Минск ратушаһы
Минск ҡала ратушаһы — Беларусь Республикаһының баш ҡалаһы Минскиҙың үҙәк өлөшөндә Ирек майҙанындағы административ бина. 1600 йылда төҙөлгән[1]. Ратуша башняһында ул ваҡыт өсөн ҡиммәтле булған сәғәт торған. Ҡалып:Историко-культурная ценность Республики Беларусь
Минск ратушаһы | |
Нигеҙләү датаһы | 1600 һәм 4 ноябрь 2004 |
---|---|
Дәүләт | Беларусь |
Административ-территориаль берәмек | Минск |
Тәбиғи-географик объекты сиктәрендә урынлашҡан | Высокий рынок[d] һәм Азатлыҡ майҙаны (Минск) |
Архитектор | Фёдор Александрович Крамер[d], Михаил Иосифович Чаховский[d] һәм Хршчанович, Казимир Мельхиорович[d] |
Архитектура стиле | архитектура неоклассицизма[d] |
Ғәмәлдән сыҡҡан дата | 1857 |
Мираҫ статусы | государственный список историко-культурных ценностей Республики Беларусь[d] |
Иң тәүге яҙма ваҡыты | 1582 |
Минск ратушаһы Викимилектә |
Рәсәй империяһы властары тарафынан Минск өсөн магдебург хоҡуғын ғәмәлдән сығарғанға тиклем (14 май 1795 йыл) ратушала ҡала үҙидаралағы органы — магистраттың йәки советтың ултырыштары уҙғарылған. Бинала ауырлыҡ һәм күләм берәмектәренең эталондары һаҡланған.
Тарихы
үҙгәртергәБинала магистрат, суд, архив һәм башҡалар урынлашҡан.
XVIII быуат аҙағында классицизм стилендә архитектор Ф. Х. Крамер тарафынан үҙгәртеп ҡорола.
1830-сы йылдарҙа бинала музыка мәктәбе эшләгән. 1844 йылда театр өсөн яраҡлаштырыла, ул бында 1844—1851 йылдар дауамында эшләй. Бында урыҫ, поляк һәм украин телдәрендә драма һәм музыка спектаклдәре күрһәтелгән. Театрҙың фойеһы, залы һәм ложаһы ҡала декораторы И. Кураткевич тарафынан биҙәлгән[2].
1857 йылда бина емертелә, уны емереү тураһында ҡарар 1851 йылда ҡабул ителә, әммә Минск ҡала думаһында аҡса булмау сәбәбе арҡаһында был эш ваҡытлыса тотҡарлана[3].
Ратуша эргәһендәге скверҙа ҡасандыр Александр II һәйкәле булған, ул 1901 йылдың ғинуарында ҡуйыла һәм 1917 йылғы инҡилабтан һуң алына.
Бинаны тергеҙеү
үҙгәртергәБинаны тергеҙеү идеяһы 1980 йылда барлыҡҡа килгән[4]. Бинаны тергеҙеү тураһында проект фәнни тикшеренеүҙәрҙә нигеҙләнгән[5].
2002 йылда археологик ҡаҙыныуҙар мәғлүмәттәре буйынса билдәләнгән урында ратушаны тергеҙеү буйынса эштәр башлана. Был эште 1-се һанлы төҙөлөш тресы һәм «Стары Менск» ААЙ, архитектор Сергей Багласов башҡарған; төҙөлөш барышында Болоруссия материалдары файҙаланылған[3]. Һәйкәлдең эске планировкаһы тулыһынса элекке төп нөсхәһенә тап килмәй, әммә тергеҙеү барышында уның мөһим элементтарын һаҡлап ҡалырға тырышҡандар. Стеналарҙың ҡалынлығы элекке биналағы һымаҡ ярты метр тәшкил итә[6].
2003 йыл аҙағында бина төҙөлөшө тамамлана. 2004 йылдың февралендә ратуша ҡунаҡтар өсөн асыла, ә 2004 йылдың 4 ноябрендә уны асыу тантанаһы була.
Хәҙерге ваҡытта бинаның беренсе ҡатында Минск музейы экспозициялары өсөн күргәҙмә залдары урынлашҡан. Ҙур экспозиция залында быяла көмбәҙ аҫтында XIX быуат башындағы Минскиҙың тарихи үҙәгенең макеты ҡуйылған. Ратушаның икенсе ҡатында почетлы ҡунаҡтарҙы ҡабул итеү һәм кәңәшмә залы урынлашҡан. Бина эргәһендәге сквер ҙа үҙгәртеп ҡорола: ул XX быуат башында булған күренеште кире ҡайтарған (Александр II һәйкәленән башҡа). Сквер ике овал рәүешендәге аллея менән киҫешә[6].
32 метр бейеклегендәге флюгерлы башняла сәғәт һәм ҡала гербы ҡуйылған. Сәғәт һайын куранттар композитор И. М. Лученоктың «Минск хаҡында йырҙар»ынан көй фрагментын (ҡушымтаның 19 секундын) яңғырата.
Бында баш ҡала тормошоноң төрлө саралары уҙғарыла. Ратушала Ҡала көндәре асыла, ә байрамдың үҙендә уның стеналары янында музыка коллективтары сығыш яһай, баш ҡаланың почетлы ҡунаҡтары ҡабул ителә[3].
Галерея
үҙгәртергә-
Төп фасад
-
Арт яҡтан күренеш
-
Урам яғынан күренеш
-
Ратушала иҫтәлекле табличка
-
"Европа" ҡунаҡханаһы яғынан күренеш
-
Александр II һәйкәле, 1900
-
Ҡала көнөндә ратуша алдында театрлаштырылған тамаша, 2010
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Историк Ольга Бобкова выяснила дату постройки Минской ратуши! // Европейское радио для Беларуси, 06.04.2010
- ↑ Помнiкi гiсторыi i культуры Беларусi, 1979. № 3
- ↑ 3,0 3,1 3,2 Минск старый и новый. - Верхний город. - Ратуша 2009 йыл 14 октябрь архивланған.
- ↑ Информационно-туристский центр "Минск". - Площадь свободы и Минская ратуша 2016 йыл 13 май архивланған.
- ↑ afn.by - К очередному дню города предполагается восстановить здание Минской ратуши
- ↑ 6,0 6,1 Туристический портал Беларуси holiday.by - Минская ратуша
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Беларусы: У 8 т. Т.2. Дойлідства / А. І. Лакотка; Ін-т мастацтвазнаўства, этнаграфіі і фальклору; Рэдкал.: В. К. Бандарчык, М. Ф. Піліпенка, А. І. Лакотка. — Мн.: Тэхналогія, 1997. — 391 с.: іл. ISBN 985-6234-28-X.
- Вялікае княства Літоўскае: Энцыклапедыя. У 3 т. / рэд. Г. П. Пашкоў і інш. Т. 2: Кадэцкі корпус — Яцкевіч. — Мінск: Беларуская Энцыклапедыя, 2005. — 788 с.: іл. ISBN 985-11-0378-0.
- Гісторыя Мінска. 1-е выданне. — Мінск: БелЭн, 2006.— 696 с. ISBN 985-11-0344-6.
- Пазняк 3. С. Рэха даўняга часу: Кн. для вучняў. — Мн.: Нар. асвета, 1985.— 111 с.: іл.
- Памяць: Гіст.-дакум. хроніка Мінска. У 4 кн. Кн. 1-я. — Мн.: БЕЛТА, 2001. — 576 с.: іл. ISBN 985-6302-33-1.
Һылтанмалар
үҙгәртергәМинск ратушаһы Викимилектә |
- Минская ратуша. Городская ратуша. Фотографии Минска. Архивировано 17 июль 2009 года. 2009 йыл 17 июль архивланған.
- Мінская ратуша на Radzima.org
- Мінская ратуша 2009 йыл 14 октябрь архивланған. (рус.) на Минск старый и новый