Адыев Иҡсан Адыевич

112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы 275-се кавалерия полкының отделение командиры. Гвардия сержанты

Адыев Иҡсан Адыевич (рус. Адыев Иксан Адыевич; 1901 — 16 июль 1942) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы составындағы 275-се кавалерия полкында отделение командиры. Гвардия сержанты[1].

Адыев Иҡсан Адыевич
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
 СССР
Тыуған көнө 1901
Тыуған урыны Яңы Күскилде, Урмияҙ ауыл советы, Асҡын районы, СССР
Вафат булған көнө 16 июль 1942({{padleft:1942|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:16|2|0}})
Вафат булған урыны Курск өлкәһе, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө яугир
Хәрби звание Сержант
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Ғәскәр төрө кавалерия[d]
Юғалтыуҙың хәрби классификацияһы хәбәрһеҙ юғалған[d]

Биографияһы

үҙгәртергә

Иҡсан Адыевич Адыев 1901 йылда Өфө губернаһы Бөрө өйәҙе (хәҙер — Башҡортостан Республикаһы Асҡын районы) Яңы Күскилде ауылында тыуған.

1941 йылдың 10 декабрендә БАССР-ҙың Асҡын район хәрби комиссариаты Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһы сафына саҡыра.

Гвардия сержанты Адыев Иҡсан Адыевич 112-се Башҡорт атлы дивизияһының 275-се кавалерия полкында отделение командиры була.

1942 йылдың 16 июлендә (1942 йылдың 10 декабре тигән мәғлүмәт тә бар[2]) Курск өлкәһе Озерки ауылы янында һәләк була.

Адыев Иҡсан Адыевичтың исеме Башҡортостанда нәшер ителгән баҫмаларҙа[3] һәм БР-ҙың Асҡын районы Яңы Күскилде ауылында Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар хөрмәтенә ҡуйылған һәйкәлдәге исемлеккә индерелгән.

Шулай итеп, оҙаҡ йылдар дауамында ул хәбәрһеҙ юғалған тип иҫәпләнә. 1996 йылда эҙәрмәндәр һуғыш барған урындарҙа ҡыҙылармеецтарҙың һөйәктәрен тапты. Барлығы 671 яугир исемен белә алдылар. Һәм хәрби хөрмәт күрһәтелеп, һәләк булыусылар исемлегендә гвардия сержанты Адыев Иҡсан Адыевич та (элекке Курск өлкәһе) Липецк өлкәһе Тербун ауылындағы туғандар ҡәберлегендә ерләнде[сығанаҡ 1242  көн күрһәтелмәгән].

Адыев Иҡсандың исеме ҡәберлек һәйкәленең мемориал таҡтаһына уйып яҙылған[сығанаҡ 1242  көн күрһәтелмәгән].

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә