Хәлилов Азат Насретдин улы

(Азат Хәлилов битенән йүнәлтелде)

Хәлилов Азат Насретдин улы, Азат Кинйә (29 май 1962 йыл) — уҡытыусы, балалар яҙыусыһы, йәмәғәтсе. 2010 йылдан Башҡорт Википедияһы ирекмәне, хеҙмәт ветераны.

Азат Кинйә

200
Исеме:

Хәлилов Азат Насретдин улы

Тыуған көнө:

29 май 1962({{padleft:1962|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:29|2|0}}) (62 йәш)

Тыуған урыны:

Башҡорт АССР-ы Көйөргәҙе районы 1-се Кинйәбыҙ ауылы

Гражданлығы:

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР →
Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Жанр:

Проза, публицистика

Әҫәрҙәре яҙылған тел:

Башҡорт

Биографияһы

үҙгәртергә

Азат Насретдин улы Хәлилов 1962 йылдың 29 майында Башҡорт АССР-ының Көйөргәҙе районы 1-се Кинйәбыҙ ауылында тыуған. Башланғыс белемде тыуған ауылында ала, артабан күрше Абдул ауылында уҡый. Унан һуң Өфө районының Михайловка ауылында умартасы һөнәрен үҙләштерә.

Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1981 йылда Мораптал тоҡомсолоҡ совхозында умартасы булып башлай. Ошо йылдың яҙында Совет Армияһы сафына алына, Совет ғәскәрҙәренең Германиялағы төркөмөндә хеҙмәт итә.

Армиянан һуң ВЛКСМ-дың Күмертау ҡала комитетында эшләй, унан һуң Мораптал тоҡомсолоҡ совхозының спорт буйынса методисы була.

1990—1995 йылдарҙа Өфөлә Башҡорт дәүләт университетында «Филолог, журналист» һөнәренә уҡый.

1995 йылдан Күмертау ҡалаһындағы 13-сө Мөхәмәт Исҡужин исемендәге мәктәптә, 2001 йылдан Республика политехник лицей-интернатында уҡытыусы булып эшләй.

Балалар яҙыусыһы. Дүрт китап авторы.

Йәмәғәт эшмәкәрлеге

үҙгәртергә
  • 1990 - 1995 йылдарҙа, Башҡорт дәүләт университетында уҡыған осорҙа, Өфө ҡалаһында яҡташтар (Көйөргәҙе районы) ойошмаһы рәйесе вазифаһын бвшҡара.
  • 1995 - 1998 йылдарҙа Күмертау ҡалаһы башҡорт йәштәре иттифағы рәйесе.
  • 2007 йылдан 2022 йылғаса Көйөргәҙе районының үҙәге Ермолаево ауылындағы «Рамаҙан» мәсетендә имам-хатиб вазифаһын да башҡара. 2019 йылдың декабрендә Күмертау ҡалаһы һәм Көйөргәҙе районы мөхтәсибәтенең имам-мөхтәсибе итеп тәғәйенләнләнә.
  • 2012 -2019 йылдарҙа үҙе йәшәгән күп фатирлы йорт комитеты рәйесе.

1990-сы йылдарҙа Башҡортостан дәүләтселлеген һаҡлап ҡалыу өсөн Өфө ҡалаһында ойошторолған бөтә акцияларҙа ла ҡатнаша.

Китаптары

үҙгәртергә
  1. Әлфиәгә яңы күлдәк. Күмертау ҡалаһы яҙыусылар ойошмаһы. Күмертау, типографияһы. 1998 йыл.
  2. Әсе шәкәр. Балалар өсөн китап. Башҡортостан китап нәшриәте. 2006 йыл.
  3. Һуңғы төйәк. Кинйә Арыҫлановтың яҙмышы буйынса фараз. Күмертау ҡала типографияһы. 2010 йыл.
  4. Туғай Кинйәһе ауылы. Күмертау ҡала типографияһы. 2015 йыл. 240 бит.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә
  • Баязит Бикбай исемендәге премия лауреаты (2021).
  • Башҡортостан Республикаһы мәғариф һәм фән министрлығының биш Маҡтау грамотаһы (2002, 2007, 2010, 2012, 2020.)
  • Башҡортостандың маҡтаулы имам-мөхтәсибе һәм имам-хатибы. Башҡортостан Республикаһы Диниә назараты тарафынан бирелде, 2022 йыл.
  • Башҡортостан Республикаһы Башлығының Почет грамотаһы. 2022 йыл.
  • Хеҙмәт ветераны. 2023 йыл.
  • Кинйә Арыҫланов миҙалы. 2023 йыл.
  • Википедия миҙалы. 2023 йыл.

Сығанаҡтар

үҙгәртергә