Акциз

ситләтелгән дөйөм дәүләт һалымы

Акциз (франц. accise, от лат. accido — ҡырҡам) — ситләтелгән дөйөм дәүләт һалымы, ил эсендә башлыса киң ҡулланыу предметтарына (тәмәке, шарап һ.б.) һалына (сит илдәрҙән индерелгән шул уҡ тауарҙар өсөен таможня түләүҙәре түләтелә). Тауарҙарҙың хаҡына йә хеҙмәттәр буйынса тарифтарға индерелә һәм ғәмәлдә ҡулланыусы тарафынан түләнә. Акцизланыусы тауарҙарҙы ваҡлап һатҡанда акциз суммаһы айырып күрһәтелмәй. Акциз хәҙерге заман илдәренең дәүләт бюджетын тулыландыра торған мөһим сығанаҡ һанала. Күп тауарҙар буйынса акциз күләме уларҙың хаҡының яртыһына, хатта 2/3 өлөшөнә етә.

Акциздар Рәсәй Федерацияһы Һалым кодексының 22-се бүлегендә (179—206-сы статьялар) билдәләнә.

Рәсәй Федерацияһы Һалым кодексының 181-се статьяһы менән акцизланыусы тауарҙарға түбәндәгеләр инә:

  1. бөтә төр сеймалдан эшләнгән этил спирты (шулай уҡ коньяк спирты);
  2. составында 9 процент күләм өлөшө этил спирты булған спиртлы продукция (иретмәләр, эмульсиялар, суспензиялар һәм башҡа төрлө шыйыҡ продукция), алкоголле продукциянан башҡа.
  3. алкоголле продукция (эсәр спирт, араҡы, ликер-араҡы изделиелары, коньяктар, шараптар, һыра, һыра нигеҙендә әҙерләнгән эсемлектәр) һәм этил спирты 0,5 проценттан аршыу күләм өлөшө тәшкил иткән башҡа эсемлектәр;
  4. тәмәке продукцияһы;
  5. еңел автомобилдәр;
  6. 112,5 кВт-тан (150 ат көсөнән) ашыу двигателле мотоциклдар;
  7. автомобиль бензины;
  8. дизель яғыулығы;
  9. дизель һәм (йәки) карбюраторлы (инжекторлы) двигателдәр өсөн мотор майҙары;
  10. тура ҡыуылған бензин;
  11. көнкүреш мейес яғыулығы (2013 йылдан).

Акцизланыусы тауар түгел тип танылалар:

  • башҡарма властың вәкәләтле федераль органында дәүләт теркәүе үткән һәм Дарыу средстволарының дәүләт реестрына ингән дарыу средстволары, дарыухана ойошмалары тарафынан дарыу препараттары рецептары буйынса медицина ойошмалары талаптарына ярашлы әҙерләнгән һәм башҡарма властың вәкәләтле федераль органы менән яраштырылған норматив документация талаптарына ярашлы һауыттарға тултырылған дарыу средстволары;
  • башҡарма властың вәкәләтле федераль органында дәүләт теркәүе үткән, Рәсәй Федерацияһы территорияһында малсылыҡта ҡулланыу өсөн эшләнгән һәм Теркәлгән ветеринария средстволарының дәүләт реестрына ингән, 100 миллилитрҙан ҙур булмаған һауыттарға һалынған ветеринария тәғәйенләнешендәге препараттар;
  • этил спирты 80 процентҡа тиклем күләм өлөшө тәшкил иткән, 100 миллилитрҙан ҙур булмаған һауыттарға һалынған парфюмерия-косметика продукцияһы һәм (йәки) флаконы пульверизаторлы булған шартта этил спирты 90 процентҡа тиклем күләм өлөшө тәшкил иткән, 100 миллилитрҙан ҙур булмаған һауыттарға һалынған парфюмерия-косметика продукцияһы, шулай уҡ этил спирты 90 процентҡа тиклем күләм өлөшө тәшкил иткән, 3 миллилитрҙан ҙур булмаған һауыттарға һалынған парфюмерия-косметика продукцияһы;
  • башҡарма властың федераль органы тарафынан раҫланған (яраштырылған) норматив документацияға тап килгән, аҙыҡ сеймалынан этил спирты, араҡы, ликер-араҡы изделиелары етештергәндә барлыҡҡа килгән һәм артабан эшкәртелергә һәм (йәки) файҙаланылырға тейешле ҡалдыҡтар.

Һалым һалыу объекты тип танылғандар араһында түбәндәге операциялар (РФ Һалым кодексының 182-се статьяһы) бар:

  • кемдәрҙеңдер үҙҙәре етештергән акцизланыусы тауарҙарҙы Рәсәй Федерацияһы территорияһында һатыуы;
  • кемдәрҙеңдер суд хөкөмө йә ҡарары нигеҙендә үҙҙәренә бирелгән конфискацияланған йәки хужаһыҙ акцизланыусы тауарҙарҙы һатыуы;
  • кемдәрҙеңдер үҙҙәренә бирелгән сеймалдан етештергән акцизланыусы тауарҙы был сеймалдың хужаһына йә башҡаларға тапшырыуы;
  • ойошмала етештерелгән акцизланыусы тауарҙарҙы артабан уның структураһында акцизланмаусы тауарҙар етештереү (тура ҡыуылған бензиндан һәм этил спиртынан башҡа) өсөн тапшырыу;
  • Рәсәй Федерацияһы территорияһында акцизланыусы тауарҙарҙы үҙихтыяж өсөн тапшырыу;
  • Рәсәй Федерацияһы территорияһында акцизланыусы тауарҙарҙы ойошмаларҙың устав (йыйылма) капиталына, кооперативтарҙың пай фондтарына, ябай ширҡәткә договор буйынса иғәнә итеп тапшырыу;
  • ойошманың ҡатнашыусыһы унан сыҡҡан саҡта ойошманың үҙе етештергән акцизланыусы тауарҙарҙы уға тапшырыуы, шулай уҡ ябай ширҡәт договоры сиктәрендә уның өлөшөн дөйөм мөлкәттән сығарғанда йәки был мөлкәтте бүлешкәндә тапшырыуы;
  • бирем нигеҙендә эшкәртеүгә биреп етештерелгән акцизланыусы тауарҙарҙы тапшырыу;
  • акцизланыусы тауарҙарҙы Рәсәй Федерацияһының таможня территорияһына индереү;
  • спиртһыҙ продукция етештереү танытмаһына эйә булған ойошманың денатурацияланған этил спирты эшләүе;
  • тура ҡыуылған бензин эшкәртеүгә танытмаһы булған ойошманың тура ҡыуылған бензин эшләүе.

Һалым һалынмай торған операциялар (РФ һалым кодексының 183-сө статьяһы):

  1. ойошманың үҙ аллы һалым түләүсе булмаған структур подразделениеһының акцизланыусы тауарҙарҙы ошо уҡ ойошманың ошондай уҡ структур поразделениеһына акцизланыусы башҡа тауар етештереү өсөн тапшырыуы;
  2. экспорт таможня процедураһына ҡуйылған акцизланыусы тауарҙарҙы Рәсәй Федерацияһы территорияһынан ситкә сығарыу йә акцизланыусы тауарҙарҙы Рәсәй Федерацияһы территорияһынан порттағы айырым иҡтисади зонаға индереү;
  3. дәүләт һәм (йәки) муниципаль милеккә әйләндерелергә тейешле конфискацияланған һәм (йәки) хужаһыҙ акцизланыусы тауарҙарҙы таможня һәм (йәки) һалым органдарының контроле аҫтында сәнәғәт эшкәртеүенә оҙатыу йә юҡ итеү;
  4. Акцизланыусы тауарҙарҙы һатҡанда (тапшырғанда) һалым базаһын билдәләү, Рәсәй Федерацияһы Һалым кодексының 187-се статьяһына ярашлы, акцизланыусы тауар төрҙәренең һәр береһе буйынса айырым башҡарыла.


Акцизланыусы тауарҙар менән операциялар үткәргәндә акциздарҙы түләү мөҙҙәте һәм тәртибе РФ Һалым кодексының 204-се статьяһы менән көйләнә.

Үҙҙәре етештергән акцизланыусы тауарҙарҙы һатҡан (тапшырған) саҡта акциз түләү һалым түләүселәр тарафынан, был тауарҙарҙы һалым түләү осоронда ғәмәлдә һатҡан (тапшырған) күләмгә ҡарап, үткән һалым осоронан һуң килгән айҙың 25-енән дә һуңға ҡалмайынса башҡарыла.

Акцизланыусы тауарҙар буйынса акциз был тауарҙарҙы етештергән урында түләнә.


Һылтанмалар

үҙгәртергә