Тәмәке (лат. Nicotiána) — ғәҙәти тәмәке һәм тилебәрән төркөмөнә ҡараған тәмәке төрҙәренең киптерелгән япраҡтары. Наркотик матдә булараҡ ҡулланыла. Уны тартыу, сәйнәү, еҫкәү бәйлелеккә килтерә. Тәьҫир итеүсе өлөшө — алкалоид никотин[2][3][4].

Тәмәке
Рәсем
Водный след 2925 cubic metre per ton[1]
 Тәмәке Викимилектә

XVI быуатҡа тиклем тәмәке тик Төньяҡ һәм Көньяҡ Америкала ғына үҫә. 1556 йылда Андре Теве уның орлоғон Бразилиянан Францияға алып килеп сәсә. 1560 йылда тәмәке испан короле Филипп II һарайында декоратив үҫемлек булараҡ ҡулланыла. Португалиялағы француз илсеһе Жан Вильман Нико Испаниянан Парижға еҫкәй торған тәмәке алып ҡайта һәм был бик тиҙ модаға инә. Тәмәке тартыу 1565 йылда һуң инглиздәрҙән тарала башлай. 150 йыл эсендә тәмәке Евразия буйлап таралып, Африкаға килеп етә.

1600 йылда Испаниялағы Америка колонияларында тәмәке плантациялары күренә башлай. 1612 йылда Джон Ролф Англия колонияһы Джеймстаунда (Виргиния) тәүге уңыш йыя һәм ул тәмәкене виргин атамаһы менән йөрөтә башлайҙар. 10 йылдан һуң тәмәке төп экспортҡа әйләнә, уны хатта сауҙала алыш-биреш өсөн ҡулланалар.

Хәҙерге ваҡытта тәмәке күп илдәрҙә үҫтерелә. Ҡайһы бер тәмәке төрҙәренең киптерелгән япраҡтары тартыу өсөн ҡулланыла.

Кулланыу

үҙгәртергә

Тәмәке күп төрлө формала ҡулланыла һәм күп төрлө ысулдар ярҙамы менән ҡулланыла. Мәҫәлән:

  • Тәмәке төтөнө индереү өсөн клизмалар Төньяҡ Американың төп халыҡтары тарафынан аҫылыуҙы стимуллаштырыу өсөн ректаль трубка аша төтөн индереү юлы менән ҡулланылған[5][6]. Аҙаҡтан, XVIII быуатта, европалылар американдарға оҡшатып ҡуллана башлағандар[7]. Лондон Король гуманлы йәмғиәте яңы клизмалар йыйылмаһы менән тәьмин иткән һәм уларҙы Темза буйында төрлө урындарға ҡуйғандар.

Моҡтаулы ҡулланыу

үҙгәртергә
  • Нюхательный тәмәке - был төтөнһөҙ молотоклы тәмәке продукты, ул танау аша inhalяться or 'нюхаться' итәлер[8][9]. Әгәр был перораль ҡулланылған дымлы тәмәке туйыны үҙенсәлегенә ҡағыла икән.

Тарта торған

үҙгәртергә
  • Биди (биди или бирис булараҡ билдәле) - был эре, көслө, йыш ҡына ароматланған сигара тип тәмәке, ул Индияла эшләнгән, тәңкә япрағы менән уралған һәм бер осо төҫлө еп менән тәъмин ителгән[10].
  • Сигареталар - был inhalation төтөнө менән ҡулланылған продукт, ул ҡороу һәм ваҡлау ярҙамы менән яһалған тәмәке япраҡтары һәм яңынан эшкәртелгән тәмәке, йыш ҡына башҡа өҫтәмәләр менән бергә, һуңынан ҡағыҙ цилиндрына уҡалған[11].
  • Сигаралар - был ҡаты уралған пүндектәр, уларҙы ҡатмарлы һәм ферментированный тәмәке менән тултырылған, уларҙы яндырырға һәм төтөнө ауыҙ куриға төшөрөү өсөн ҡулланыла.
  • Сигариллалар - был йыш ҡына тәбиғи тәмәке япрағына йәки тәмәке нигеҙендәге коричневый ҡағыҙға уралған кескенә сигара үҙенсәлеге[12].
  • Сыҡмай торған нагрев продукты тәмәке сөймәне, ә уны нагрев итәләр, никотинды аэрозоль быуы яһай.
  • Кальян - был бер йәки күпсекцион (йыш ҡына шынаяҡлы) труба ярҙамында тартыу өсөн ҡулланылған. Кальяндар тәүге тапҡыр Индия һәм Персияла ҡулланыла[13]; кальян ҙур популярлыҡҡа эйә була, айырыуса Урта Көнсығышта. Кальян һыу фильтрацияһы һәм турырак булмаған нагрев менән эшләй.

Тәмәке үҫтереү

үҙгәртергә
 
Фермер тәмәке үҫемлеген тикшерә (Чатем Виргиния штаты Chatham, Virginia)
 
Тәмәке баҫыуы. Андорра
 
Тәмәке япраҡтарын киптереү

Тәмәке культураһы өсөн түбәндәгеләр мөһим сорттар булып иҫәпләнә:

  • Киң япраҡлы, йәки мэриленд (Nicotiana macrofilla) тәмәкеһе. Ул ҡыҙыл сәскәле, сағыштырмаса оҙон көпшә һымаҡ тажлы, япраҡ пластинаһы киң, япраҡ үҙәгенән ян-яҡҡа табан һуҙылған һыҙаттары төп һыҙатҡа перпендикуляр урынлаша.
  • Виргин тәмәкеһе (Nicotiana tabacum) — алһыу сәскәле, көпшәгә оҡшаш, әммә осло тажлы, япраҡтары оҙонса-ланцетҡа оҡшаш;
  • Ғәҙәти махорка (Nicotiana rustica), сәскәләре һарыраҡ, тажы ҡыҫҡа көпшәле һәм йомро ҡалаҡбашлы, япраҡтары йомортҡаға оҡшаған, тар, осо тупаҡ, асыҡ һабаҡлы, япраҡ һыҙаттары урталағы һыҙатҡа тура мөйөш хасил итеп тоташмай.
  • Бик һирәк үҫтерелә: ҡыҙҙар тәмәкәһе (Nicotiana glutinosa) һәм бөҙрә тәмәке (Nicotiana crispa)[14].

Тәмәке япраҡтары тартыу, еҫкәү һәм сәйнәү өсөн ҡулланыла; тәүге осраҡ өсөн ике сорт: сигара һәм папирос сорттары ҡулланыла; сигара сортына ҡарағандары сигара итеп урауға уңайлы булһын өсөн киң япраҡлы, йөҙө шыма булыуы менән айырыла. Яныусанлыҡ сифаты тәмәкенең өҫтөнлөктәрен билдәләү өсөн бик мөһим. Япраҡтарҙа бик еңел иреп барған хлорлы тоҙҙарҙың булыуы тәмәкенең тотош янып бөтөүенә ҡамасаулай. Бындай тоҙҙарҙың тәмәке составында күберәк йәки әҙерәк булыуы уның сифатын билдәләй ҙә инде. Еңел яныусанлыҡ үлән үҫкән тупраҡҡа, индерелгән ашламаларға һәм климатҡа бәйле. Япраҡтарына хуш еҫ биреү өсөн ҡайһы берҙә тәмәкене төрлө ыҫмалалар, ваниль, бөтнөк, сәй менән бергә ҡайнаталар; зәһәрлеген кәметеү өсөн дә төрлө йомшаҡ кислоталар ҡулланыла[14]

Рәсәйҙең Европа өлөшөндә тәмәке 55-се параллелдән төньяҡҡараҡ үҫтерелмәй; уны айырым участкаларҙа йәки башҡа үҫемлектәр менән бергә лә үҫтерәләр, сөнки тәмәке үләне был үҫемлеккә яҡшыраҡ үҫергә булышлыҡ итә. Хуш еҫлерәк сорттарҙы алыу өсөн тәмәкене ғәҙәттә яңы ергә ултырталар, йәки пар ерҙәренә һәм ужым культураларынан йәки тупраҡта тәмәке үҫентеһенә кәрәк булған файҙалы матдалар ҡалдырған үҫемлектәрҙән һуң сәсәләр. Әммә тәмәке үҫентеһен калий ашламаһын үҙләштергән сөгөлдөр, картуфтан һуң ултыртырға ярамай; тәмәке ултыртыласаҡ тупраҡҡа тиреҫ ашламаһын индергән осраҡта киләһе йылына был ергә тик кукуруз ғына ултыртырға ярай. Тәмәкене ҡара тупраҡҡа, составында эзбиз, калий һәм тупраҡ азоты булған ергә сәсеү мул уңыш бирәсәкя[14].

Һыйыр малдары тиҙәге — тәмәке үҫентеләре өсөн иң яҡшы ашлама. Көнбағыштың көлө лә тәмәкегә яҡшы үҫеп китергә булышлыҡ итә. Ҡош тиҙәге, төпрә лә был үҫемлек өсөн яҡшы ашлама. Тиҙәк менән бергә тиҙәк һарҡындыһы ла ашлама булараҡ ҡулланыла[14].

Тәмәке үҫентеһенең үҫеү ваҡыты оҙайлы, шуға тәүҙә уның орлоғон үрсеткескә сәсәләр, аҙаҡ плантацияларға сығарып ултырталар. Үрсеткес өсөн һыуыҡ елдәрҙән ышыҡланған урынды, плантацияларҙы ла ҡояш нурҙары мул төшкән көнбайыш йәки көньяҡ битләүҙәрҙе һайлайҙар. Тәмәке орлоҡтарының шытып сығыу сифаты бик оҙаҡ һаҡлана, шуға ла үткән йылғы орлоҡтарҙы ла файҙаланырға була. Тәмәке орлоҡтары бик ваҡ булғанға күрә тигеҙ итеп сәсеү өсөн сәсеү материалына бысҡы онтағы, көл өҫтәлә, артабан ул тупраҡҡа бер тигеҙ итеп һибеп сығыла. Профессор Будрин Пётр Васильевич шыттырылған орлоҡто сәскәндә көл ҡулланмаҫҡа, тип тәҡдим итә, сөнки көлдәге һелте шытымдарҙы юҡҡа сығара. Орлоҡтарҙың үҫеп китеүен тиҙләтеү маҡсатында шытымдарҙы, 20-25 градуслы тупраҡта 1,5 — 2 һыҙатҡа еткәнсе үҫтереп, үрсеткескә сығарып ултырталар. Сәселгән ер өҫтөнә компост йәки ағас күмере һибелә[14].

Ҡоротҡостар һәм сирҙәр

үҙгәртергә

Тәмәке плантацияларына рябуха сире ныҡ зыян килтерә. Үҫемлек япраҡтарында аҡ һәм ҡыҙыл-һары таптар хасил булыуы уның ошо сир менән зарарланыуын күрһәтә; бындай таптар, ғәҙәттә, түбәнге япраҡтарҙа башлана, артабан үҫемлектең башҡа япраҡтарын да зарарлай. Рябуха — йоғошло ауырыу түгел, ул япраҡ туҡымаһында һыуҙың үтә күп парға әйләнеүе йоғонтоһонда физиологик процестарҙың боҙолоуынан хасил була. Һауалағы дымлылыҡ һәм ҡоролоҡтоң тиҙ арала үҙгәреүенә дусар булған үҫемлектәрҙең ошо сир менән ауырыуы ихтимал; шулай уҡ тупраҡҡа туҡлыҡлы матдәләрҙең, мәҫәлән, фосфор кислотаһының, тигеҙ генә миҡдарҙа даими рәүештә килеп тормауы ла үҫемлектең рябуха менән сирләүенә килтерә. Тимәк һауа температураһы һәм дымлылыҡтың бер кимәлдә һаҡланыуын тәьмин итеп һәм дөрөҫ сәсеү әйләнешен булдырып, был сир менән һөҙөмтәле көрәшергә мөмкин.

Тәмәке мозаикаһы вирусы йәки, Ҡырым плантаторҙары әйткәнсә, бозух сире лә тәмәке үҫентеһенә ҙур зыян килтерә. Был ауырыу башланған мәлендә рябухаға оҡшаш була: үлтыртҡандан һуң 2-3 аҙна үткәс, үҫемлек япраҡтарында асыҡ һары һәм ҡара йәшел таптар хасил була; улар беренселәренә ҡарағанда тиҙерәк үҫә һәм үлән бете (тля) менән зарарланғандағы кеүек ҡабараңҡы йомшаҡ күперектәр барлыҡҡа килә. Был сир менән йәш үҫентеләр сирләүсән. Мозаика сире — зарарлы вирус сире. Шуға ла был сир менән зарарланған үҫемлекте ҡаҙып алып яндырырға кәрәк, шул юл менән генә унан ҡотолоп була. Юғиһә ул бөтә плантацияны тиҙ арала ялмап аласаҡ.

Тәмәке үҫентеһе пепелица сире менән дә ауырый. Был сир үҫентелә үтә дымлы ваҡытта, ғәҙәттә июль, август айҙарында, плантацияның күләгәле урынында барлыҡҡа килә. Түбәнге япраҡтарҙың өҫкө яғында саҡ һиҙелерлек сабыртма, йәки үңәҙ хасил була, һәм уның тиҙ арала бөтә плантацияға таралыуы ихтимал. Был сир андыҙ, дегәнәк кеүек дарыу үләндәренә лә күсә ала. Уларҙың япраҡтарына, олонона йәбешеп, ҡыш сыға һәм мәле етеү менән тәмәке плантацияларына күсә. Сирҙең таралыуына үҫентеләрҙе бер-береһенә бик яҡын ултырытыу булышлыҡ итә. Үҫемлектә был сир сабыртмалары хасил булыу менән, беренсенән, үҫемлектәрҙе һирәкләргә, артабан уларҙы йыйып алып яндырырға кәрәк[14].

Тәмәкене эшкәртеү

үҙгәртергә
 
Тәмәке япраҡтарын пилондарҙа ферментациялау
 
Ут ярҙамында мейестәрҙә тәмәке киптереү, Вьетнам

Үҫемлекте йыйып алғандан һуң туранан-тура ҡояшта йәки йылытылған махсус бинала (утлы киптергестәрҙә) киптерәләр ферментациялайҙар. Тәмәкене ферментациялау уны киптереү менән бергә башҡарыла. Уның барышында өйөмгә һалынған йәшел япраҡтарҙың серемәүен даими күҙәтеп торорға кәрәк. Ғәҙәттә был эште бик тәжрибәле кешегә генә йөкмәтәләр. Тәмәкене киптереү өсөн ғәҙәти лапаҫ аҫтына услам-услам итеп бәйләп элеп ҡуялар йәки даими елләтеү мөмкинлеге булдырылған махсус биналларға урынлаштыралар. Тәмәке япраҡтарын, сыбыҡҡа теҙеп, китергес ҡорамалында ла киптерергә мөмкин. Япраҡтарҙағы дымлылыҡ яҡынса 18 процентҡа тиклем кәмегәс, киптереү процедураһы тамамлана, һәм бөтә киптерелгән материал ферментациялау өсөн өйөмдәргә өйөп ҡуйыла. Артабан бәләкәй өйөмдәрҙе бер-береһенә ҡушып, эре кагаттарға һалалар. Был ҙур өйөмдәрҙә улар, сифатын юғалтмайынса, бер нисә йыл буйы һаҡлана ала[14][15].

Халыҡ-ара тәмәке баҙары

үҙгәртергә

2017 йылға[16] Нидерланд 14 % ($873 млн АҠШ доллары йәки 14 %), Германия 13 % ($828 млн АҠШ доллары), Италия 11 % ($722 млн АҠШ доллары), Польша 9 % ($562 млн АҠШ доллары) иң эре импортлаусылар (донъя импорты өлөшөнән процент күрһәтелә); Япония 15 % ($931 млн АҠШ доллары), Германия 7 % ($438 млн АҠШ доллары), Алжир 6 % ($377 млн АҠШ доллары), Франция 5 %($338 млн АҠШ доллары) һәм Бөйөк Британия 5 % ($306 млн АҠШ доллары) төрлө сигаралар, сигареллалар, сигареттар, шулай уҡ экстраттар, эссенцияларҙы индереп, эшкәртелгән тәмәкене иң эре экспортлаусылар (донъя экспорты өлөшөнән процент күрһәтелә).

Тәмәке сеймалы донъя баҙарында 2017 йылда әүҙем һатылыусы тауарҙар араһында 278 урынды биләй[17]. 2017 йылда Бразилия ($1,99 млрд долл. АҠШ), АҠШ ($997 млн долл. АҠШ), Зимбабве (АҠШ $977 млн доллар), Һиндостан ($657 млн АҠШ доллары) һәм Ҡытай ($654 млн долл. АҠШ) Тәмәке сеймалын иң эре экспортлаусылар була. Бельгия һәм Люксембург (барлығы $1,36 млрд долл., АҠШ), Ҡытай ($1,21 млрд долл. АҠШ), Германия ($792 млн АҠШ доллары), АҠШ ($653 млн долл. АҠШ доллары) һәм Рәсәй ($600 млн долл. АҠШ) — иң эре импортлаусылар.

Тәғәйенләнеше буйынса тәмәке төрҙәре

үҙгәртергә

Тәмәке изделиелары

үҙгәртергә

Шулай уҡ ҡара

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Mekonnen M. M., Hoekstra A. Y. Table 3 // The green, blue and grey water footprint of crops and derived crop products (ингл.) // Hydrology and Earth System SciencesCopernicus Publications, 2011. — Vol. 15, Iss. 5. — P. 1577—1600. — ISSN 1027-5606; 1607-7938doi:10.5194/HESS-15-1577-2011
  2. Табак. Толковый словарь по медицине. 2013.
  3. [ Курение] — Ҙур совет энциклопедияһында мәҡәлә
  4. What causes nicotine addiction?
  5. Tales From The Archives: Tobacco Smoke Enemas In Eighteenth-Century Domestic Medicine. recipes.hypotheses.org. Дата обращения: 27 сентябрь 2024.
  6. Tobacco Smoke Enema. piqueshow.com. Дата обращения: 27 сентябрь 2024.
  7. Special feature: Tobacco smoke enemas. bcmj.org. Дата обращения: 27 сентябрь 2024.
  8. What are the different ways in which tobacco is consumed? ebrary.net. Дата обращения: 27 сентябрь 2024.
  9. Types of Tobacco. tobacco.khatoco.com. Дата обращения: 27 сентябрь 2024.
  10. Bidis: An Overview. assets.tobaccofreekids.org. Дата обращения: 27 сентябрь 2024.
  11. Understanding What is the Difference Between Distinctions Cigars vs Cigarettes. tobaccoreviews.net. Дата обращения: 27 сентябрь 2024.
  12. What is the Difference Between a Cigar and a Cigarillo? www.leafonly.com. Дата обращения: 27 сентябрь 2024.
  13. The Birth of Hookah – When Was Hookah Invented. global-hookah.com. Дата обращения: 27 сентябрь 2024.
  14. 14,0 14,1 14,2 14,3 14,4 14,5 14,6 Табак, растение из семейства пасленовых // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
  15. Асмаев П. Г. Сортоведение и ферментация табака / М.: Пищепромиздать. — 1956. — 395 с.
  16. Международная торговля табаком по данным https://atlas.media.mit.edu. Дата обращения: 19 февраль 2019. Архивировано из оригинала 26 июнь 2019 года.
  17. Мировой рынок табачного сырья на справочнике https://atlas.media.mit.edu
  18. 18,0 18,1 18,2 18,3 18,4 18,5 18,6 Товарный словарь, 1960