Алва Мөйүдал (швед. Alva Myrdal; 31 ғинуар 1902 йыл — 1 февраль 1986 йыл) — педагог, социолог, сәйәсмән, дипломат. Швецияның кәңәшсе министры (1966—1973), Швеция парламенты ағзаһы (1962—1970). Мексика сәйәсмәне Альфонсо Гарсия Роблес менән берлектә Нобель тыныслыҡ премияһы лауреаты (1982). Иҡтисад буйынса Нобель премияһы лауреаты Гуннар Мөйүдалдың ҡатыны, яҙыусы Ян Мөйүдалдың, фәлсәфәсе Сиссела Боктың һәм социолог Кай Фёльстерҙең әсәһе.

Алва Мөйүдал
швед. Alva Myrdal
Рәсем
Зат ҡатын-ҡыҙ[1][2]
Гражданлыҡ  Швеция
Исем Myrdal i Stockholm[3]
Тыуған көнө 31 ғинуар 1902({{padleft:1902|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:31|2|0}})[4][5][6][…]
Тыуған урыны Уппсала[d], Швеция[5][4][6][…]
Вафат булған көнө 1 февраль 1986({{padleft:1986|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:1|2|0}})[2][4][7][…] (84 йәш)
Вафат булған урыны Дандерюд[d], Дандерюд[d], Стокгольм[d], Швеция[4][3]
Ерләнгән урыны Garden of Remembrance, Norra Begravningsplatsen[d][8][9]
Атаһы Gustaf Albert Jansson Reimer[d][4][3]
Хәләл ефете Гуннар Мюрдаль[d][4][3]
Балалары Ян Мюрдаль[d][3], Бок, Сиссела[d][3] һәм Kaj Fölster[d][3]
Әһәмиәтле кеше Селия Бруниус[d][10], Brita Åkerman[d][10], Хессельгрен Керстин[10], Амелия Поссе[d][10], Эрландер, Таге Фритьоф[d][10], Улла Линдстрём[d][10], Джавахарлал Неру[10], Дагмар Эдквист[d][11], Эльса Бьёркман-Гольдшмидт[d][12] һәм Hulda Flood[d][13]
Һөнәр төрө дипломат, сәйәсмән, социолог, яҙыусы
Эш урыны БДО
Биләгән вазифаһы член Первой палаты риксдага[d][3], ambassador of Sweden to Sri Lanka[d], ambassador of Sweden to India[d], ambassador of Sweden to Burma[d], ambassador of Sweden to Nepal[d] һәм министр Швеции по делам церкви[d]
Уҡыу йорто Уппсала университеты[d]
Стокгольм университеты[d]
Әүҙемлек урыны Стокгольм[2] һәм Париж[2]
Сәйәси фирҡә ағзаһы Швеция социаль-демократик партияһы[d][3]
Ойошма ағзаһы Международный женский союз за мир и свободу[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Вики-проект Project Svenskt kvinnobiografiskt lexikon[d]
 Алва Мөйүдал Викимилектә

Биография

үҙгәртергә

Алва Мөйүдал Швецияның Уппсала ҡалаһында Албер Раймер (1876—1943) и Лоува Яуонсон (1877—1943) ғәиләһендә беренсе бала булып тыуған. Уның тағы бер туған дүрт ҡустыһы һәм һеңлеһе: Рут(1904—1959), Фолке (1906—1977), Май (1909—1941), Стиг (1912—1977) булған. Атаһы төҙөлөш менән шөғөлләнә, социал-демократтар һәм кооператив эшмәкәрҙәре хәрәкәттәрендә әүҙем ҡатнаша. Алва үҙе лә Швецияның Социал-демократик фирҡәһенә (швед. Sveriges socialdemokratiska arbetarepartiet, SAP) инә.

1924 йылда Стокгольм университеты бакалавриатын тамамлай. Юғары уҡыу йортонда социология, философия, педагогика һәм психология фәндәрен өйрәнә. Артабан өс йыл уҡыуын Лондонда, Лейпцигта һәм Стокгольмда дауам итә. 1929—1930 йылдарҙа Рокфеллерҙар фонды степендияһы иҫәбенә ире менән бергә АҠШ-та уҡый, һуңынан Женевала курстарға йөрөй һәм 1934 йылда Уппсала университетында магистр дәрәжәһен яҡлай. Шул уҡ йылда ирле-ҡатынлы Мөйүдалдар «Илдәге халыҡ һаны кризисы» (швед. Kris i befolkningsfragan) исемле уртаҡ ғилми эш баҫтыра. Был ғилми эш демография фәнендә мөһим этабы һәм "швед социализмы моделе"н төҙөүгә үҙ өлөшөн индерә.

Был осорҙа швед социал-демократтары беренсе тапҡыр үҙ хөкүмәт төҙөй һәм социаль реформалар үткәрә алды. Мөйүдал торлаҡ менән тәьмин итеү буйынса хөкүмәт комитетына саҡырыла, ә 1935 йылда халыҡ мәсьәләләре буйынса король комиссияһы кәңәшсе булып китә. 1943 йылда Социал-демократик фирҡәнең һуғыштан һуң ил үҫеше буйынса программа комиссяһына, һуғыштан һуң халыҡ-ара ярҙам һәм үҙгәртеп ҡороу буйынса программаларҙың хөкүмәт комиссияһына инә.

Бер үк ваҡытта мәғариф өлкәһендә эшләүен дауам итә, педагогикала алдынғы ысулдар ҡулланыуҙы хәстәрләй. Мәктәп уҡытыусыһынан алып үҙе төҙөгән мәктәпкәсә тиклем белем биреү буйынса педагогия институты директоры дәрәжәһенә тиклем күтәрелә (1936—1948 йылдар). 1946 йылда мәғариф реформаһы буйынса король комиссияһына индерелә, шулай уҡ мәктәпкәсә белем биреү буйынса Бөтә донъя ваҡытлы комиссияһы советы рәйесе итеп тәғәйенләнә. Икенсе бөтә донъя һуғышы ваҡытында Швецияла һыйыныу эҙләгән ҡасаҡтар мәсьәләлре менән шөғөлләнә, һәм Европа илдәренә мәҙәни ярҙам итеүсе швед граждандар ойошмаларының Берләшкән комитеты кесе рәйесе була.

Социалистик феминистка булараҡ, Алва Мөйүдал ҡатын-ҡыҙҙарҙың сәйәси һәм иҡтисади тиң хоҡуҡлылығы өсөн хәрәкәтендә мөһим шәхес булып торо. Ҡатын-ҡыҙҙар хеҙмәте буйынса дәүләт комиссияһының яуаплы сәркәтибе һәм Стокгольмдың эшлекле һәм хеҙмәткәр ҡатын-ҡыҙҙары ойошмаһы кесе рәйесе булып эшләй (1935—1936), ҡатын-ҡыҙҙар өсөн һәр айҙа нәшер ителгән социал-демократик журналды мөхәррирләй. Шул уҡ ваҡытта, социаль тәьминәт, белем һәм гендер тигеҙлеге мәсьәләләрендә алдынғы ҡарашта булыу менән бергә, 30-сы йылдарҙа «етлекмәгәндәрҙе» стерилизациялау аша «милләт генофондты яҡшыртырға» саҡыра[14].

 
Алва ире Гуннар Мөйүдал Гуннар менән, 1934 йыл.

Халыҡ-ара эшлекле һәм хеҙмәткәр ҡатын-ҡыҙ федерацияһы вице-президенты (1938—1947) булараҡ, Икенсе донъя һуғышынан һуң халыҡ-ара мөнәсәбәттәре төп шөғөлләнә әйләнә. Оҙаҡ ваҡыҡ БМО һәм ЮНЕСКО системаһында эшләй, мәғариф, социаль тәьминәт һәм ҡоралһыҙланыу проблемалары менән шөғөлләнә. 1946 йылда ЮНЕСКО-ға нигеҙ һалған БМО-ның мәғариф, фән һәм мәҙәниәт конференцияһында Швеция вәкиле, 1947 йылдан «Мәктәп аша халыҡ-ара аңлашыу» проекты консультанты, 1950—1955 йылдарҙа нью-Йорк Нью-Йоркта Йәмғиәт фәндәре буйынса БМО бүлексәһенең рәйесе, 1955—1961 йылдарҙа Һиндостанда Швеция илсеһе була.

1962—1973 йылдарҙа Женева ҡоралһыҙланыу буйынса комитетында Швеция делегацияһын етәкләй. Ҡоралһыҙланыу буйынса һөйләшеүҙәрҙә мөһим роль уйнай, «һалҡын һуғыш» һәм ҡоралланыу ярышы ҡаршы көрәшеүсе нейтраль илдәр төркөмөн етәкләй. Һөйләшеүҙәр буйынса, тыныслыҡ һәм һуғыш мәсьәләләренә ҡарата үҙ фекерен «Ҡоралһыҙланыу уйыны: Ҡушма штаттар һәм Рәсәй нисек ҡоралланыу ярышын ҡыҙыулата» исемле китабында нәшер итә.

Шул уҡ ваҡытта 1962 йылда Риксдаг депутаты булып һайлана, ә 1967 йылда Таги Эрландерҙың социал-демократик министрҙар кабинетына ҡоралһыҙланыу мәсьәләләре буйынса махсус вәкиле булараҡ инә. Улоф Пальма хөкүмәтендә лә кәңәшсе министр, йәки портфелһеҙ министр вазифаһында 1973 йылға тиклем ҡала. Алва Мөйүдал етәкләгән комиссия 1966 йылда әҙерләгән докладында Стокгольм халыҡ-ара донъя проблемаларын өйрәнеү институты ((швед. Stockholms internationella fredsforskningsinstitut, SIPRI) төҙөргә тәҡдим итә. Тыныслыҡ өсөн көрәш ҡаҙаныштары премиялар менән, шул иҫәптән Нобель премияһы һәм Альберт Эйнштейндың Тыныслыҡ премияһы (1980) билдәләнә.

Ире (1924 йылдан) — иҡтисад буйынса Нобель премияһы лауреаты Гуннар Мөйүдал. Улы — яҙыусы Ян Мөйүдал (1927), ҡыҙҙары — фәлсәфәсе Сиссела Бок (1934) һәм социолог Кай Фёльстер (1936).

Төп әҫәрҙәре

үҙгәртергә
  • «Милләт һәм ғаилә: демократик ғаилә һәм популяцион сәйәсәт һәм тәжрибәһе» (Nation and Family. The Swedish Experiment in democratic family and population policy, 1941);
  • «Ҡатын-ҡыҙҙың ике роле: йорт һәм эш» (Women’s Two Roles. Home and Work, 1956, В. Клейн менән бергә).

О демографических исследованиях Альвы и Гуннар Мюрдалей:

  • Карлсон А. Шведский эксперимент в демографической политике: Гуннар и Альва Мюрдали и межвоенный кризис народонаселения / пер. с англ. — М.: ИРИСЭН, Мысль, 2009. — 312 с. — Серия «Социология». — ISBN 978-5-91066-030-8, ISBN 978-5-244-01120-3.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Bibliothèque nationale de France идентификатор BNF (фр.): платформа открытых данных — 2011.
  2. 2,0 2,1 2,2 2,3 Deutsche Nationalbibliothek Record #118735470 // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
  3. 3,0 3,1 3,2 3,3 3,4 3,5 3,6 3,7 3,8 https://portrattarkiv.se/advancedsearch;facts=PortraitCatalog:Tv%C3%A5kammar-riksdagen%201867- — 1985.
  4. 4,0 4,1 4,2 4,3 4,4 4,5 Alva Myrdal (швед.) — 1917.
  5. 5,0 5,1 19020131-0703 Myrdal, Alva // (unspecified title)
  6. 6,0 6,1 Uppsala domkyrkoförsamlings kyrkoarkiv, Födelse- och dopböcker, huvudserie, SE/ULA/11632/C a/17 (1898-1904), bildid: 00150896_00230 — Б. 224.
  7. Alva Reimer Myrdal // Encyclopædia Britannica (ингл.)
  8. http://norrabegravningsplatsen.se/kandisarna/Norra begravningsplatsen.se.
  9. Myrdal, AlvaSvenskagravar.se.
  10. 10,0 10,1 10,2 10,3 10,4 10,5 10,6 Alva Myrdal 1902-01-31 — 1986-02-01
  11. Dagmar Ingeborg Edqvist
  12. lsa Andrea Elisabeth Björkman-Goldschmidt 1888-04-16 — 1982-04-06 Författare, journalist, hjälparbetare
  13. Hulda Flood 1886-09-25 — 1968-11-18
  14. Ъ-Власть — Скандал / ШВЕДСКАЯ МОДЕЛЬ СОЦИАЛИЗМА