Азатлыҡ майҙаны (Минск)

Азатлыҡ майҙаны (бел. Плошча Свабоды) — Минскиҙың үҙәк майҙандарының береһе, Беларусь. Свислочь йылғаһының ҡалҡыу ярында урынлашҡан.

Азатлыҡ майҙаны
бел. Плошча Свабоды
Рәсем
Дәүләт  Беларусь[1]
Административ-территориаль берәмек Минск
Нимә менән тоташа Интернациональная улица[d]
Карта
 Азатлыҡ майҙаны Викимилектә

XVII быуатта майҙан Баҙар, ҡайһы берҙә Яңы баҙар тип атала. XVIII быуатта майҙан Юғары баҙар исемен ала, XIX быуатта — Юғары майҙан, ҡайһы берҙә Үрге баҙар тип атайҙар [2].

1860-сы йылдарҙа Юғары баҙар яңы исем ала — Собор майҙаны. Тәүге тапҡыр был исем документтарҙа 1866 йылдан башлап күренә башлай. Әммә 1870—1880 йылдар дауамында иҫке исеме лә ҡулланыуын дауам итә[3].

1917 йылда майҙан Азатлыҡ майҙаны тип үҙгәртелә.

XVI быуат башында ҡаланың административ, сауҙа һәм мәҙәни үҙәге булараҡ барлыҡҡа килә.

1884—1886 йылдарҙа майҙандың үҙәгендә Никитин циркы исеме аҫтында билдәле булған Минск циркының беренсе ағас бинаһы урынлаша, цирк артистарының сығышы һәм театр тамашалары шунда үтә[4].

1906 йылдың 27 ғинуарында Собор майҙанында революционерҙар И. Пулихов һәм И. Измайлович Минск губернаторы П. Г. Курловҡа һәм полицмейстер Д. Д. Норовҡа уңышһыҙ һөжүм итәләр.

1901 йылдың ғинуарында майҙандың үҙәгендә Минск халҡының ирекле иғәнәһенә төҙөлгән император Александр II һәйкәле асыла. 1915 йылдың сентябрендә, ҡалаға немец ғәскәрҙәре яҡынайғас, бюст постаменттан алына һәм эвакуациялана. Уның артабанғы яҙмышы билдәһеҙ[5]. 1917 йылдағы революциянан һуң Александр II һәйкәле урынына Минск скульпторы һәм архитекторы О. Краснопольский проекты буйынса «Һалдат-революционер» һәйкәле ҡуйыла. 1918 йылдың февралендә немец оккупацияһы ваҡытында скульптура емерелә. 1921 йылдың 1 майында һәйкәл урынында Минск Советы исемендәге обелиск барлыҡҡа килә. Ҡоролма, моғайын, сифатһыҙ материалдан эшләнгән булғандыр, һуңынан һүтеп алына. 1927 йылда был урында скульптор Абрам Бразер эшләгән Гирш Леккерт һәйкәле ҡуйыла, әммә һуңғараҡ, 1937 йылда, «оло террор» таҙартыу тулҡынында һүтеп алына[6]. 1939 йылда бында фонтан төҙөлә, хәҙерге көнгә тиклем уның фрагменттары һаҡланған[7].

Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында майҙан ныҡ емерелә. 50-се йылдар башында ҡаланың үҙәк өлөшөн ҡайтанан планлаштырғанда биналарҙың бер өлөшө һүтеп алына. Майҙан үҙәк майҙан әһәмиәтен юғалта. Яңы үҙәк Бойондороҡһоҙлоҡ проспекты буйынса көньяҡтараҡ формалаша [7][8].

Ансамбль

үҙгәртергә

Майҙанда емерелгәнгә тиклемге күренешендә 2004 йылда тергеҙелгән ҡала ратушаһы тора. Ратуша 1582 йылда төҙөлгән була, артабан бер нисә тапҡыр яңынан төҙөлә һәм 1857 йылда һүтелә. Башҡа иҫтәлекле урын — Пресвятая Дева Мария архикафедраль костёлы (XVIII быуат башы). Эргәлә бернардинсылар монастыры, Каруанһарай, Пшездецкийҙарҙың элекке усадьбаһы һәм сауҙа рәттәре урынлашҡан.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. GeoNames (ингл.) — 2005.
  2. Денисов, 1985, с. 9
  3. Денисов, 1985, с. 18
  4. Денисов, 1985, с. 19
  5. Сокол К. Г. Монументальные памятники Российской империи: каталог. — Вагриус Плюс, 2006. — С. 100. — 429 с.
  6. Андреев В. П. Беларусь у ХХ стагоддзі. — 2004. — Т. 3. — С. 35.
  7. 7,0 7,1 Денисов, 1985, с. 22
  8. Осмоловский М. С. Минск. — М.: Государственное издательство архитектуры и градостроительства, 1950. — С. 19. — 34 с.
  • Денисов В. Н. Площадь Свободы в Минске. — Мн.: Полымя, 1985. — 79 с.
  • Чарняŭская Т. И., Петросова Е. И. Памятники архитектуры Минска XVII-начала XX в. — Наука и техника, 1984. — 150 с.
  • Аникин В. И. Ансамбль Центральной площади и площади Свободы в Минске // Строительство и архитектура Белоруссии. — 1976. — № 4.

Һылтанмалар

үҙгәртергә