Алисов Пётр Федосеевич

публицист, поэт

Алисов Пётр Федосеевич (17 август 1846 йыл — 1928 йыл) — публицист, шағир.

Алисов Пётр Федосеевич
Рәсем
Зат ир-ат[1]
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
 СССР
Тыуған көнө 5 (17) август 1846 или 1847[2]
Тыуған урыны Старооскольский уезд[d], Курск губернаһы[d], Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө иртәрәк1928 или 1928[1]
Вафат булған урыны Санкт-Петербург, Рәсәй империяһы
Һөнәр төрө шағир, публицист, революционер

Биографияһы

үҙгәртергә

Алисов Петр Федосеевич 1846 йылдың 5 (17) авгусында Курск губернаһы (хәҙер Белгород өлкәһе) Старооскольский өйәҙенең Петровское ауылында тыуған. Башҡа мәғлүмәт буйынса, уның тыуған урыны — шул уҡ губернаның Цыгановка ауылы[3]. Уның ғаиләһе боронғо дворян Алисов ырыуына ҡарай, һәм ул декабрист Владимир Раевскийҙың яҡын ғына туғаны[4]. Воронеж кадет корпусына тәрбиәләнә, ләкин уны тамамлай алмай. «1800-1917 йылдарҙағы рус яҙыусыһы» биографик һүҙлек мәғлүмәттәре буйынса ул кадет корпусына 1857 йылда уҡырға инә һәм 1862 йылға тиклем уҡый, әммә Алисов үҙ әҫәрҙәренең береһендә уҡырға инеү датаһы тип 1859 йылды күрһәтә[5]. Кадет корпусында Алисов тәүге тапҡыр Спиноза, Кант, Шлегель, Шеллинг, Гегель эштәре менән таныша, тик уларҙа «бер һүҙҙе лә аңлай алмай». Алисов кадеттарға Харьковтан студенттар ебәргән китаптар тип Бюхнерҙың «Сила и Материя», Фейербахтың «Сущность христианства», Ренандың «Жизнь Иисуса» текстарын һанай. Ғөмүмән, кадет корпусы тураһында Алисов иң йәмһеҙ хәтирәләр ҡалдыра. Уның һүҙҙәре буйынса, уның бер ағаһы аҙ ғына ғәйебе өсөн карцерға ябыла һәм унда ҡыҙылсанан үлә. Бынан тыш, корпуста кадеттарҙы ҡаты язалау практикаһы, шул иҫәптән, туҡмау ҡулланыла.

1862 йылдан алып 1865 йыл бөткәнсе Алисов үҙ имениеһында, ә һуңынан бер нисә йыл Рәсәйҙең көньяғында — Ҡырымда һәм Одессала йәшәй. 1870 йылда (башҡа мәғлүмәттәр буйынса — 1871) ҡатыны менән бергә Францияла йәшәй башлай, унда хөкүмәткә ҡаршы брошюралар ижад итә[4]. Мысырҙа һәм Италияла була[3]. 1877 йылда «Общее дело» гәзитенең даими хеҙмәткәренә әүерелә, бынан тыш, Петр Ткачевтың «Набат» журналына һирәкләп яҙа. Шул уҡ йылда «Сборник литературных и политических статей» китабын сығара, унда донъялағы һуңғы ваҡиғалар тураһында яҙа: Нечаева эше йәки Павленков процесы тураһында яҙа, шулай уҡ Жорж Санд, Шекспир һәм рус яҙыусылары әҫәрҙәре, мәҫәлән, Иван Тургенев «Довольно» повесы тураһында яҙа. М. Ю. Лермонтовтың «И скучно и грустно» шиғыры тураһында Алисов «был әҫәрҙең беренсе һәм һуңғы юлдарына тиклем мәйет еҫе сыға; ул сереү менән һуғарылған» тип яҙа[6]. 1880 йылдың 27 ғинуарында Ницца ҡалаһының префекты тырышлығы менән Алисов Франциянан сығарыла. La Lanterne (фр.)баш. хәбәрсеһенең әйтеүе буйынса, Рәсәй императрицаһы Мария Александровнаның Канны ҡалаһына килеү уңайынан префект Алисовтан китап кәштәләренән барлыҡ китаптарын алып ҡуйыуҙы талап итә (франц. il exige que ses brochures disparaissent momentanément de toutes les vitrines où elles sont en vente), ә ҡасан Алисов буйһонмағас, префект уға Яранцияға инеүҙе тыя префект[7]. Эш ҙур билдәлелек ала: хатта Карл Маркстың китапханаһында Алисовтың Франциянан ҡыуылыуының төп сәбәпсеһе булған «Набат» тарафынан сығарылған «Александр II Освободитель» брошюраһы була.

Жил он себе в прекрасной вилле на берегу Средиземного моря, ни одного революционера, кажется никогда в глаза не видел, но имел одну манию — писать брошюры. Сотни он их написал за восьмидесятые годы. В литературную критику редко пускался, больше писал о министрах, а самой любимой его темой был один физический недостаток Победоносцева. Человек он, должно быть, добрый, и наши голодные наборщики радовались его заказам, так как платил он хорошо, но распространять его произведения и они не решались. Никто их не продавал, не читал, и не было, мне кажется, ни одного эмигранта, который не обиделся бы, если бы его сравнить с Алисовым, как писателем.
Вера Засулич. Воспоминания

Алисов Франциянан ҡасып Италияға китә, бында уға ҡарата яңы суд процесы башлана: La Justice (фр.)баш. гәзите , Алисовты Сан-Ремола «Александр II Освободитель» памфлетын баҫтырған өсөн өс айға төрмәгәябалар һәм 500 франк штраф сәпәйҙәр, тип яҙа[8]. Шул уҡ йылда Алисов «Ф. М. Достоевский. (Примечания к овациям)» тәнҡит мәҡәләһен яҙа[4], ә киләһе йылда Ниццаға кире ҡайта һәм Франция территорияһында 1883 йылда яңынан ҡыуылғанса тиклем була[9]. 1894 йылдың ноябрендә француз гәзиттәре "Билдәле нигилист кенәз Алисов"тың (франц. une lettre du célèbre nihiliste prince Alissoff) Александр III революционерҙар тарафынан бәләкәй дозалы фосфор менән ағыулауҙары тураһындағы хатын (франц. par une série de légères doses de phosphore) баҫтыралар[10]. 1898 йылдың майында Алисов «социалистик идеяларҙы ихлас таратыусы» сифатында Флоренцияла ҡулға алына. Француз теленән тәржемә иткәндә, уны 1904 йылда уның француз теленә тәржемә ителгән «Христианство перед судом социализма» китабы сыға. 1917 йылда Алисов Рәсәйгә ҡайта һәм уның эҙе юғала. Моғайын, ул 1928 йылдан һуң Ленинградта вафат була.

 
1 (13) март 1881 йылдың II Александр үлтерелә. Билдәһеҙ рәссам.

Сәйәси ҡараштары һәм ижады

үҙгәртергә

Петр Алисов шиғырҙары буйынса дөйөм фекер итеп уларҙың юғары кимәлдә булмауы һәм шунлыҡтан художестволы ҡиммәттәре юҡлығы билдәләнә[4]. Шуға ҡарамаҫтан, шиғырҙары замандаштарының иғтибарын йәлеп итә, мәҫәлән, «Сатана» тигән атеистик поэмаһы". Мәҡәләләренә килгәндә, уларҙың «Народная воля» партияһы рухында яҙылуы билдәле һәм ике өлөшкә тарҡала. 1878 йылда ул сәйәси көрәшһеҙ генә тыныс юл менән һәм аҡрынлап социалистик идеяларҙы пропагандалау яҡлы була[3]. Әммә Вера Засуличтың батшаға һөжүменән һуң унда радикаль ҡараштар барлыҡҡа килә, был турала уның 1893 йылда сыҡҡан «Террор» брошюраһы һөйләй[11]. Плеханов, уның брошюраларын тиҙҙән хатта ханымдар ҙа уҡымаясаҡ, тип көлә. Публицистика алисов йоғонто яһаған йоғонтоһо Варфоломей Зайцев, уның менән приятельствовать. Дөйөм алғанда, эмиграциялағы иң радикаль идеологтарҙың береһе булған Алисов тажлы шәхестәрҙе физик юҡ итергә кәрәклеге тураһында әйткән.[12].

Китаптары

үҙгәртергә
  • Сборник литературных и политических статей. — Genève — Balle — Lyon: H. Georg, Libraire-Editeur, 1877. — 316 с.
  • Александр II Освободитель. — Genève: Imprimerie russe, 1879. — 24 с.
  • Александр III Реформатор : картина 1-2. — Genève: Типография А. Трусова, 1881. — 32 с.
  • Витова пляска. — Genève: Типография А. Трусова, 1881. — 16 с.
  • Апогей и перигей; Теплое слово о предательстве. — Genève: Imprimerie russe, 1889. — 16 с.
  • Будда [и другие стихотворения]. — Женева: Вольная русская типография, 1892. — 16 с.
  • Ящик Пандоры или Прелести самодержавия. — Genève, 1896. — 48 с.
  • Le christianisme jugé par le socialisme. — Nice: Imprimerie Honoré Robaudi, 1904. — 184 с.
  1. 1,0 1,1 Bibliothèque nationale de France идентификатор BNF (фр.): платформа открытых данных — 2011.
  2. Library of Congress Authorities (ингл.)Library of Congress.
  3. 3,0 3,1 3,2 Дунаева Е. Н. Рудин и Базаров в оценке критики 70-х годов // Том 76 : И. С. Тургенев : Новые материалы и исследования : сборник. — М.: Наука, 1967. — С. 571—578. Архивировано из первоисточника 14 август 2016.
  4. 4,0 4,1 4,2 4,3 Алисов, Пётр Федосеевич // Русские писатели. 1800—1917 : Биографический словарь. — М.: Советская энциклопедия, 1989. — Т. 1.
  5. Алисов П. Ф. Идиллия моей юности // Сборник литературных и политических статей. — Genève; Balle; Lyon: H. Georg, Libraire-Editeur, 1877. — С. 309—316.
  6. Тургенев И. С. Полное собрание сочинений. — 2-е изд. — М.: Наука, 1981. — Т. 7. — С. 494. — 560 с.
  7. Un Préfet plus Russe que le Czar  (фр.), La Lanterne (27 janvier 1880). 13 июнь 2016 тикшерелгән.
  8. Politique étrangère. Italie  (фр.), La Justice (7 avril 1880). 13 июнь 2016 тикшерелгән.
  9. Une Expulsion  (фр.), Le Petit Parisien (18 juin 1883). 13 июнь 2016 тикшерелгән.
  10. Bruits d'empoisonnement  (фр.), Le Radical (7 novembre 1894). 13 июнь 2016 тикшерелгән.
  11. Будницкий О. В. Терроризм в российском освободительном движении: идеология, этика, психология (вторая половина XIX — начало XX веков). — М.: РОССПЭН, 2000. — С. 92—93. — 399 с. — ISBN 5-8243-0118-2.
  12. Сердюк Е. А. Российский революционный терроризм: культурные, символические и идеологические ориентиры // NB: Философские исследования. — 2014. — № 7. — С. 126—145. — DOI:10.7256/2306-0174.2014.7.12754

Һылтанмалар

үҙгәртергә