Азаматов Марат Мостафа улы
Азаматов Марат Мостафа улы (16 ноябрь 1941 йыл — 4 апрель 2002 йыл) — СССР хоккейсыһы Һәм Рәсәй тренеры. РСФСР-ҙың атҡаҙанған тренеры (1978).
Азаматов Марат Мостафа улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 16 ноябрь 1941 |
Тыуған урыны | Саҡмағош, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР |
Вафат булған көнө | 4 апрель 2002 (60 йәш) |
Вафат булған урыны | Өфө, Рәсәй |
Һөнәр төрө | хоккейсы |
Спорт командаһы ағзаһы | Салауат Юлаев хоккей клубы |
Спорт төрө | Шайбалы хоккей |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Биографияһы
үҙгәртергәМарат Мостафа улы Азаматов 1941 йылдың 16 ноябрендә Башҡорт АССР-ының Саҡмағош районы Саҡмағош ауылында тыуған. Милләте — башҡорт.
Шайбалы хоккей буйынса РСФСР-ҙың атҡаҙанғаң тренеры (1978). БАССР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1978), Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы (1994). Д. М. Азаматовтың — ҡустыһы. П. Ф. Лесгафт исемендәге Ленинград физик культура институтын тамамлаған (1972). «Локомотив» ДСО-һы тәрбиәләнеүсеһе (1953—60). Салауат Юлаев исемендәге спорт клубы командалары (1961—63), армияның спорт клубы (Куйбышев, 1963—65) өсөн уйнай. 1969—75 йылдарҙа «Салауат Юлаев» СДЮШОР-ы директоры, 1983—92 йылдарҙа — тренеры. 1979—83 йылдарҙа һәм 1990—91 йылдарҙа «Салауат Юлаев» хоккей клубы командаһының баш тренеры. 1993 йылда алып Өфөнөң «Локомотив» клубының баш тренеры, 1997 йылда — Өфөнөң 3-сө ДЮСШ директоры. Уның етәксеһе СДЮШОР командаһы үҫмерҙәр араһында СССР чемпионы (1973, 1984), йәштәр араһында СССР беренселегенең көмөш призёры (1975) була. 1983—95 йй. СССР, БДБ, Рәсәй үҫмерҙәр йыйылма командалары тренеры. Тағы ла бер етәксеһе СССР командаһы Европа чемпионаты (1984), ГФР-ҙа, Швейцарияла (икеһе лә — 1983), Финляндияла (1984, 1987, 1990), СССР-ҙа (1987, 1990) халыҡ-ара турнирҙар еңеүсеһе, Европа чемпионатының көмөш призёры (1991) була, Рәсәй командаһы — Канадала (1993), Тверҙа (1993) халыҡ-ара турнирҙар еңеүсеһе. Тәрбиәләнеүселәре араһында Ш. Ф. Ғимаев, шулай уҡ 35-тән ашыу СССР һәм Рәсәй спорт мастеры. 2-се дәрәжә «Ватан алдында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн» ордены миҙалы менән бүләкләнгән (1996). Өфө ҡалаһының Көньяҡ зыяратында ерләнгән[1].
Карьера
үҙгәртергәХоккейсы булғанда
үҙгәртергә- 1961—1963 Салауат Юлаев
- 1963—1965 СКА Куйбышев
Тренер булғанда
үҙгәртергә- 1979—1983 Салауат Юлаев
- 1983—1995 / СССР, СНГ һәм Рәсәй юниор йыйылма командаһы
- 1990—1991 Салауат Юлаев
- 1993 Локомотив
Спорт ҡаҙаныштары
үҙгәртергәМаҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
үҙгәртергә- 2-се дәрәжә «Ватан алдында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн» ордены миҙалы (1996)[2];
- РСФСР-ҙың атҡаҙанған тренеры (1978);
- БАССР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1978);
- Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы (1994).
Хәтер
үҙгәртергә- Өфөлә ул йәшәгән йортҡа мемориаль таҡтаташ ҡуйылған
- 3-сө ДЮСШ-ға уның исеме бирелгән.