Кәримова (Алдырханова) Әлнисә Рәхимйән ҡыҙы

уҡытыусы, журналист, яҙыусы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы, Рәсәй Федерацияһының почетлы дөйөм белем биреү хеҙмәткә

Кәримова (Алдырханова) Әлнисә Рәхимйән ҡыҙы (18 март 1963 йыл) — уҡытыусы, журналист, яҙыусы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы, Рәсәй Федерацияһының дөйөм белем биреүҙең маҡтаулы хеҙмәткәре.

Кәримова
Гражданлыҡ  СССР
 Башҡорт АССР-ы
 Рәсәй
 Башҡортостан Республикаhы
Тыуған көнө 18 март 1963({{padleft:1963|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:18|2|0}}) (61 йәш)
Тыуған урыны 1-се Моҡас ауылы, Моҡас ауыл Советы, Баймаҡ районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө мәктәп уҡытыусыһы, яҙыусы, журналист
Эш урыны Сибай гимназия-интернаты
Уҡыу йорто Башҡорт дәүләт университеты
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Тышҡы һүрәттәр
Кәримова (Алдырханова) Әлнисә Рәхимйән ҡыҙы

Биографияһы үҙгәртергә

Әлнисә Рәхимйән ҡыҙы Алдырханова (Кәримова) Башҡорт АССР-ының Баймаҡ районы Моҡас ауылында тыуған. Моҡас ауылы башланғыс мәктәбе, Төркмән урта мәктәбе, Сибай интернат-мәктәбендә белем алып, Башҡорт дәүләт университетының филология факультетын тамамлай. Татарстандың Яр Саллы ҡалаһында 1992 йылда беренсе булып башҡорт йәкшәмбе мәктәбен[1], «Юлдаш» башҡорт ойошмаһын аса.

Әлеге көндә Сибай гимназия-интернатында башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эшләй.

Ижады үҙгәртергә

Әлнисә Алдырханова ижад менән шөғөлләнә. Рәсәй һәм Башҡортостан Республикаһы Журналистар союзы һәм Яҙыусылар союзы ағзаһы. Республика һәм Ҡала тормошонда, Сибай төбәк яҙыусылар ойошмаһының эштәрендә әүҙем ҡатнаша. 100-гә яҡын йырҙарҙың һүҙҙәре авторы

Китаптары һәм әҫәрҙәре үҙгәртергә

  • Салауат батыр — ил күрке, (2003 йыл, 2009 йыл)[2]
  • Өләсәйем һандығы (2008 йыл, 2019 йыл)[3][4]
  • «Гөлләмә», (2015 йыл)
  • «Үткәндәрҙән яҡты эҙ ҡала» (2010йыл)
  • Маһирлыҡта юҡтыр тиңдәре. (2014 йыл)
  • Интернатта нығый пар ҡанат. (2016 йыл)[5]
  • «Йырлы ғүмер — нурлы ғүмер» ()
  • «Атайсалдың ҡыйғыр бөркөтө» (2019 йыл)[6]
  • «Рәхмәт һиңә, мәктәбем» (2020 йыл)
  • «Сауап» (2019 йыл)[7]
  • «Быуындарҙан быуындарға күсер мираҫ» (2015 йыл)
  • «Ирәндектең аҫыл таштары» (2019)[8]
  • «Ирәндегем моңдар иле» (2021 йыл)
  • «Ҡурайсыһын данлай Туғажман» (2022 йыл)[9],[10]
  • «Хәтер сылбыры» (2022 йыл)
  • Батырлыҡ тәңкәһе. // Ағиҙел.-2011.-№ 7[11]
  • Ҡойон.// Ағиҙел.- 2013.- № 1. (27 — 71-се биттәр)[12]
  • Мәкер. // Ағиҙел.-2017.- № 4
  • Сатирик хикәйәләр. // Ағиҙел. — 2018.- № 6
  • Тыматауҙа күк томан // Ағиҙел. — 2019.- № 1
  • Горбатая старуха // Бельские просторы — 2018.- № 5.№ 5.2018.[13]
  • Эшем эйәһе // «Йәншишмә» — 21 апрель, 2023[14]
  • «Шахтер», «Бәхилләшеү» хикәйәләре[15]
  •  , 2023 йыл, 16 август Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы Әлнисә Алдырханова ижадынан бер шәлкем

Шиғырҙарына ижад ителгән йырҙар үҙгәртергә

  • Өй ҡояшы һин, әсәй — Рәмил Туйсин көйө, Әлнисә Алдырханова һүҙҙәре[16]
  • Матур теләктәр — Рифат Йәмлехин көйө, Әлнисә Кәримова һүҙҙәре[17]
  • Төйәккәйем бер генәм (Әлнисә Алдырханова һүҙҙәре, Зөһрә Кинйәбулатова көйө)Уралиә Кинйәбулатова[18]
  • Ҡунаҡ йыры[19]
  • Салауат вариҫтары. Алдырханова һүҙ., Г.Баянова көйө[20]


Ижад иткән көйҙәре үҙгәртергә

  • Һуңғы ҡыңғырау — Әлнисә Алдырханова көйө, Гүзәл Баянова һүҙҙәре[21]

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре үҙгәртергә

  • «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы-2002» республика конкурсы лауреаты
  • Башҡортостан (2009, 2018) һәм Рәсәй милли мәғариф өҫтөнлөгө буйынса Грант яулаусы (2012, 2018)
  • Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы
  • Рәсәй Федерацияһының почетлы мәғариф хеҙмәткәре
  • «Тамаша-2013» журналы лауреаты
  • Салауат Галин исемендәге премия
  • «Ҡатын-ҡыҙ-милләт әсәһе» республика конкурсында «Ҡатын-ҡыҙ-ғалим» номинацияһы еңеүсеһе
  • «Ҡурай даны» республика телевизион конкурсында «Ижади шәхес тәрбиәләүсе» номинацияһы дипломы[22]
  • «Рәхмәтлемен һиңә, башҡорт теле уҡытыусыһы» республика конкурсы еңеүсеһе
  • Башҡортостан Башлығы гранты еңеүсеһе
  • Буранбай Исҡужин исемендәге ижад бәйгеһендә 2-се урын яулаусы

Шулай уҡ ҡарағыҙ үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Четверть века в Челнах существует башкирская община, Будущее народа — в детях
  2. Кәримова, Әлнисә Р. — Салауат батыр — ил күрке
  3. Алдырханова, Әлнисә Р. Өләсәйем һандығы : милли байрамдар, йолалар үткәреү өсөн сценарийҙар / Әлнисә Алдырханова. — Өфө : Китап, 2008. — 165, [3 с.; 21 см; ISBN 978-5-295-0444-6]
  4. Башҡорт рухын сит өлкәләргә таныта
  5. Китап «Интернатта нығый пар ҡанат»
  6. Кәримова, Әлнисә Рәхимйән ҡыҙы. Атайсалдың ҡыйғыр бөркөтө : йыйынтык — Сибай : Сибай ҡала типографияhы, 2018. — 183 с. : ил., портр., факс.; 30 см; ISBN 978-5-6043804-4-4 : 500 экз.
  7. Кәримова, Әлнисә Рәхимйән ҡыҙы. Сауап (Текст) : (повестар, хикәйәләр, нәҫерҙәр) / Әлнисә Алдырханова. — Өфө : Китап, 2019. — 273 с
  8. «Ирәндектең аҫыл таштары» кемдәрҙе данлай?
  9. Иң шәп ҡурайсы һәм таҡмаҡсылар асыҡланды
  10. Ҡотлайбыҙ, Әлнисә Рәхимйән ҡыҙы!
  11. Әлнисә Алдырханова. Батырлыҡ тәңкәһе. Новелла. 108 — 111-се биттәр
  12. Әлнисә Алдырханова. Ҡойон. Повесть
  13. Алдырханова Альниса. Горбатая старушка. Рассказ. Пер. с баш. С. Ишемгуловой
  14. Эшем эйәһе
  15. «Уҡытыусы — яҙыусы» проектында — Әлнисә Алдырханова
  16. Өй ҡояшы һин, әсәй — Рәмил Туйсин көйө, Әлнисә Алдырханова һүҙҙәре
  17. (Әлнисә Кәримова — Алдырханова һүҙҙәре, Р. Ямлихин музыкаһы) — Рифат Ямлихин — Матур теләктәр
  18. skimuz.org — музыкальный плеер
  19. Ҡунак йыры (минус) Ә. Алдырханова һүҙҙәре, Р.Туйсин көйө
  20. Салауат вариҫтары. Алдырханова һүҙ., Г.Баянова көйө
  21. Әлнисә Кәримова — Алдырханова Һүҙҙәре
  22. Әлнисә Алдырханова (Һөнәр оҫтаһы) ҠУРАЙ ДАНЫ — 2020—2021

Сығанаҡтар үҙгәртергә