Боҙ өҫтө һуғышы(нем. Schlacht auf dem Eise, лат. Prœlium glaciale — «Ледовая битва»), шулай уҡ Чудь күлендәге алыш (нем. Schlacht auf dem Peipussee) - 1242 йылдың 18 (5) апрелендә Александр Невский етәкләгән Новгород республикаһы менән Владимир көстәре Ливон ордены ғәскәренә ҡаршы (шул иҫәптән 1237 йылдан Ҡылыс йөрөтөүселәр Орденына ҡаршы) Чудь күлендә булған һуғыш.

Боҙ өҫтө һуғышы
Рәсем
Дәүләт  Рәсәй
Урын Чуд-Псков күле
Ваҡиға ваҡыты 5 апрель 1242
Ҡатнашыусылар Тевтонский орден[d], Дания һәм Новгород республикаһы
Карта
 Боҙ өҫтө һуғышы Викимилектә

Ливон орденының 1240-1242 йылдарҙағы баҫып алыу һөжүменең генераль бәрелеше Чудь күле боҙо өҫтөндә үткән.

Рәсәй хәрби даны көндәренең береһе - кенәз Александр Невскийҙың урыҫ һуғышсылары Чудь күлендә (Боҙ өҫтө һуғышы) немец рыцарҙарын еңеүе көнө 5 (18) апрель билдәләп үтелә).

Һуғыш башланыуы үҙгәртергә

 
1239-1245 картаһы

1237 йылдың декабрендә Рим папаһы Григорий IX Финляндияға икенсе тәре һуғышы иғлан итә, һәм 1238 йылдың июнендә Дания короле Вальдемар II һәм берләшкән орден магистры Герман Балк Эстонияны бүлеү һәм шведтар ҡатнашлығында Балтик буйында Рәсәйгә ҡаршы хәрби саралар тураһында килешәләр[1] Шул йылдарҙа Рәсәй ерҙәре монгол һөжүме менән көсһөҙләндерелгән булған.

Немецтар Изборск ҡалаһын ала, яу тоторға килгән 800 псков кешеһе һәләк була[2], Псковты ҡамайҙар, бер аҙнанан псков баярҙарынан улар яҡлылар ҡала ҡапҡаһын асып индерә. 1241 йылда, Александр Новгород ҡалаһы кешеләре саҡырыуы менән шунда бара, һәм Копорьены азат итә. Немецтарға ялланған кешеләрҙе башта ҡулға алһалар ҙа, сығаралар, ә чудь кешеләрен хыянат өсөн язалайҙар. 1242 йылдың март айында Псков алына. Рыцарҙар үҙ көстәрен тергеҙергә Дерпт епископлығына китә. Александр ғәскәре орденға ҡаршы һуғышырға бара, мәгәр еңелә һәм күл боҙона сигенеп, яңы алышҡа әҙерләнә башлай.

Алыш барышы үҙгәртергә

Ҡаршы ғәскәрҙәр 5 апрель 12421242 йылдың 5 апрелендә иртә менән осрашалар[3] Һуғыш башланған ваҡыт "Рифмалы йылъяҙмала" ошолай һүрәтләнә:

  Русские имели много стрелков, которые мужественно вышли вперёд и первыми приняли натиск перед дружиной князя  

Һуғыш башланғас алмандар "сусҡа" тигән тактиканы ҡулланып, урыҫ уҡсылары полктарының һыҙығын өҙгәндәр, ләкин Новгород ғәскәре Тевтон Ордены ғәскәре флангтарын ҡамап алған. Немецтарҙың башҡа отрядтары китергә мәжбүр булған.

Һуғыштан һуң Тевтон Ордены Новгород менән Солох тураһындағы килешеү төҙөргә мәжбүр булған. Орден баҫып алған урыҫ ерҙәре азат ителә. 10 йылдан тевтондар яңынан Псковҡа ҡаршы һөжүм ойошторғандар. 

Һуғыштың әһәмиәтен һәм масштабы үҙгәртергә

Рәсәй тарихы буйынса традицион ҡараш, был алышта, Нева алышында кенәз Александрҙың шведтарҙы (Нева, 1240 йылдың 15 июлендә) һәм 1245 йылда литваларҙы еңеүе менән бергә Псков һәм Новгород өсөн көнбайыштан өс етди дошман баҫышыуын туҡтатыу— монгол яуынан ҡаҡшаған Русь өсөн ҙур әһәмиәткә эйә.

Немец тарихсыһы Диттмар Дальманн яҙғанса, Боҙ һуғышы рус милли мифын формалаштырыуҙа үҙ ролен уйнаған, унда Александр Невскийға "көнбайыш янауы" алдында " православ Урыҫ ерен яҡлаусы" роле бирелгән; һуғышта еңеү кенәздең 1250-се йылдарҙағы сәйәси алымдарын аҡлау булып һаналған. Дальман фекеренсә, Сталиндың шәхси культы өсөн үҙенсәлекле тарихи миҫал булып хеҙмәт иткән Невский образы Сталин культы осоронда бигерәк тә актуалләшкән. Боҙ өҫтөндәге һуғыш, Александр Ярославич тураһында Сталин мифының иң ҙур бейеклеге Сергей Эйзенштейн фильмы була [4].

Алыш тураһында иҫтәлек үҙгәртергә

Файл:Nevski Pskov.JPG
Соколиха тауында Александр Невский дружинаһы һәйкәле, Псков

Фильмдар үҙгәртергә

  • 1938 йылда Сергей Эйзенштейн төшөргән нәфис фильм «Александр Невский»
  • 1992 йылда документаль фильм «В память о прошлом и во имя будущего»төшөрөлгән. Фильм Боҙ өҫтөндәге һуғыштың 750 йыллығы айҡанлы Александр Невский һәйкәлен төҙөү тураһында һөйләй[5][6].

Әҙәбиәт үҙгәртергә

    • Поэма Константина Симонова «Ледовое побоище» (1938)
    • Г. Н. Караев, А. С. Потресов «Загадка Чудского Озера» (1966)
    • Весной 1942 года немецкий писатель-эмигрант Арнольд Цвейг в неопубликованном эссе сравнил поражение немецкой армии с Ледовым побоищем

[4].

Һәйкәлдәр үҙгәртергә

  • Соколиха тауында Александр Невский дружинаһы һәйкәле
  • Мемориаль тәре һәм Александр Невский һәйкәле

Филателия , бонистика һәм нумизматика үҙгәртергә


Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Ужанков А. Меж двух зол. Исторический выбор Александра Невского
  2. сть
  3. Новгородская первая летопись старшего извода. Её дата считается более предпочтительной, поскольку кроме числа содержит ещё привязку к дню недели и церковным праздникам (день памяти мученика Клавдия и похвалы Богородице). В Псковских летописях стоит дата 1 апреля.
  4. 4,0 4,1 Dittmar Dahlmann. Der russische Sieg über die «teutonische Ritter» auf der Peipussee 1242// Schlachtenmythen: Ereignis — Erzählung — Erinnerung. Herausgegeben von Gerd Krumeich und Susanne Brandt. (Europäische Geschichtsdarstellungen. Herausgegeben von Johannes Laudage. — Band 2.) — Wien-Köln-Weimar: Böhlau Verlag, 2003. — S. 63—76.
  5. Часть 1. Видео 20 мин. 20 сек.
  6. Часть 2. Видео 15 мин. 39 сек.