереүгә өлөш индергәне өсөн «Алтын өйөрсәк» премияһы
  • «Йыл асышы» премияһы
  • «Иң визуаль эффекттар» премияһы.

Символ үҙгәртергә

Милли кинопремияның төп символы — «Алтын дзига» статуэткаһы, ул украин кинематографының етеҙ һәм өҙлөкһөҙ үҫешен символлаштыра. Бынан тыш, исеме танылған кинематографист Дзига Вертовтың ижади мираҫын хәтерләтә[8]. Исеменең авторы — «Медиа Группа Украина» стратегик маркетинг буйынса директор Ольга Захарова.

Стуэтка дизайнын Украина рәссамы Назар Билык эшләгән, ул «Алтын дзиганы» шулай тасуирлаған: «Композицияның төп элементы — кинопленканан кадр, кинематографты кәүҙәләндергән хәрәкәтсән әйләнеп йөрөгән алтын дүртмөйөш. Стуэтка формаһы буйынса милли киноның үҫеш һәм яңырыу символы булып торған өйрөлсәкте, утты, үҫентене хәтерләтә»[9].

Церемониялар үҙгәртергә

Тантана Дата Урыны Алып барыусы Иң яҡшы фильм
1-се 20 апрель 2017 Киев, Fairmont Grand Hotel Kyiv Александр Скичко[10] Гнездо горлицы[11]
2-се 20 апрель 2018[12] Киев, КВЦ «Парковый» Ахтем Сеитаблаев һәм Василиса Фролова[13] Киборги[14]
3-сө 19 апрель 2019 [8] Киев, КВЦ «Парковый» Дарья Трегубова һәм Олег Панюта[15]. Донбасс[16].
4-се 3 май 2020[17] Онлайн [20] Дарья Трегубова һәм Тимур Мирошниченко[18] Мои мысли тихие[19]

Әҙәбиәт үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. http://odessareview.com/return-gold-dziga-ukraines-oscars/
  2. Лілія Зінченко.Оголошено переможців української кінопремії «Золота дзиґа».Детектор медіа.Дата обращения: 21 апреля 2017.
  3. Національна Кінопремія: оголошено longlist номінантів на офіційному сайті Національної кіноакадемії. Процитовано 06.04.2017
  4. Номінанти {{{2}}}. на офіційному сайті Української кіноакадемії. Процитовано 06.04.2017
  5. Український «Оскар» отримав фільм «Мої думки тихі» lviv.ua 04.05.2020
  6. Національну кінопремію «Золота Дзиґа» вручатимуть у 4 нових номінаціях — Сценарна майстерня, 2 жовтня 2017
  7. Національну кінопремію «Золота Дзиґа» вручатимуть у 4 нових номінаціях — Сценарна майстерня, 2 жовтня 2017
  8. В Україні створено Національну кіноакадемію та кінопремію «Золота дзиґа» // ДМ, 20 лютого 2017
  9. Національна Кінопремія презентує головний символ — статуетку «Золота Дзиґа» на офіційному сайті Національної кіноакадемії. Процитовано 12.04.2017
  10. Ведучим церемонії вручення Першої Національної Кінопремії стане Олександр Скічко (укр.) (9 март 2017).
  11. Стрічка «Гніздо горлиці» перемогла в номінації «Найкращий фільм» (укр.) (21 апрель 2017).
  12. Національну кінопремію «Золота Дзиґа» вручатимуть у 4 нових номінаціях (укр.).
  13. Ведучими «Золотої Дзиґи» стануть Ахтем Сеітаблаєв і Василіса Фролова (укр.) (27 февраль 2018).
  14. Даша Плахтій, Вячеслав Довженко, Наталя Ворожбіт та інші - лауреати кінопремії «Золота Дзиґа» (укр.) (20 апрель 2018).
  15. Ведучими «Золотої Дзиґи 2019» стануть Дар'я Трегубова та Олег Панюта (укр.). Детектор медіа (18 февраль 2019). Дата обращения: 19 февраль 2019.
  16. Лілія Зінченко. Оголошено переможців кінопремії «Золота Дзиґа 2019» (ПОВНИЙ ПЕРЕЛІК) (укр.). Детектор медіа (19 апрель 2019). Дата обращения: 19 апрель 2019.
  17. Онлайн-церемонія четвертої національної кінопремії «Золота Дзиґа» пройде 3 травня (укр.) (6 апрель 2020).
  18. Ведучими онлайн-церемонії вручення Четвертої Національної кінопремії стануть Дар'я Трегубова та Тімур Мірошниченко (укр.) (24 апрель 2020).
  19. Украинский Оскар: «Мои мысли тихие» и «Домой» — главные триумфаторы кинопремии «Золота Дзиґа 2020» (3 май 2020). 2022 йыл 20 февраль архивланған.

Һылтанмалар үҙгәртергә