Алпаров Ғибат Хәбибулла улы
Алпаров Ғибат Хәбибулла улы (14 ноябрь 1888 йыл Ҡорманай, Стәрлетамаҡ өйәҙе, Өфө губернаһы, Рәсәй империяһы — 31 июль 1936, Ҡазан, Татар АССР-ы, РСФСР, СССР) — ғалим-төркиәтсе, профессор (1932). Татар, ҡаҙаҡ һәм төркмән телдәре буйынса дәреслектәр авторы.
Алпаров Ғибат Хәбибулла улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
Рәсәй империяһы СССР |
Тыуған көнө | 14 ноябрь 1888 |
Тыуған урыны |
Ҡорманай, Рәсәй Ауырғазы районы, СССР |
Вафат булған көнө | 1936 |
Вафат булған урыны | Ҡазан, РСФСР, СССР |
Һөнәр төрө | лингвист, ғалим, юғары мәктәп уҡытыусыһы |
Эш урыны | Мөхәмәҙиә мәҙрәсәһе |
Уҡыу йорто | Ленинград көнсығыш институты[d] |
Ғилми дәрәжә | филология фәндәре кандидаты[d] |
Алпаров Ғибат Хәбибулла улы Викимилектә |
Биографияһы
үҙгәртергәҒибат Хәбибулла улы Алпаров 1888 йылдың 14 ноябрендә Өфө губернаһының Стәрлетамаҡ кантоны Ҡорманай ауылында мулла ғаиләһендә тыуа. Ауыл мәҙрәсәһен тамамлап, Өфөләге «Ғәлиә» мәҙрәсәһенә уҡырға инә. Артабан Ҡазандың уҡытыусылар мәктәбендә белем ала.
1917 йылдан һуң уҡытыуслар, ҡыҙылармеецтар курстарында, Өфө эшсе-крәҫтиән университетында уҡыта; «Көрәш» (Борьба), «Кызыл яу» (Красный бой), «Кызыл армия» (Красная армия), «Шәрык ярлылары» (Восточная беднота) гәзиттәрендә әүҙем журналистлыҡ эш алып бара.
1921—1924 йылдарҙа һаулығы торошо буйынса Урта Азияға килеп дауаланырға мәжбүр була, шунда йәшәй һәм эшләй, төркмән һәм ҡаҙаҡ орфографияһын төҙөүҙә ҡатнаша. Журналистика эшен Ташкентта «Чолпан» журналында һәм «Аҡ жол» гәзитендә дауам итә, Төркөстан Халыҡ мәғарифы комиссариаты янында «Ғилми советтың» ғилми хеҙмәткәре вазифаһын башҡара, дәреслектәр төҙөүҙә әүҙем ҡатнаша: 1924 йылда «Төрекмән теленең грамматикасы» (Грамматика туркменского языка) дәреслеген төҙөү буйынса ғалимдар коллективы етәксеһе була.
1924 йылдарҙа Башҡортостан Халыҡ комиссариаты эргәһендәге ғилми үҙәк секретары булып эшләй, 1925 йылдан — Татар АССР-ының Халыҡ мәғарифы комиссариатының академик үҙәге ҡарамағында.
1926-1930 йылдарҙа ғалим Ленинград Көнсыгғш институтында юғары белем ала, уны таммалағас, шунда уҡ аспирант-ассистент итеп эшкә калдырыла. Аспирантураны уңышлы тамамлағандан һуң Ғибат Алпаров Ҡазанга ҡайта һәм үҙ ғүмеренең аҙағына тиклем Көнсығыш педагогия институтында башта доцент, артабан профессор булып эшләй. Шул йылдарҙа ул һуңғараҡ күренекле ғалим булып таныласаҡ аспиранттар Ш. Рамазанов, В. Хангилдин, Л. Йәләлетдинов, Ф. Хәмиҙуллин һәм Г. Хәбибнең фәнни эштәре менән етәкселек итә[1].
Ғалимдың «Тел гыйлеменең кыскача тарихы» исемле хеҙмәте дл студенттарға һәм аспиранттарға ҡиммәтле фәнни сығанаҡ булып ҡала бирә[1].
Фәнни эшмәкәрлеге
үҙгәртергәУға орфография, морфология, синтаксис татар теле буйынса ғилми хеҙмәттәр ҡарай: .
1912 йылда татар хәрефтәре, алфавит һәм орфографияһы тураһында китап-брошюраһы баҫылып сыға. Һуңынан «Әлифба тәртибе, имла кагыйдәләре, атамалар мәсьәләсе, халык әдәбиятын җыю турында инструкцияләр җыентыгы» (Сборник инструкций о порядке алфавита, правилах орфографии, вопросах терминологии и сборе народного творчества) китабы донъя күрә.
1926 йылда «Безнең юл» журналында «Латин түгел, гарәп» (Не латиница, а арабика) мәҡәләһе баҫылып сыға, мәҡәләһендә ул телде латинлаштырыуға ҡаршы сығыш яһай. 1927 йылда латиница ҡабул итер алдынан уның ғәрәп графикаһы нигеҙендә татар теленең орфографияһы һүҙлеге («Татар теленең имла сүзлеге». — 139 с.) сыға. 1927 йылда латин рәсми рәүештә ҡабул ителгәс, Алпаров «Фонетик транскрипцияме, гамәли язумы?» (Фонетическая транскрипция или практическое письмо? — «Мәгариф», 1928. — № 9) мәҡәләһе менән сығыш яһай.
1926 йылда ул татар һәм башҡорт мәктәптәре өсөн урыҫ әлифбаһын төҙөүҙә ҡатнаша: Ҡыҙыл мәктәп: баҫым менән Текстар һәм тәржемәләр / Г.Х.. Алпаров, А. М. Васильев,Р.С. Газизов — Казань: Гос. изд-во Т.С.С.Р, 1926. — 110 с. Шулай уҡ 1926 йылда ул татар телен өйрәнеүҙә беренсе фундаменталь фәнни тикшеренеү эшен Шәкли нигездә татар грамматикасы («Формальная грамматика татарского языка») баҫтырып сығара.
Алпаровтың төп ғилми хеҙмәте «Шәкли нигездә татар грамматикасы. Телебезне гыйльми тикшерү юлында бер тәҗрибә» (Татарская грамматика на формальной основе. Опыт научного исследования нашего языка) була.
Алпаров хеҙмәтенең хәҙерге баҫмаһы: Сайланма хезмәтләр: фонетика, графика, орфография, грамматика, мәсьәләләре. — Казан: Мәгариф, 2008. — 287 с. — ISBN 978-5-7761-1879-1.
1936 йылдың 31 июлендә Ҡазанда вафат була. Ҡазандың Арча зыяратында ерләнә[2]
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Татарский энциклопедический словарь, Казань, Институт Татарской энциклопедии АН РТ, 1998. — С. 703.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 Гибад Алпаров 2022 йыл 24 май архивланған.
- ↑ Алпаров Гибадулла Хабибуллович
Сығанаҡтар
үҙгәртергә- Гибад Хабибуллович Алпаров . Татарская энциклопедия.
- Гибад Хабибуллович Алпаров . Казанский университет.(недоступная ссылка)