Айыт (Миәкә районы)

Айыт (рус. Аитово) — Башҡортостандың Миәкә районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 121 кеше[1].

Ауыл
Айыт
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Миәкә районы

Координаталар

54° с. ш. 55° в. д.HGЯO

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 244 870 002

ОКТМО коды

80 644 470 111

Картаны күрһәтергә/йәшерергә
Айыт (Рәсәй)
Айыт
Айыт
Айыт (Миәкә районы) (Башҡортостан Республикаһы)
Айыт

Почта индексы — 452099, ОКАТО коды — 80244870002.

Халыҡ һаны

үҙгәртергә

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 121 58 63 47,9 52,1

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Географик урыны

үҙгәртергә

Урам исемдәре

үҙгәртергә
  • Дуҫлыҡ (урамы), (рус. Дружбы (улица))
  • Тыныслыҡ (урамы), (рус. Мира (улица))[2]

Ауыл тарихы

үҙгәртергә

Айыт ауылы Илекәй-Мең улусына ҡарай ( башҡа сығанаҡтарҙа Мәркет-Мең улусы), ләкин бында Юрматы улусы башҡорттары йәшәй. 1816 йылда ул 20 кеше йәшәгән 3 йорттан ғына торған. Тимәк, ул ревизия алдынан ғына барлыҡҡа килгән. 1834 йылда 133 кешенең 33-ө (сығышы менән) Стәрлетамаҡ өйәҙенән, ҡалғандары Бәләбәй өйәҙенән булған. Бөтәһе лә - керҙәштәр. 1859 йылда 46 йортта 226 кеше иҫәпкә алынған. 1917 йылда 485 башҡорт булһа, 1920 йылда - 456 кеше иҫәптә булған.
1834 йылғы ревизия буйынса,тәүге төпләнеүсе Айыттың улдарын, ейәндәрен һәм бүләләрен исемләп һанап сығайыҡ:66 йәшлек Юлдыбай Айытов, улы - Ишбулат; 66 йәшлек Көмөшбай Айытов, улы - Сәфәрғәли (уның улдары - Заһретдин, Зәйнитдин); 49 йәшлек Тимербай Айытов, улдары - Ғәбделғәлим, Ғәбделғәзиз, Ғәбделнасир; 49 йәшлек сотник (йөҙбашы) Дәүләтбай Айытов.
Ул саҡта 19 йорттоң 5-ендә ике һәм өс игеҙ балалар теркәлгән.1925 йылдан һуң бүленеп сыҡҡан Ҡамышлы, Етегән, Йәштәр, Йәшелкүл, Аҡъяр- башҡорт ауылдары була.XX быуаттың башында Нарыҫтауға (1920 йылда 389 башҡорт), Сирәштамаҡҡа (1920 й. 119 башҡорт) нигеҙ һалына.
Башҡа бүлендек ауылдар Тимәш, Сейәле, Туҡмаҡ-Шишмә, Йәшәһен , Ихтисад, Ҡыҙыл Шишмә, Сытырбаш, Сулпан, Өршәк ауыл хужалығын коллективлаштырыу йылдарында барлыҡҡа килгән татар ауылдары була.[3]

Урамдары

үҙгәртергә

Билдәле шәхестәре

үҙгәртергә
  • Ғилманов Урал Минулла улы (01.06.1932) — БАССР-ҙың атҡаҙанған урмансыһы.[4] 371-се б.
  • Кинйәбуҙов Әхиәр Хәйҙәр улы (15.08.1953)- Башҡортостандың атҡаҙанған төҙөүсеһе.[4] 396-сы б.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә