Айыу-күбәләк
Фәнни классификация
Батшалыҡ: Хайуандар
Тип: Быуынтыҡ аяҡлылар
Класс: Бөжәктәр
Отряд: Тәңкә ҡанатлылар
Подотряд: Көпшәтомшоҡлолар
Ғаилә: Айыу-күбәләктәр
Латинса исеме
Arctiidae Leach, 1815
Подсемейства
ITIS 117297
NCBI 30225

Айыу-күбәләктәр[1] (лат. Arctiidae, (рус.  Медведицы ) — Тәңкә ҡанатлылар ғаиләһендәге төн күбәләктәре. 7 меңдән артыҡ төрө билдәле, Рәсәйҙең Европа өлөшөндә 50-ләп төрө осорай. Күбеһенсә асыҡ һәм сыбар төҫтәге күбәләктәр, ҡайһы берҙәренән тыш, уртаса ҙурлыҡтағы йыуан кәүҙәле булалар. Түше йыш ҡына асыҡ төҫтә, күренеп торған тимгелдәре һәм һыҙыҡтары бар. Ата заттарның мыйыҡтары тарак һымаҡ, хортумсыгы ҡыҫҡа. Күбәләк ҡорттары ҡуйы төк менән ҡапланған, күбеһенсә үләнсел үҫемлектәр менән туҡланалар. Күбәләктәр кис һәм төндә актив, һирәк төрҙәре көндөҙ оса, мәсәлән, ҡанлы айыу-күбәләк. Кайя айыу-күбәләге (Arctia coja L.) төндә утҡа осоп килә; йыш ҡына болон айыу-күбәләге (Diacrisia sannio L.) һәм баҡа япрағы айыу-күбәләге (Parasemia plantaginis L.) — дымлы болондарҙа йәшәйҙәр. Күп төрҙәре һирәгәйә бара.

Ауыл айыу-күбәләге (Epicallia villica L.), ҡанаттарының йәйеме 50-60 мм. Алғы ҡанаттары ҡара төҫтә, аҡ таптары бар, арттағылары һары төҫтә, ҡара таплы. Май-июнь-июль айҙарында оса, күбәләк ҡорттары ҡара төҫтә, баштары ҡыҙыл, баҡа япрағы, кесерткән һ.б. үләнсел үҫемлектәрҙә йәшәйҙәр.

Айыу-күбәләк Гераның (Caallimorpha quadripunctaria P.) ҡанат йәйеме 50—55 мм, алғы ҡанаттары ҡара төҫтә, ҡыйғас аҡ һыҙыҡлары бар, арттағы ҡанаты ҡыҙыл төҫтә, ҡара төрткөләре бар, июль-августта көндөҙ ҙә оса, күбәләк ҡорттары ҡара йәки һоро төҫтә, арҡаһында һары йәки ҡыҙғылт-һары һыҙығы һәм як-яғында ҡыҙғылт-һары сөйәлле һары һыҙыҡтары бар, баҡа япрағы, туҡранбаш, ҡарағат һ.б. үҫемлектәрҙә йәшәйҙәр

Хужабикә айыу-күбәләк (Pericallia matronula L.), ҡанат йәйеме 70—80 мм, ҡуйы көрән төҫтә, июнь-июлдә оса, ш.у. айыу-күбәләк Геба (Ammobiota hebe L.), бикә айыу-күбәләк (Panaxia dominula L.), ҡыҙыл таплы айыу-күбәләк (Utetheisa pulchella L.) һәм һары айыу-күбәләк (Arctia flavia) бар.

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Терминологический словарь по зоологии. Русско-башкирский и башкирско-русский (Т. Г. Баишев, 1952)

Сығанаҡ үҙгәртергә