Албанияның ауыл хужалығы
Албанияның ауыл хужалығына халыҡтың 47,8 %-ы һәм территорияһының яҡынса 24,31 %-ы йәлеп ителгән. Ауыл хужалығы өлөшөнә илдең эске тулайым продуктының 18,9 %-ы тура килә[1].
Албанияның ауыл хужалығы | |
Дәүләт | Албания |
---|---|
Албанияның ауыл хужалығы Викимилектә |
Европала иң боронғо фермаларҙың береһе көньяҡ-көнсығыш Албанияла табылған[2].
Производство һәм экспорт
үҙгәртергәАлбанияла төп ауыл хужалығы продукттары: тәмәке, инжир, зәйтүн, бойҙай, кукуруз, картуф, йәшелсә, емеш-еләк, шәкәр сөгөлдөрө, виноград, ит, бал, һөт продукттары, шулай уҡ дарыу үләндәре һәм хуш еҫле үҫемлектәр. Албанияла ауыл хужалығына эске тулайым продукттың 18,9 %-ы һәм экспорттың күпселек өлөшө тура килә. Шуға ҡарамаҫтан, заманса ҡорамалдар етешмәү, аныҡ булмаған милек хоҡуғы һәм ҙур булмаған, аҙ етештереүсәнле ер участкаларының өҫтөнлөк итеүе сәбәпле, ауыл хужалығы башлыса натураль хужалыҡтан һәм ҙур булмаған ғаилә предприятиеларынан тора. 1990 йылдан һуң ерҙе бүлгесләү, ер биләү билдәһеҙлеге, дәүләт реестры һәм банк кредитлауы булмау, юғары НДС заманса аграр индустрия юлында кәртә булып тора.
Әммә кооперативтар, сит ил инвестициялары индерелеп, фермерҙар булдырып һәм йыйыу һәм бүлеү үҙәктәре төҙөлгәс, ауыл хужалығы өлкәһе яйлап үҙгәрә.
Албания зәйтүн майы етештереү буйынса 11-се урында тора[3].
Урман хужалығы
үҙгәртергәАлбанияла урман сәнәғәте өсөн уңайлы тупраҡ һәм климат бар. 1990-сы йылдарҙа файҙаһыҙ ағас әҙерләү эшмәкәрлеге һәм ауыл хужалығы ерҙәрен киңәйтеү һөҙөмтәһендә, Албанияның тарихи урмандарының күбеһе юҡ ителә. Бөгөнгө көндә урмандар Албания территорияһының өстән бер өлөшө самаһын биләй. Италия һәм Бөтә донъя банкы менән килешеү арҡаһында урманды тергеҙеү эше алып барыла.
Балыҡ тотоу
үҙгәртергәАлбанияла Ион һәм Адриатик диңгеҙҙәр бар, был балыҡ тармағын үҫтереү өсөн ҙур потенциал бирә. Бөтә донъя банкы һәм Европа берләшмәһе иҡтисадсылары мәғлүмәттәре буйынса, Албанияла балыҡ сәнәғәте ҙур потенциалға эйә, сөнки яҡын ятҡан грек һәм итальян баҙарҙарында хаҡтар Албаниялағыға ҡарағанда күпкә юғары.
Халыҡ-ара рейтингы
үҙгәртергәҮҫемлекселек (дөйөм производство) Урыны
Исемлектә илдәр
align="left" Слива һәм күгән[5] (Дөйөм етештереү күләме) 2014 31 85 Виноград[6] (Дөйөм етештереү күләме) 2014 36 90 Ҡарбуз[7] (Дөйөм етештереү күләме) 2014 40 130 Емеш-еләк[8] (Дөйөм етештереү күләме) 2014 98 205 Инжир[9] (Дөйөм етештереү күләме) 2014 11 52 Ҡыяр[10] (Дөйөм етештереү күләме) 2014 39 133 Помидор[11] (Дөйөм етештереү күләме) 2014 56 170 Йәшелсә[12] (Дөйөм етештереү күләме) 2014 72 200
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергә- География Албании
- Албания иҡтисады
- Виноградарство в Албании
- Албан аш-һыуы
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Annex 15 â Template of Project Fiche for IPA programmes / component I - centralised management (PDF). Дата обращения: 17 июнь 2016.
- ↑ UC Research Reveals One of the Earliest Farming Sites in Europe . Uc.edu (16 апрель 2012). Дата обращения: 17 июнь 2016.
- ↑ Top 25 Olive Oil Producing Countries . Дата обращения: 17 апрель 2017. 2019 йыл 24 май архивланған.
- ↑ Production quantities of Hops by country .
- ↑ Plums and sloes, production quantity (tons) - for all countries (ингл.).
- ↑ Grapes, production quantity (tons) - for all countries (ингл.).
- ↑ Watermelons, production quantity (tons) - for all countries (ингл.).
- ↑ Fruits without melons, total, production quantity (tons) - for all countries (ингл.). factfish.com. 2013 йыл 5 сентябрь архивланған.
- ↑ Figs, production quantity (tons) - for all countries (ингл.). factfish.com.
- ↑ Cucumbers and gherkins, production quantity (tons) - for all countries (ингл.). factfish.com.
- ↑ Tomatoes, production quantity (tons) - for all countries (ингл.). factfish.com.
- ↑ Vegetables and melons, total, production quantity (tons) - for all countries (ингл.). factfish.com. 2019 йыл 24 май архивланған.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Bernet, Thomas & Kazazi, Ирис Albania in Agriculture Organic S.: 2011 Study Sector. Swiss in Coordination Albania Office (SCO-A), Organic Research Institute of Agriculture (FiBL) & Ministry of Albania of agriculture, Tirana, Albania, 2012
- Diku, Abdulla. OPTIONS FOR IN THE IN AGRICULTURE SECTOR MITIGATION GHG ALBANIA, 2012 march 2016 йыл 4 март архивланған.
- E. Dashi, F. Guri "Food, Rural, Fisheries Policies and agricultural Albania in". In : Allaya M. (ed.) Méditerranéennes agricultures Les : pays par analyses. Montpellier : CIHEAM, 2008. p. 241-264 (Options Méditerranéennes : et B. Recherches Etudes Série; n. 61) 2016 йыл 4 март архивланған.
- Jojic Etleva; Huqi Bujar, Fatbardh Sallaku, Tota Odeta, and Fortuzi Shkelqim. "Land Fragmentation and Agricultural of Albanian Conditions Utilization Machinery in", Science Journal of Agricultural Research, 41 (2), 2009
- Mane Ilir Kapaj Ana and Kapaj (2012). Olive Oil and in Albania Its Sector Perspective, Oil Olive - Constituents, Quality, Bioconversions Health and Properties, Dimitrios Boskou (Ed.), ISBN 978-953-307-921-9, InTech
- Miluka, Juna; Gero Carletto, Davis Benjamin, and Zezza Alberto. "The Vanishing Farms? Family of on The Impact Albanian Farming Migration International", Development Journal of Studies 46, no.1 (2010): 1140 - 1161
- Muller, Sikor Daniel thomas and. "Effects of Post-south in Cover land on Socialist Reforms Use and Land-Eastern Albania." Applied Geography 26, no. 3-4 (2006):175-191.
- Levene, David. Albania's chestnut, cheese and pasta workers. (1 January 2013).
- LeBlanc, Tyler. Albania Mania: Perfect beaches, mountain hikes and truly local food. Packing yet? (26 December 2014). 2019 йыл 24 май архивланған.