Айырығойроҡ, йәки асалы ҡойроҡ [1] (лат. Diplura, рус.  Двухвостки ) — йәшерен яңаҡ һөйәкле алты аяҡлы бөжәктәр отряды. 976 төрө билдәле, шуларҙың 170-е Төньяҡ Америкала[2] һәм 30 төрө Австралияла тереклек итә[3]. Хәҙерге фаразлау буйынса айарағойроҡтар һуңғы ташкүмер осоронда барлыҡҡа килгән.[4].

Айырығойроҡ
Campodea staphilinus
Campodea staphilinus
Фәнни классификация
Халыҡ-ара фәнни исеме

Diplura Börner, 1904

Ғаилә
Геохронология

Викитөркөмдә
Систематика

Викиһаҡлағыста
рәсемдәр
ITIS  99228
NCBI  29997
EOL  7106

Һөт һымаҡ аҡ йәки һарғылт төҫтә, ҡайһы ваҡыт көрән төҫтәге һуңғы ҡорһаҡ сегменттары менән ҡаты хитинлашҡан ваҡ бөжәк. 2-8 мм ҙурлыҡта, ҡанатһыҙ, ҡорт һымаҡ, һығылмалы, ҡорһаҡ осонда оҙон сығынтыһы пары − церков бар. Кимереүсе ауыҙ аппараты булған йомро башлы, бөтә аяҡтары да бер тигеҙ. Еңеләйтелгән, тулы булмаған әүерелеш кисерә. Ҡабығын ювениль йәштә генә түгел, енси етлегү хәлендә лә һала. Ерҙә, урман түшәмәһендә, серегән ағаста, таштар аҫтында йәшәй. Тарҡалған үҫемлек ҡалдыҡлары, бөжәктәр һ.б. тупраҡ хайуандары, бәшмәк киҫәктәре, споралар, һыу үҫемлектәре менән туҡлана; ҡайһы ваҡыт ваҡ тупраҡ буынтыҡ аяҡлыларына һөжүм итә.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Русско-башкирский словарь (под редакцией З.Г.Ураксина, 2005)
  2. David R. Maddison. Diplura. Tree of Life Project (1 ғинуар 2005). Архивировано 2 март 2012 года. 2012 йыл 17 октябрь архивланған.
  3. Diplura. Department of the Environment, Water, Heritage and the Arts - Australian Faunal Directory. Архивировано 5 июнь 2012 года. 2012 йыл 21 март архивланған.
  4. Hoell, H.V., Doyen, J.T. & Purcell, A. H. Introduction to Insect Biology and Diversity, 2nd ed. — Oxford University Press, 1998. — С. 320. — ISBN 0-19-510033-6.

Определитель насекомых Европейской части СССР. М.-Л., 1964. Т. 1.