Аксум батшалығы
Аксум, йәки Аксум батшалығы (геэз መንግስቲ ኣኽሱም), — бөгөнгө Эфиопия, Эритрея, Судан, Йемен территорияларында һәм Сәғүд Ғәрәбстанының көньяҡ өлөшөндә боронғо эфиоп дәүләте[1]. Мәркәз ҡала Аксум ҡалаһы була[2].
Аксум батшалығы | |
Нигеҙләү датаһы | Б. э. т. IV быуат |
---|---|
Административ үҙәк | Аксум[d] |
Идара итеү формаһы | феодальная монархия[d] һәм монархия |
Валюта | Монеты Аксумского царства[d] |
Ҡулланылған тел | Химьяритский язык[d] һәм геэз[d] |
Ғәмәлдән сыҡҡан дата | 960 |
Рәсми дине | Эфиопская православная церковь[d], Ислам һәм Йәһүҙилек |
Аксум батшалығы Викимилектә |
Тарихы
үҙгәртергәАксумға тиклемге мәҙәниәт өлөшләтә Көньяҡ Ғәрәбстан йоғонтоһонда үҫешкән[3], был аксумиҙарҙың боронғо Көньяҡ Ғәрәп яҙмаһы ҡулланыуҙан һәм боронғо семит динен тотоу практикаһынан күренә[4]. Ләкин IV быуатта геэз теленең яҙыуы ҡулланышҡа ингән, һәм дәүләт Рим менән Һиндостан араһындағы сауҙа юлында ҙур державаға әйләнгәс, ул грек-рим мәҙәни өлкәһенә ингән һәм грек телен лингва-франк сифатында файҙалана башлаған[5]. Был фактор шулай уҡ IV быуат уртаһында христиан динен дәүләт дине сифатында ҡабул итеү Аксум батшалығына көслө йоғонто яһаған
III быуаттың билдәле дин әһеле Мани был дәүләтте боронғо бер рәттән Фарсы, Рим һәм Ҡытай менән донъяның дүрт бөйөк державаһының береһе тип иҫәпләй,[6]. Эндубис идара итеүенән башлап Аксум үҙ тәңкәләре һуғып сығара башлай[7]. Дәүләт һуңғы антиклыҡ осоронда киңәйеүен дауам итә, Куш батшалығының бер өлөшөн яулап алып, унан грек теле экзонимы Эфиопияны мираҫ итеп ала[8]. Рим императоры Юстин I үтенесе буйынса йәһүд батшаһы Зу Нувас ойошторған христиан халҡына ҡарата геноцидты туҡтатыу өсөн Калеб батша хәҙерге Йемен территорияһында Химьярға баҫып инә. Химьярҙы аннексиялау менән Аксум батшалығы иң ҙур территориаль дәүмәленә эйә була. Әммә был территория фарсы баҫып инеүе менән юғалтыла[9].
Бөлгөнлөккә төшөүе һәм юҡҡа сығыуы
үҙгәртергәVII быуатта, тәңкә һуғыу туҡтағандан һуң, дәүләттең әкренләп бөлгөнлөккә төшөүе башлана. Ҡыҙыл диңгеҙҙә аксумиҙарға ҡаршы йүнәлтелгән фарсы, ә һуңыраҡ мосолман эшмәкәрлеге Аксум батшалығын етди иҡтисади проблемаларға килтерә, Аксум ҡалаһының халҡы кәмей. Эске факторҙар менән бер рәттән, был бөлгөнлөккә төшөүҙең бер сәбәбе тип һанала. Аксумдың һуңғы өс быуаты ҡараңғы быуаттар тип иҫәпләнә, һәм дәүләт 960 йылдар тирәһендә йәшәүҙән туҡтай[10]. Һуңғы антиклыҡтың төп империяларының береһе булыуына ҡарамаҫтан, Аксум батшалығы тарихта юғалып ҡала, сөнки Эфиопия тотош Урта быуаттар дауамында изоляцияла ҡала[11]. [[Файл:Hijra Abyssinia (Rashid ad-Din).jpg|240px|мини|слева|«[[ Эфиопияға һижрәт]]»: Аксум негусы Мәккә мөшриктәренә мосолман ҡасаҡтарҙы биреүҙән баш тарта. XIV быуат һүрәте]]
Аксумға мосолмандарҙың һижрәте
үҙгәртергәАксумдың артабанғы тарихы тураһында аҙ билдәле. Ғәрәп-мосолман сығанаҡтарынан билдәле булыуынса, Ән-Нәжәши (негус) әл-Әсхәм ибн Әбжәр (630 йылда вафат була) Мөхәммәт Пәйғәмбәрҙең йөҙәрләгән сәхәбәләрен йәшергән. Уларҙың күбеһе 622 йылда Мөхәммәттең с.ғ.с. Мәҙинәгә һижрәтенән һуң, Аксум батшалығы тураһында мосолмандарға ҡарата яҡшы мөнәсәбәте тураһында яҡшы иҫтәлектәр һаҡлап, Ғәрәбстанға әйләнеп ҡайта.
Юҡҡа сығыу сәбәптәре
үҙгәртергәVIII быуат башынан бөлөнөү осоро башлана, һәм быуаттың тәүге яртыһында Аксум тарҡала. Климаттың һәм Нил ағымының үҙгәреүе, тупраҡтың ярлыланыуы, сауҙа изоляцияһы Эфиопия иҡтисадының түбәнәйеүенә булышлыҡ итә. 960 йыл тирәһендә Аксумдан ҡыуылған хәбәш йәһүдтәре, батшабикә Юдит (Гудит) етәкселегендә сиркәүҙәрҙе һәм аксум әҙәбиәтен яндырып, шулай уҡ идара иткән династия вәкилдәрен ҡырып, Аксум дәүләтен тар-мар иткән[12],. Был хаҡта «Александрия патриархтары тарихы» тигән мәҡәләлә әйтелә. Эфиопия легендалары Аксум батшалығы ҡолатылғандан һуң йәһүдтәрҙең хатта Төньяҡ Эфиопияла ваҡытлыса хакимлығы тураһында бәйән итә[13].
Артабан Загве династияһы күтәрелә, уға нигеҙ һалыусы — Сөләймән династияһының Аксум батшаларынан килеп сығыуына дәғүә итеүсе Мара Тэкле-Хайманот була.
Тикшеренеүҙәр
үҙгәртергә2015 йылда Аксумдың боронғо ҡәберҙәрен ҡаҙыптикшергәнн британ археологтарының асышы тикшеренеүселәргә Аксум дәүләте иҫәпләнгәндән бер нисә быуатҡа алдараҡ барлыҡҡа килгән тип әйтергә мөмкинлек бирә[14].
2019 йылда археологтар Эфиопияла ҡаҙыныуҙар барышында Аксум батшалығы ҡалаһының юғалған емереклектәрен, боронғо Аксум ҡалаһы менән Ҡыҙыл диңгеҙ араһында урынлашҡан Йеха сауҙа һәм дини үҙәген таба
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергә- Эфиопияға һижрәт
- Аксум батшалары исемлеге
- Аксум батшалығы тәңкәләре
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ David W. . — P. 48.
- ↑ «{{{title}}}». 3. ISSN 2021-02-13. Проверено 2021-10-07.
- ↑ Stuart. . — P. 69.
- ↑ Stuart. . — P. 61-62.
- ↑ Stuart. . — P. 5.
- ↑ Stuart. [1]. — P. 17.
- ↑ (2000) «{{{title}}}». 155. ISSN 2021-10-07. Проверено 9 September 2021.
- ↑ Stuart. [2]. — P. 15-16.
- ↑ Stuart. [3]. — P. 55.
- ↑ Derat Marie-Laure. Before the Solomonids: Crisis, Renaissance and the Emergence of the Zagwe Dynasty (Seventh–Thirteenth Centuries) // A Companion to Medieval Ethiopia and Eritrea. — Leiden: Brill. — P. 34. — ISBN 978-90-04-41958-2.
- ↑ Fritsch Emmanuel. The Medieval Ethiopian Orthodox Church and Its Liturgy // A Companion to Medieval Ethiopia and Eritrea. — Leiden: Brill. — P. 169. — ISBN 978-90-04-41958-2.
- ↑ Эфиопия в X—XIII вв. Династия Загуйе . Дата обращения: 24 август 2014. Архивировано 19 ноябрь 2018 года. 2018 йыл 19 ноябрь архивланған.
- ↑ Жизнь в Аксумском царстве . Дата обращения: 24 август 2014. Архивировано 1 август 2014 года.
- ↑ Денис Передельский. В Эфиопии нашли могилу "спящей красавицы", Российская газета (15 июнь 2015). 15 июнь 2015 тикшерелгән.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Бакстон Дэвид. Абиссинцы: Потомки царя Соломона. — М.: ЗАО «Центрполиграф», 2002. — 240 с. — (Загадки древних цивилизаций). — ISBN 5-227-01842-1.
- Кобищанов Ю. М. Аксум / Институт Африки АН СССР. — М.: Наука, Главная редакция восточной литературы, 1966. — 296 с.
- Кобищанов Ю. М. Северо-Восточная Африка в раннесредневековом мире (VI — середина VII в.) / Институт Африки АН СССР; Отв. ред. Л. И. Надирадзе. — М.: Наука. Главная редакция восточной литературы, 1980. — 224 с. — 2500 экз.