Алексеева Татьяна Фёдоровна
Алексеева Татьяна Федоровна (24 июнь 1915 йыл — 15 ғинуар 1986 йыл) — СССР табибы, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1942 йылдан — Кимры район үҙәк дауаханаһы табибы. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1969), Калинин өлкәһендә был юғары исемгә лайыҡ булған берҙән-бер медик.
Алексеева Татьяна Фёдоровна | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Гражданлыҡ | СССР |
Тыуған көнө | 24 июнь 1915 |
Тыуған урыны | Кимры[d], Корчевской уезд[d], Тверь губернаһы[d], Рәсәй империяһы |
Вафат булған көнө | 15 ғинуар 1986 (70 йәш) |
Вафат булған урыны | Кимры[d], Тверь өлкәһе, РСФСР, СССР |
Ерләнгән урыны | Кимры[d] |
Уҡыу йорто | 1-се Мәскәү дәүләт медицина университеты |
Һуғыш/алыш | Бөйөк Ватан һуғышы |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Биографияһы
үҙгәртергә1915 йылдың 24 июнендә Тверь губернаһының Кимры ауылында (1917 йылдың 3 июненән — ҡала) тыуған[1]. Татьянаның олатаһы Кимрыға яҡын ауыл храмдарының береһендә священник булған, атаһы — урындағы дауаханала табип[1][2].
Беренсе Мәскәү медицина институтын тамамлай (2010 йылдан — И. М. Сеченов исемендәге Беренсе Мәскәү дәүләт медицина университеты) һәм Ҡаҙаҡ ССР-ында эшләй, 1939 йылда Кимрыға ҡайта, унда урындағы дауаханала табип-инфекционист булып хеҙмәт эшмәкәрлеген дауам итә[3].
Бөйөк Ватан һуғышының тәүге йылдарында 3-сө рангалағы хәрби табип Алексеева Төньяҡ-Көнбайыш фронтта хеҙмәт итә, унда 10-сы обсервация пункты медицина бүлеге начальнигы вазифаһын биләй[3].
1942 йылдың авгусында Кимрыға ҡабат ҡайта һәм унда хаҡлы ялға сыҡҡанға тиклем эшләй. Үҙәк район дауаханаһының инфекция бүлеге мөдире, участка терапевы вазифаһын биләй, шулай уҡ оҙаҡ ваҡыт Кимры медицина училищеһында уҡыта. 1972 йылда СССР профсоюздарының XV съезына делегат итеп һайлана[3].
1969 йылдың февралендә СССР Юғары Советы Президиумы Указы менән Татьяна Алексееваға, Ленин ордены һәм «Ураҡ һәм Сүкеш» миҙалы тапшырылып, «Социалистик Хеҙмәт Геройы» исеме бирелә[3].
1986 йылдың 15 ғинуарында Алексеева Кимры ҡалаһында вафат була, ҡаланың Үҙәк зыяратында ерләнә.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
үҙгәртергә- Социалистик Хеҙмәт Геройы
- Ленин ордены
- «Ураҡ һәм Сүкеш» миҙалы
- «Владимир Ильич Ленин тыуыуының 100 йыллығы айҡанлы» миҙалы
- «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы
Федорованың наградалары Кимры крайҙы өйрәнеү музейы экспозицияһына ҡуйылған.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 Коркунов, 2010, с. 236
- ↑ Бутузов, 1970, с. 20
- ↑ 3,0 3,1 3,2 3,3 Коркунов, 2010
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Бутузов Е. Ради жизни других // Герои Труда — калининцы: сборник статей / Сост. Н. Арапова. — М.: Московский рабочий, 1970. — С. 19—24. — 380 с. — 13 000 экз.
- Коркунов В. И. Имена в истории кимрского края: Герои Социалистического Труда // Страницы кимрской истории. Книга вторая: краеведческие очерки / В. И. Коркунов, В. В. Коркунов. — Тверь: Марина, 2010. — С. 236—240. — 344 с. — ISBN 978-5-903728-26-8.