Азатлыҡ һәйкәле
Азатлыҡ һәйкәле (лат.Brīvības piemineklis) Ригала урынлашҡан, ҡаланың төп иҫтәлекле урындарының береһе һәм Латвияның рәсми булмаған символы булып тора. 1935 йылда Латвия бойондороҡһоҙлоғо өсөн көрәштә ҡорбан булғандар иҫтәлегенә ҡуйылған.
Азатлыҡ һәйкәле | |
латыш. Brīvības piemineklis | |
Нигеҙләү датаһы | 1935[1] |
---|---|
Дәүләт | Латвия |
Административ-территориаль берәмек | Центральный район[d][1] |
Урын | Рига |
Булдырыусы | Карлис Зале[d] |
Барлыҡҡа килгән, эшләнгән | гранит[d], Травертин, Тимербетон һәм Баҡыр |
Һүрәтләнгән объект | Свобода[d] |
Проектлаусы | Карлис Зале[d] |
Архитектор | Шталберг, Эрнест Екабович[d] |
Входит в состав списка памятников культурного наследия | Cultural heritage monuments in Central District, Riga[d] |
Мираҫ статусы | памятник искусства государственного значения[d][1] |
Бейеклеге/буйы | 42 ± 1 метр |
Указания, как добраться | Brīvības bulv. un Raiņa bulv. krustojumā[1] |
Азатлыҡ һәйкәле Викимилектә |
Урынлашыуы
үҙгәртергәҺәйкәл Риганың үҙәк урамында — Бривибас бульварында (лат. Brīvības bulvāris, «Азатлыҡ бульвары»)[2][3], Иҫке Риганан йыраҡ түгел урынлашҡан.
1990 йылда Аспазияс бульварынан Райня бульварына тиклем Бривибас бульварының 200 метрлыҡ өлөшө транспорт хәрәкәте өсөн ябыла, шулай итеп Азатлыҡ һәйкәле майҙаны барлыҡҡа килә. Майҙан үҙ эсенә ҡала каналы аша күперҙе ала. Һәйкәлдән төньяҡтараҡ, паркта, Бастион тауы — иҫке ҡәлғә валы урынында ойошторолған баҡса-парк сәнғәте ҡоролмаһы урынлаша. Һәйкәлдән көньяҡта Латвия Милли опера бинаһы, ә майҙандың көньяҡ-көнбайышында кафе һәм «Лайма» сәғәте урынлашҡан.
Тарихы
үҙгәртергә1910 йылдан ошо уҡ майҙанда (әммә башҡа урында) Петр I һәйкәле урынлаша. Тиҙҙән ул Беренсе донъя һуғышы башланғандан һуң Риганан мәҙәни ҡиммәттәрҙе эвакуациялау барышында һүтеп алына.
Латвия бойондороҡһоҙлоғо көрәшселәре өсөн һәйкәл ҡуйыу идеяһы 1922 йылда тыуа, шул саҡта Латвияның премьер-министры Зигфрид Анна Мейеровиц буласаҡ һәйкәлдең проектын эшләүгә конкурс ҡағиҙәләрен әҙерләргә йөкмәтә. Бер нисә конкурстан һуң «Йондоҙ кеүек балҡы!» девизы аҫтында Карлис Зале проекты һайлап алына. 1931 йылда төҙөлөш эштәре Латвия халҡы йыйған иғәнәләргә башҡарыла.
Һәйкәл Латвия бойондороҡһоҙлоғоноң иғлан ителеүенең 17-йыллығына — 1935 йылдың 18 ноябрендә асыла.
Латвия СССР-ға ҡушылғандан һуң 1940 йылда һәйкәлде төҙөкләндереү, күсереү һәм хатта һүтеү тураһында мәсьәләләр күтәрелә, әммә фекер алышыуҙа билдәле скульптор В.И. Мухинаның (Ригала тыуған), архитектура академигы Л.В. Рудневтың һәм һәйкәл архитекторы, Латвия ССР-ы фәндәр академияһы академигы архитектор Э.Е. Шталбергтың ҡатнашлығында монумент элекке ҡиәфәтендә үҙенең урынында һаҡланып ҡала[4][5].
Архитектураһы
үҙгәртергәҺәйкәл ҡыҙыл граниттан, травертиндан, бетон һәм баҡырҙан эшләнгән 42 метр бейеклектәге вертикаль монументтан ғибәрәт. Нигеҙендә 13 скульптура һәм барельеф урынлашҡан, улар легендар герой Лачплесистан алып ҡыҙыл латыш уҡсыларына тиклем ил тарихы биттәрен һүрәтләй.
19 метрлыҡ төп пилон түбәһендә туғыҙ метр бейеклектә «Азатлыҡ» фигураһы — йәш ҡатын-ҡыҙ (Милда булараҡ билдәле ), өҫкә һуҙылған ҡулдарында Латвияның тарихи өлөштәрен — Курземе, Видземе һәм Латгалены сағылдырған өс йондоҙҙо тотоп тора.
Һәйкәл фасадында — «Tēvzemei un Brīvībai» (рус. «Отчизне и Свободе» «Ватанға һәм Азатлыҡҡа») уйылып яҙылған
Һәйкәлдең авторҙары:
- скульптор Карлис Зале (1888—1942), Петербург Сәнғәт академияһында билдәле скульптор А.Т. Матвеевтың уҡыусыһы, 1920 йылда тамамлаған.
- архитектор Э.Е. Шталберг (1883—1958), Петербург Сәнғәт академияһы академигы Л.Н. Бенуаның уҡыусыһы (1914), һуңынан — Латвия ССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1945), Латвия ССР-ының фәндәр академияһы академигы (1946).
Галереяһы
үҙгәртергә
|
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 1,2 1,3 Latvijas Vēstnesis (латыш.) — Latvijas Vēstnesis, 1993.
- ↑ Latvia.travel Памятник Свободы . Дата обращения: 15 декабрь 2011. Архивировано из оригинала 16 ғинуар 2013 года. 2013 йыл 16 ғинуар архивланған.
- ↑ Live RIGA — Памятник Свободы
- ↑ Час № 268 (19.11.1998.) 2012 йыл 22 июнь архивланған..
- ↑ Русские Латвии. Вера Мухина
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергә- Памятник Петру I (Рига)
Һылтанмалар
үҙгәртергә- О памятнике Свободы на портале Другая Рига
- Иконы латвийской культуры
- Карлис Зале — статья из Большой советской энциклопедии.
- YouTube сайтында Кадры кинохроники. Открытие памятника Свободы в Риге 18.11.1935