Алмас (исем)

башҡорт ир-ат исеме

Алмас — башҡорт ир-ат исеме. Башҡа төрки халыҡтарҙа ла Алмас исеме бар.

Алмас

Этимология

үҙгәртергә

Алмас башҡорт исеме. Аҫыл таш исеменән алынған. Бала һау-сәләмәт, ныҡ, затлы, үткер, абруйлы булһын тигән теләктә ҡушыла[1].

Билдәле кешеләр

үҙгәртергә

Әмиров Алмас Хәдис улы (6 май 1968 йыл)— театр актёры. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2004) һәм Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр дәүләт премияһы лауреаты (2003).

Шәйхулов Алмас Ғәлимйән улы (25 октябрь 1945 йыл) — тел ғалимы-төрҡиәтсе. 1975 йылдан Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 2009 йылдан татар филологияһы кафедраһы мөдире. Филология фәндәре докторы (2001), профессор (2001). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2011).

Ғафаров Алмас Айрат улы (19 июнь 1968 йыл) — «АНТ» ансамбле етәксеһе, йырсы, ҡурайсы, һәүәҫкәр композитор. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1997). Башҡортостан Республикаһының Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр дәүләт премияһы лауреаты — «Аманат» студияһында милли музыканы үҫтереүгә индергән хеҙмәттәре өсөн (1998).

Шаммасов Алмас Рауил улы — шағир, журналист, Шәйехзада Бабич исемендәге дәүләт республика йәштәр премияһы лауреаты (2017).

Наги, йәки Оло Алмас — Трансильваниялағы ауыл, Клаузенбургтан 53 км төньяҡ-көнбайышта урынлашҡан.

Алмас йәки Гомород-Алмас — Трансильваниялағы ауыл. Удваргели комитатында, Гомород йәлғаһы буйында урынлашҡан.

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә

Алмас (минерал) (оғәр. ألماس‎, ’almās, бор. грек. ἀδάμας — «еңелмәҫ») — иң ҡаты минерал, тәбиғи углеродтың кристаллик төҙөлөшлө төрҙәренең береһе. Ғәҙәттә, алмаз кристалдары төҫһөҙ, һирәк осраҡтарҙа -һары, ҡоңғорт, йәшел, ҡара һ.б. төҫтәрҙә була. Ҡатылығы 10, тығыҙлыгы 3,5г/см3, ыуалыусан. Кислоталарға бирешмәй. Тәбиғи алмаздарҙың үлсәме микроскопик бөртөктәрҙән массалары йөҙәр һәм меңәр каратка еткән (1 карат = 0,2 г) сағыштырмаса эре кристалдарға тиклем була; 100 караттан эрерәк алмаз кристалдары һирәк осорай. Тәбиғи алмаздар ювелир (Ер шарында сығарылғандарының 25 % -ы) һәм техник төрҙәргә бүленә. Сәнәғәттә синтезланған техник алмаздар күләме тәбиғи табылғандан күпкә артыҡ. Төрлө приборҙар, ҡоралдар, абразив порошок һәм пасталар, бриллиант һ.б. эшләп сығарыуҙа ҡулланыла.

Алмас — Зюмег һәм Бараниа венгр комитаттарындағы балыҡҡа бай йылға. Был йылға буйында Сигет ҡалаһы урынлашҡан. Алмас йылғаһы Драва ҡушылдығы Гионгиос йылғаһына ҡоя.

Алмас йылғаһы — Бразилия таулығының үҙәк өлөшөндәге Серра-Дорада тауҙарының көнсығыш битләүендә баш алған йылға. Алмас йылғаһы Мараньян йылғаһы менән ҡушылып Токантинс йылғаһын барлыҡҡа килтерә.

Алмас (мадьяр., алмааш тип әйтелә, йәғни алмаға бай) — Венгрияның һәм Трансильванияның күп кенә емешкә бай үҙәндәре шулай атала.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Сығанаҡтар

үҙгәртергә


Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ