Акиров Хәләф Фәхри улы

Акиров Хәләф Фәхри улы (1896 йыл1972 йыл) — ауыл хужалығы хеҙмәткәре, Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры[1]

Акиров Хәләф Фәхри улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
 СССР
Тыуған көнө 1896
Тыуған урыны Күҙәбай улусы, Новоузенский уезд[d], Һамар губернаһы, Рәсәй империяһы
Николаевск өйәҙе, Һамар губернаһы, Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 1972
Вафат булған урыны Өфө, РСФСР, СССР
Эшмәкәрлек төрө зоотехник[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Биографияһы

үҙгәртергә

Хәләф Фәхри улы Акиров 1896 йылда Һамар губернаһы, Николаевск өйәҙенең Күҙәбай улусы Мәҡсүт ауылы (хәҙер Һарытау өлкәһе Пугачев районының Мәҡсүт ауылында тыуа. 

1909—1915 йылдар — Мәҡсүт ауылында кулак хужалығында ялланып эшләй.

1915—1917 йылдар — I донъя һуғышында ҡатнашыусы, Көньяҡ-Көнбайыш фронттың Гродно гвардияһы гусар полкында 3-сө эскадрон рядовойы.

1917—1918 йылдар — Һамар губернаһы Николаевский өйәҙе Күҙәбай улусының Мәҡсүт ауыл советы рәйесе.

1918 йыл — РКП (б) сафына алына.

1918—1919 йылдар — Урал фронты Чапаев дивизияһының Балашов полкында 7-се рота рядовойы.

1919—1921 йылдар — Урал фронты Башҡорт кавалерия дивизионының эскадрон командиры.

1921—1923 йылдар — взвод командиры, Һамар губернаһы Пугачев өйәҙе айырым тәғәйенләнеш частарының 50-се кавалерия дивизионы отделениеһы командиры.

1923—1924 йылдар — Күҙәбай улусының Мәҡсүт ауылында «Яңғыҙ ағас» артеле ағзаһы.

1924—1928 йылдар — Пугачев өйәҙе Күҙәбай улусы башҡарма комитеты рәйесе.

1925—1927 йылдар — (УКОМ) ВКП(б) өйәҙ комитеты ағзаһы.

1928—1930 йылдар — Һарытау крайы Перелюбский районының район ер бүлеге мөдире.

1930—1931 йылдар — Мәскәүҙә Юғары колхоз мәктәбе тыңлаусыһы.

1931—1932 йылдар — Өфөлә Башнаркомземдың Башколхозсоюз рәйесе урынбаҫары.

1932—1933 йылдар — БашНКЗ ҡарамағында колхоз-тауар фермаларының малсылыҡ идарасыһы урынбаҫары.

1933—1934 йылдар — БашНКЗ ҡарамағында ваҡ малсылыҡ бүлеге мөдире.

1934—1937 йылдар — Мәскәүҙә К. А. Тимирязев исемендәге ауыл хужалығы академияһы тыңлаусыһы[1].

Сентябрь-декабрь — БашНКЗ Малсылыҡ идараһының производство бүлеге мөдире.

1937—1938 йылдар — Бөтә Союз Үҙәк башҡарма комитеты президиумы ҡарамағындағы Башҡортостан Үҙәк башҡарма комитеты вөкиле, Мәскәү ҡалаһы.

1938—1939 йылдар — ВКП(б) Башҡортостан өлкә комитетының ауыл хужалығы бүлеге инструкторы.

1939—1940 йылдар — Өфөлә Башкинотрест идарасыһы.

1940—1945 йылдар — Ҡаҙағстан ССР-ы Көнсығыш-Ҡаҙағстан өлкәһе Улан районының Улан МТС-ы директоры.

1945—1946 йылдар — Алматыла Ҡаҙағстан ауыл хужалығы институты студенты.

1946—1954 йылдар — Улан районы Улан МТС-ы директоры.

1954—1955 йылдар — Улан МТС-ының баш зоотехнигы.

1955—1957 йылдар — Көнсығыш-Ҡаҙағстан өлкәһе Чимкура ауылы Маленков исемендәге колхоз зоотехнигы.

1957—1958 йылдар — Улан МТС-ының һарыҡсылыҡ буйынса тармаҡ зоотехнигы.

1958—1961 йылдар — Көнсығыш-Ҡаҙағстан өлкәһе Улан районының Джамбул исемендәге колхоз зоотехнигы.

1961—1962 йылдар — Улан районы Улан совхозының 2-се бригада бригадиры ярҙамсыһы.

Акиров Хәләф Фәхри улы 1972 йылда Өфөлә ерләнә[1].

Наградалары

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Сығанаҡтар

үҙгәртергә
  • М.М.Маннапов. Башкиры Самарской губернии: возвращение на родину предков в первой половине ХХ века. — Уфа: ИИЯЛ УФИЦ РАН, 2018. — С. С.242-244. — 314 с с.