Алте́я Ги́бсон (ингл. Althea Gibson; 25 август 1927(19270825), Силвер, Көньяҡ Каролина — 28 сентябрь 2003, Ист-Ориндж[en], Нью-Джерси) — америка һөйәрмән теннисисы һәм гольфсыһы, 1950-сы йылдарҙың икенсе яртыһындағы донъя ҡатын-ҡыҙҙар теннисы лидеры.

  • Ҙур шлем турнирҙарының 1956—1958 йылдарҙа яңғыҙ, парлы һәм ҡатнаш разрядтарында 11 тапҡыр еңеүсе.
  • Ҙур шлем турнирҙарында еңгән беренсе ҡара тәнле еңеүсе.
  • AP версияһы буйынса «Йыл спортсыһы» (1957).
  • Халыҡ-ара теннис даны залы ағзаһы (1971 йылдан алып).
Алтея Гибсон
Рәсем
Зат ҡатын-ҡыҙ[1]
Гражданлыҡ  Америка Ҡушма Штаттары
Спортта ил өсөн сығыш яһай  Америка Ҡушма Штаттары
Тыуған көнө 25 август 1927({{padleft:1927|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:25|2|0}})[2][1][3][…]
Тыуған урыны Silver[d], Кларендон[d], Южная Каролина[d], Америка Ҡушма Штаттары[2]
Вафат булған көнө 28 сентябрь 2003({{padleft:2003|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:28|2|0}})[4][1][3][…] (76 йәш)
Вафат булған урыны Ист-Ориндж[d], Эссекс[d], Нью-Джерси, Америка Ҡушма Штаттары[4]
Үлем сәбәбе дыхательная недостаточность[d]
Ерләнгән урыны Rosedale Cemetery[d][5]
Һөнәр төрө теннисист, теннисный тренер, автобиограф, гольфист
Уҡыу йорто Флоридский университет A&M[d]
Williston School[d]
Әүҙемлек осороноң тамамланыуы 1958
Спорт командаһы ағзаһы United States Wightman Cup team[d][2]
Спорт төрө теннис һәм Гольф
Одиночные матчи (в/п) 0–0
Парные матчи (в/п) 0–0
Рабочая рука праворукость[d][6]
Играющая рука праворукость[d][7]
Ойошма ағзаһы Alpha Kappa Alpha[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Бейеклеге/буйы 1,8 метр
Победа 1957 U.S. National Championships – women's singles[d], 1958 U.S. National Championships – women's singles[d], 1956 French Championships – women's singles[d], 1957 Wimbledon Championships – women's singles[d] һәм 1958 Wimbledon Championships – women's singles[d]
Приз фонды 0 $
 Алтея Гибсон Викимилектә

Тормош юлы

үҙгәртергә

Алтея Гибсон мамыҡ үҫтереүсе һәм ҙур көс түгеп фәҡирлектән көн итеүсе фермерҙар ғаиләһендә тыуа. Ул биш бала араһында иң өлкәне.

Бөйөк Депрессия йылдарында уларҙың ғаиләһе Нью-Йоркка күсеп килә, Алтеяның атаһы, Дэниел Гибсон, бындағы гараждарҙың береһендә эш урыны таба.

Бала сағында Алтея бер нисә йыл инәһе йортонда Филадельфияла йәшәй[8]. Ул бик иртә мәктәптә уҡыуын ташлай һәм 14 йәшендә бер нисә эш урынын алыштырып өлгөрә[9].

1946 йылдан алып Гибсон Уилмингтондың (Төньяҡ Каролина) мәктәбендә уҡый. Мәктәпте тамамлағандан һуң уның дуҫтары Алтеяға ҡара тәнле студенттар өсөн асылған Флорида ауыл хужалығы һәм механика университетына (Таллахассиҙа) уҡырға инергә ярҙам итә.

Алтея был уҡыу йортон 1953 йылда «физик тәрбиә» һөнәре буйынса тамамлап сыға. Уҡыуҙы тамамлағандан һуң, ул Джефферсон-Ситиҙағы, шулай уҡ ҡара тәнле студенттар әҙерләүсе Линкольн университетында бер аҙ ваҡыт тренер булып эшләй.

Бер үк ваҡытта ул Сидни Ллевеллинда теннис буйынса күнекмәләр ала. Сидни Ллевеллин етәкселегендә Алтея ун йыллыҡтың икенсе яртыһында үткәрелгән эре турнирҙарҙа еңеүҙәргә өлгәшә.

1958 йылда данлыҡлы Гибсон үҙенең «Я всегда хотела кем-то стать» автобиографик китабын яҙа (ингл. I Always Wanted to Be Somebody).

Бер йыл үткәс, уның башҡарыуында йырҙар пластинкаһы сыға. Ул шулай уҡ, «Кавалеристы» нәфис фильмында киноға төшә[10].

1965 йылда ул кейәүгә сыға. 1983 йылда, ире Дарбен менән айырылышҡандан һуң, ул үҙенең элекке тренеры Сидни Ллевеллинға иргә сыға. Ләкин тиҙҙән уның менән дә айырылыша.

1970-сы йылдарҙың урталарында ул Нью-джерси штатында һәм федераль кимәлдә административ вазифалар башҡара (спорт эштәре буйынса комиссар, физкультура һәм спорт мәсьәләләре буйынса губернатор кәңәшсеһе була).

1990-сы йылдар уртаһында Алтея Гибсон инсульт үткәрә. Һаулығын юғалтыу уның финанс хәлен ауырлаштыра. Бары корт буйынса элекке партнеры Анджела Бакстон ойошторған мәрхәмәтлек йыйымдары уны үҙ-үҙенә ҡул һалыуҙан һаҡлап ҡала[11].

Алтея Гибсон Ист-Оринджда (Нью-Джерси) 2003 йылдың сентябрендә вафат була.

Теннис карьераһы

үҙгәртергә

Алтея Гибсон үҫмер сағында уҡ теннис уйнай башлай. Уға 14 йәш булғанда Нью-Йорк социаль ярҙам идаралығы хеҙмәтсәндәре Алтеяға һаҡсы хеҙмәтен таба һәм уға урындағы полиция бүлегенең спорт секцияһына юллама бирә.

Бында Нью-Йорктың иң яҡшы «Космополитен» негрҙар клубы тренеры Алтеяға иғтибар итә.

1941 йылда Гибсон клуб ағзаһы абонементын һатып ала алһын өсөн, тренер уға мәрхәмәтлек аҡсаһы йыйып биреүҙе ойоштора.

Шул уҡ йылда Гибсон Нью-Йорк штатының асыҡ чемпионатында еңеп сыға[12]. 1942 йылда ул ҡара тәнле тенниссыларҙы берләштергән Америка теннис ассоциацияһы эгидаһында үҙенең беренсе турнирында уҡ еңеү яулай.

1946 йылда Гибсон Уилмингтонға күсә. Бында уның яңы тренеры Хьюберт Итон була. Бер йыл үтеүгә Гибсон Америка теннис ассоциацияһының чемпионы була (һуңынан был титулды Алтея туғыҙ тапҡыр яулап ала)[13].

АҠШ-тың ҡара тәнле тениссылары араһында бер нисә тапҡыр чемпион булыуына ҡарамаҫтан, уны әлегә тиклем Халыҡ-ара АҠШ чемпионатында ҡатнаштырмайҙар.

Бары тик 1950 йылда йәмғиәт баҫымы арҡаһында ғына (шул иҫәптән аҡ тәнле тенниссы Элис Марблдың[14] теннис журналына яҙған мәҡәләһе баҫымы аҫтында) Гибсонға ярыштарҙа ҡатнашырға рөхсәт бирәләр.

Ул ярыштарҙың беренсе түңәрәгендә еңеп сыға, ә икенсе түңәрәгендә ул замандағы АҠШ-тың иң шәп тенниссыһы, Луизе Брафтан ғына ике көн буйына барған өс сетта 9:7 иҫәбе менән еңелә.

1951 йылда ул Уимблдон турнирында уйнай. Был уйында ул негрҙар араһынан ярышта ҡатнашҡан иң тәүге тенниссы була[14].

1956 йылда Гибсон АҠШ Дәүләт департаменты ойошторған АҠШ йыйылма командаһының донъя турында ҡатнаша.

Ошо уҡ йылда ул Ҙур шлем турнирында — Франция чемпионатында беренселекте яулай. Ул бер үҙе ярышҡанда ла һәм шулай уҡ, британ йәһүде Анджела Бакстон менән парлашып сығыш яһағанда ла еңеүсе була.

Уларҙың бер айҙан һуң Уимблдонда икенсе тапҡыр еңеүҙәре тураһында «Таймс» гәзитендә сыҡҡан «Меньшинства побеждают» мәҡәләһендә яҙылып сыға[15].

1957 йылда Гибсон Уимблдон турнирында яңғыҙ һәм парлы разрядтарҙа уйнауҙа, ә йыл аҙағында — АҠШ чемпионатында еңеүсе була.

Ул шулай уҡ, Ширли Фрай менән парлашып Австралия чемпионатында ла еңеү яулай.

Йыл сезоны һөҙөмтәләре буйынса «Associated Press» агентлығы тарафынан Алтея Гибсон «йыл спортсыһы» тип атала. 1958 йылда ул үҙ титулдарына тағы ла яңғыҙ разрядта ике тапҡыр һәм парлы разрядта бер тапҡыр еңеүсе титулын өҫтәй.

Эре һөнәрмән турнирҙараҙа еңеүенә ҡарамаҫтан, Гибсон аҡсаға мохтажлыҡ кисерә һәм шунлыҡтан ул 1959 йылда һөнәри теннисҡа күсергә мәжбүр була.

1960 йылда ул һөнәри тенниссылар араһында АҠШ чемпионы була. Ул шулай уҡ, баскетбол ярыштары алдынан да оҫтасылыҡ дәрестәре менән сығыш яһай[16].

Оҙаҡ ваҡыт уйнамай торғандан һуң, 1964 йылда ГибсонLadies Professional Golf Association (LPGA) профессиональ лигаға ҡушылып, 1970-се йылдарҙа кортка профессиональ тенниссы булып кире ҡайта. Ләкин әллә ни ҙур ҡаҙаныштарға өлгәшә алмай, шунлыҡтан ул 1975 йылда тренер һәм администратор эшенә күсә[16].

1971 йылда уның исеме Милли (һуңынан Халыҡ-ара) теннис даны залының исемлегенә индерелә. Уның исеме, шулай уҡ, Флорида һәм Көньяҡ Каролина спорт даны залдарының һәм Ҡара тәнле спортсыларҙың Дан залына индерелә[14].

Карьераһында Ҙур шлем турнирҙарының финалында уйнауы

үҙгәртергә

Яңғыҙ разряд

үҙгәртергә
Йыл Турнир Финалдағы ярышташы Финалдағы иҫәп
1956 Франция чемпионаты   Анджела Мортимер 6-0, 12-10
1957 Уимблдон турниры   Дарлин Хард 6-3, 6-2
1957 АҠШ чемпионаты   Луиза Браф 6-3, 6-2
1958 Уимблдон турниры (2)   Анджела Мортимер 8-6, 6-2
1958 АҠШ чемпионаты (2)   Дарлин Хард 3-6, 6-1, 6-2

Еңелеү (2)

үҙгәртергә
Йыл Турнир Финалдағы ярышташы Финалдағы иҫәп
1956 АҠШ чемпионаты   Ширли Фрай-Ирвин 3-6, 4-6
1957 Австралия чемпионаты   Ширли Фрай-Ирвин 3-6, 4-6

Ҡатын-ҡыҙҙар парлы разряды

үҙгәртергә
Йыл Турнир Партнёр Финалдағы ярышташтары Финалдағы иҫәп
1956 Франция чемпионатыи   Анджела Бакстон   Дарлин Хард
  Дороти Хед-Нод
6-8, 8-6, 6-1
1956 Уимблдон турниры   Анджела Бакстон   Фэй Мюллер
  Дафна Сини
6-1, 8-6
1957 Австралия чемпионаты   Ширли Фрай-Ирвин   Мери Бевис-Хотон
  Фэй Мюллер
6-2, 6-1
1957 Уимблдон турниры (2)   Дарлин Хард   Мери Бевис-Хотон
  Тельма Койн-Лонг
6-1, 6-2
1958 Уимблдон турниры (3)   Мария Буэно   Маргарет Варнер-Блосс
  Маргарет Осборн-Дюпон
6-3, 7-5
Йыл Турнир Партнёр Финалдағы ярышташтары Финалдағы иҫәп
1957 АҠШ чемпионаты   Дарлин Хард   Луиза Браф
  Маргарет Осборн-Дюпон
2-6, 5-7
1958 АҠШ чемпионаты (2)   Мария Буэно   Джин Арт
  Дарлин Хард
6-2, 3-6, 4-6

Ҡатнаш парҙар разряды

үҙгәртергә
Йыл Турнир Партнёр Финалдағы ярышташтары Финалдағы иҫәп
1957 АҠШ чемпионаты   Курт Нильсен   Дарлин Хард
  Боб Хоу
6-3, 9-7
Йыл Турнир Партнёр Финалдағы ярышташтары Финалдағы иҫәп
1956 Уимблдон турниры   Гарднар Маллой   Ширли Фрай-Ирвин
  Вик Сейксас
6-2, 2-6, 5-7
1957 Уимблдон турниры (2)   Нил Фрейзер   Дарлин Хард
  Мелвин Роуз
4-6, 5-7
1958 Уимблдон турниры (3)   Курт Нильсен   Лоррейн Кохлан-Грин
  Боб Хоу
3-6, 11-13

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 1,2 Deutsche Nationalbibliothek Record #130256692 // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
  2. 2,0 2,1 2,2 Tingay L. 100 years of Wimbledon (ингл.)London Borough of Enfield: Guinness Superlatives, 1977. — P. 211.
  3. 3,0 3,1 Althea Gibson // SNAC (ингл.) — 2010.
  4. 4,0 4,1 Collins B. The Bud Collins History of Tennis (ингл.): An Authoritative Encyclopedia and Record Book — 2 — NYC: New Chapter Press, 2010. — P. 580. — ISBN 978-0-942257-70-0
  5. Find a Grave (ингл.) — 1996.
  6. Collins B. The Bud Collins History of Tennis (ингл.): An Authoritative Encyclopedia and Record Book — 2 — NYC: New Chapter Press, 2010. — P. 579. — ISBN 978-0-942257-70-0
  7. сайт ITF
  8. Biracree, 1990, pp. 23—28
  9. Johnson, 1996, p. 186
  10. Алтея Гибсон  (инг.) Internet Movie Database сайтында
  11. Darryll Lorenzo Wellington. Courting Change: The Life of Tennis Legend Althea Gibson (ингл.). The Crisis (Nov-Dec 2004). Дата обращения: 2 июнь 2011.
  12. Johnson, 1996, p. 188
  13. Сайт, посвящённый Алтее Гибсон  (инг.)
  14. 14,0 14,1 14,2 Jone Johnson Lewis. Althea Gibson (ингл.). Women's history. Дата обращения: 2 июнь 2011. Архивировано 1 август 2012 года.
  15. Vernon Clark. A tennis friendship, well-served Doubles partner Angela Buxton visits the Althea Gibson center (ингл.). The Philadelphia Inquirer (2 сентябрь 2006). Дата обращения: 2 июнь 2011. Архивировано 1 август 2012 года.
  16. 16,0 16,1 Основные события жизни 2011 йыл 7 июль архивланған. на сайте, посвящённом Алтее Гибсон  (инг.)
  • Tom Biracree. Althea Gibson. — Chelsea House, 1990. — 178 с. — ISBN 0-87067-563-X.
  • Anne Janette Johnson. Althea Gibson // Great Women in Sports. — Detroit: Visible Ink, 1996. — С. 186—190. — 552 с. — ISBN 0-7876-0873-4.

Һылтанмалар

үҙгәртергә