Ваҡ сысҡандар
Ваҡ сысҡандар | ||||||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Урман ваҡ сысҡаны (Sicista betulina) | ||||||||||||||||
Фәнни классификация | ||||||||||||||||
|
||||||||||||||||
Латинса исеме | ||||||||||||||||
Sicista Gray, 1827 | ||||||||||||||||
|
Ваҡ сысҡандар (лат. Sicista) — кимереүселәр отрядының ялман сысҡан һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған заты.
Ҡылыҡһырлама
үҙгәртергәКәүҙә оҙонлоғо 5—7,7 см, ауырлығы 25 г тиклем. Йөнө ҡыҫҡа, төҫө ерәнһыу-көрәндән алып ҡуңырһыу-һороға тиклем, арҡаһы буйлап буй ҡара һыҙат үтә. Башы осло моронло, күҙе бәләкәй, ҡолағы овал, ҡара‑көрән йәки ҡара‑ҡуңыр, ситтәренән һарғылт ҡаймалы. Артҡы аяғы алғыһынан 2 тапҡырға тиерлек оҙонораҡ. Ҡойроғо 8,5—10 см, эләктереүсән, ҡыҫҡа ҡаты төк м-н ҡапланған.
Үрсеүе
үҙгәртергәЕнси яҡтан 1 йылда өлгөрә. Ғәҙәттә, йылына 1 тапҡыр 4—6 бала тыуҙыра. 2—3 йыл йәшәй. Эңерҙә, төндә, көҙ аҙағында шулай уҡ көндөҙ ҙә әүҙем. Ҡышын йоҡоға тала.
Туҡланыуы
үҙгәртергәБөжәк һәм уның балағорттары, үрмәксе һымаҡтар һ.б. ваҡ умыртҡаһыҙҙар, үҫемлектең сәскәһе, емеше һәм орлоғо м-н туҡлана.
Таралыуы
үҙгәртергәУрман ваҡ сысҡаны ағас тамыры араһындағы бушлыҡта, ағас ҡыуышында, серегән ағас төбөндә йәшәй, ҡайһы берҙә тупраҡта ҡыҫҡа өңдәр ҡаҙый; дала зонаһынан башҡа республиканың бөтә биләмәһендә һыубаҫар әрәмәлегендә, урман һыҙатында осрай; дала ваҡ сысҡаны — ваҡ кимереүселәрҙең ташландыҡ өңдәрендә, Башҡортостандың Урал аръяғы далаларында һәм болондарында тереклек итә. 14 төрө билдәле. Башҡортостанда урман ваҡ сысҡан һәм дала ваҡ сысҡаны тереклек итә.
Кеше өсөн зарары
үҙгәртергәВаҡ сысҡан инфекцион ауырыуҙарҙы (талпан энцефалиты, туляремия һ. б.) таратыусы.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Ваҡ сысҡандар // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.