Республика политехник лицей-интернаты

Республика политехник лицей-интернаты (РПЛИ)— Башҡортостандың Күмертау ҡалаһындағы политехника йүнәлешендәге интернатлы уҡыу йорто.

Республика политехника лицей- интернаты
Нигеҙләнгән

1997

Директор

Сабанчин Венер Ришат улы

Тип

дәүләт бюджет белем биреү учреждениеһы

Адресы

Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы,Башҡортостан Башҡортостан, Күмертау ҡ.

Тарихы үҙгәртергә

Республика политехник лицей-интернаты (РПЛИ) 1997 йылда Башҡортостан Республикаһы Президенты Мортаза Рәхимов башланғысы менән Күмертауҙағы 33-сө ҡала профессиональ техник училищеһы базаһында ойошторолған уҡыу йорто. Ул тиҙ арала үҙгәртеп ҡоролдо. Лицей-интернат эшмәкәрлегенең төп маҡсаты — республиканың көньяҡ райондарының һәләтле егеттәрен юғары уҡыу йортона йүнәлешле әҙерләү. Һуңғы йылдарҙа бында ҡыҙҙар ҙа уҡый. Белем биреүҙең төп йүнәлеше — политехника. Лицейҙы тамамлаусылар артабан Республиканың һәм Рәсәйҙең техник юғары уҡыу йорттарында махсус һөнәргә эйә булған белгестәр булып сыға.

Алтын һәм көмөш миҙалға тамамлаусылар үҙгәртергә

Уҡытыусылар үҙгәртергә

  1. Әбхәлимова Зилә Салауат ҡыҙы - Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, юғары категориялы, Стәрлетамак педагогия институтын тамамлаған.
  2. Борисова Лира Ғаязетдин ҡыҙы - Математика уҡытыусыһы, юғары категориялы
  3. Кәримова Гүзәлиә Баян ҡыҙы - инглиз теле уҡытыусыһы
  4. Хәлилов Азат Насретдин улы - Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, юғары категориялы, Башҡорт дәүләт унивеситетын тамамлаған(1995)

Директорҙар үҙгәртергә

  1. Әмәкәсев Юлай Камил улы (1997—2002).
  2. Әмәкәсева Лилиә Фаил ҡыҙы (2002—2010).
  3. Баянов Рөстәм Сәлим улы (2010—2012).
  4. Ғөбәйҙуллина Римма Айрат ҡыҙы, 2012-2018
  5. Сабанчин Венер Ришат улы 2020

Сығанаҡ үҙгәртергә