Адирондак
Адиро́ндак[2] (ингл. Adirondack Mountains, Adirondacks) — Нью-Йорк штатының төньяҡ-көнсығышындағы тау һырты. Башҡа геологик сығышлы булыуына ҡарамаҫтан, ҡайһы берҙә Аппалачи тау системаһына индерелә. Иң бейек нөктәһе — Марси тауы (1629 м).
Адирондак | |
---|---|
ингл. Adirondack Mountains | |
Характеристикалар | |
Барлыҡҡа килгән ваҡыты | Тонийa |
Майҙаны | 48 438 км² |
Оҙонлоғо | 293 км |
Киңлеге | 261 км |
Бейек нөктәһе | |
Иң бейек түбәһе | Марси |
Бейек нөктәһе | 1629[1] м |
Урынлашыуы | |
44°06′45″ с. ш. 73°55′26″ з. д.HGЯO | |
Страна | |
[[ США|Регион административ бүленеше]] | Нью-Йорк |
Адирондак Викимилектә |
Төньяғында геологик һәм биологик оҡшашлыҡтары байтаҡ булған Лаврентий тауҙары менән араһын Изге Лаврентий йылғаһы үҙәне айырып тора.
Көнсығышында һырт Вермонттың Йәшел тауҙарынан айырып торған Шамплейн һәм Джордж күлдәре менән сиктәш. Көнбайышын һәм көньяғын диңгеҙ кимәленән яҡынса 450 м бейеклектәге ҡалҡыулыҡтар биләй[3].
Геологик үҙгәртеүҙәр һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән Адирондак башлыса боронғо метаморфик тоҡомдарҙан тора. Уның рельефына бер нисә тапҡыр боҙлоҡтарҙың барлыҡҡа килеүе һәм сигенеүе йоғонто яһай.
Тау итәктәрендәге ҡатнаш һәм япраҡлы урмандар өҫтәрәк битләүҙә ылыҫлы урмандар менән, ә түбәләргә яҡыныраҡ альп үҫемлектәре менән алмашына.
Популяр туристик төбәк, тау саңғыһы курорттары урынлашҡан урын. Адирондактағы Лейк-Плэсид — 1932 һәм 1980 йылдарҙа ҡышҡы Олимпия уйындарын үткән урын булып тора.
Географияһы һәм геологияһы
үҙгәртергәАдирондак тауҙары төньяҡта Изге Лаврентий йылғаһы үҙәне һәм Шамплейн күле, ә көньяҡта Мохок йылғаһы үҙәндәре араһында урынлашҡан. Сылбырҙар рәүешендә һуҙылған күпселек тау системаларынан айырмалы рәүештә, Адирондак тауҙары үҙәккә табан күтәрелгән 23,6 мең км² ашыу майҙанда түңәрәк ҡулсаға ябылған. Был уларҙың барлыҡҡа килеүенә килтергән геологик процестарҙың үҙенсәлектәренә бәйле. Уларҙы йыш ҡына Аппалачи системаһына индерһәләр ҙә, Адирондак тауҙары геологик яҡтан Канада ҡалҡаны[4] менән бәйле.
Адирондак системаһы геология күҙлегенән үҙ сиратында Картедж-Колтон милонит зонаһы менән ике өлөшкә бүленә. Бәләкәй өлөшө, Төньяҡ-көнбайыш уйпатлыҡтары ({{lang-en|Northwest Lowlands}}) рельефы түбәнерәк һәм башлыса лейкократ гнейстар ҡатламы булған метаултырма тоҡомдарынан һалынған.
Ҙур өлөшө, Таулыҡ ({{lang-en|Highlands}}) Вермонттағы Йәшел тауҙар менән бергә Канада ҡалҡанының үҙәк гранулит өлөшөнә ҡарай һәм метавулкан тоҡомдарынан тора. Уларҙың күпселек өлөшөн анортозит комплекстар тәшкил итә. Шундай анортозит ҡатламдарының иң ҙуры — Адирондактың үҙәк-көнсығыш өлөшөндәге Марси массивы.
Адирондак системаһына төрлө бейеклектәге йөҙләгән тау һәм ҡалҡыулыҡ, шул иҫәптән 1200 метр бейеклектәге 40-тан ашыу түбә инә. Системаның иң бейек түбәләре — Марси (1629 метр, Нью-Йорк штатының иң бейек нөктәһе) һәм Макинтайр һыртындағы Алгонкин тауы (1559 м). Адирондак тауҙарына, яланғас ҡая стеналы сусаҡтар (шул иҫәптән Уайтфейс) осраһа ла, башлыса түңәрәк түбәләр хас[4].
Адирондактың геологик төҙөлөшө тауҙар яһалышының бик күп процестар һөҙөмтәһе була. Был тауҙар йәш һәм әле һаман үҫеүен дауам итәләр, әммә уларҙың тау тоҡомдары боронғо.
Был процесс 1,3 миллиард йыл самаһы элек, ҡомдан һәм ләмдән, магматик интрузиялар менән һуғарылған, ҡалынлығы бер-нисә саҡрым булған һыу төбөндәге ултырмалар континенттарҙың бәрелеү процесында хәрәкәткә килтерелгән саҡта башлана. Ошо процесс барышында Гималай тауҙарынан да бейегерәк Гренвиль тауҙарын барлыҡҡа килтергән яңы, метаморфик тоҡомдар формалаша.
Барлыҡҡа килгән тауҙар артабанғы 650 миллион йыл дауамында ашалыуға дусар булалар. Уның һөҙөмтәһендә элек 20 километрға тиклем тәрәнлектә ятҡан тоҡомдар яланғаслана.
Артабан континенттарҙың яңы айырылышы башлана, һәм кембрий осоронда, 570 миллион йыл самаһы элек, Гренвиль тауҙары ҡалдыҡтары һай һыулы яр буйы диңгеҙе менән ҡаплана. Яңынан формалашҡан ултырма тоҡомдар гренвиль метаморфик тоҡомдары өҫтөнә яңы ҡатлам булып яталар.
Киләһе 300 миллион йылда континенттар, яңы тау системаларын (шул иҫәптән Аппалачи һәм Катскилл) барлыҡҡа килтереп, бер нисә тапҡыр яҡынаялар һәм кире айырылалар. 60 млн йыл самаһы элек Адирондактың диаметры яҡынса 150 миль (240 км) булған заманса көмбәҙ системаһы формалаша башлай. Уның үҙәгендәге тоҡомдар өҫкә сығарыла. Заманса Адирондактың нигеҙен тәшкил иткән гренвиль формацияһының тоҡомдарын яланғаслатып, иң юғары үҙәк өлөшөндә ватылыусан ултырма тоҡомдар йәнә эрозияға дусар булалар[5].
Һуңғы миллион йылдар дауамында Адирондак рельефына боҙлоҡ осорҙарындағы боҙлоҡтар баҫыуы һәм сигенеүе ҙүр йоғонто яһай. Боҙлоҡтар хәрәкәте күпселек түбәләрҙе, шул иҫәптән иң бейектәрен дә шымарта, тәрән үҙәндәр һала. Ә улар сигенеү менән тауҙарҙағы тоҡомдарҙан геологик яҡтан ҡырҡа айырылып торған тупраҡ, ваҡ таштар һәм эрратик валундар тороп ҡала. Цирктар менән уратып алынған үҙәндәрҙе формалаштырыуҙа бөтөнләйгә иреп бөтөр алдынан ҙур булмаған ҡалдыҡ боҙлоҡтар ҙа ҡатнаша.
Боҙлоҡ ҡалдырған мореналар ҡар һыуын ағыҙыуҙы туҡтатҡан һәм күлдәрҙе барлыҡҡа килтергән тәбиғи быуаға әүереләләр. Дөйөм алғанда, Адирондакта 2300 самаһы күл һәм быуа иҫәпләнә, ә төбәктәге һыу Изге Лаврентия, Гудзон һәм Мохок йылғаларына, Онтарио һәм Шамплейн күлдәренә дөйөм оҙонлоҡтары 50 мең километр булған йылға һәм инештәр буйлап аға[5].
-
Тауҙар 2008 йылдың май айында
-
Хэйстек тауынан Марси тауына күренеш
-
Хаф һәм Дикс тауҙары
-
Болд тауынан иртәнге күренеш
Флора һәм фауна
үҙгәртергәАдирондактың үҫемлектәр һәм хайуандар донъяһы 10 мең йылдан кәмерәк ваҡыт элек, һуңғы боҙлоҡ дәүере тамамланғас та формалаша башлаған. Быға тиклем оҙайлы ваҡыт боҙ менән ҡапланған була, боҙлоҡ сигенгәндән һуң да тупраҡ ҡатламын туплау өсөн өҫтәмә ваҡыт кәрәк булған.
Диңгеҙ кимәленән бейеклектәрҙең артыуына ҡарап, Адирондакта бер-береһен тиҙ алмаштырыусы бер нисә экологик берләшмә бар. Тау түбәләренә яҡыныраҡ, 1200 м бейеклектә, урман сиге үтә — унан бейектә ағастар үҫә алмайҙар. Ошо сиктән өҫтәрәк үҫемлектәрҙең альп бүлкәте урынлашҡан. Адирондактың бейек тау үҫемлектәре лишайниктарҙы, мүктәрҙе, күрән һымаҡтарҙы һәм башҡа үлән, сәскә вәкилдәрен, шулай уҡ арса һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған тәпәш ҡыуаҡлыҡтарҙы үҙ эсенә ала. Альп бүлкәте аҫтында, диңгеҙ кимәленән 960 м тиклем бейеклектә, субальп зонаһы урынлашҡан, уға тәпәш буйлы, кәкре ағастар хас. Диңгеҙ кимәленән 750 һәм 960 метр арауығында ҡыҙыл шыршынан һәм бәлзәм аҡ шыршыһынан торған ылыҫлы урмандар зонаһы уҙа. Был ағастар ер өҫтөндә япма барлыҡҡа килтерәләр, уның аша ҡояш нурҙары үтеп инмәй тиерлек, был башлыса мүктәр һәм [] абаға һымаҡтар]]ҙы, шулай уҡ һирәк тәпәш буйлы көкөрт үләндәрен үҙ эсенә алған тәпәш урмандың ярлы булыуына килтерә. Түбәнге кимәлдә шыршыға — тсуга һәм ҡарағай кеүек ылыҫлылар, тағы ла түбәнерәк киң япраҡлы ағас тоҡомдары өҫтәлә. Адирондактағы ҙур булмаған бейеклектәрҙә үҫкән япраҡлы ағастар араһында шәкәрле саған һәм эре япраҡлы бук бар. Был бейеклектәрҙә бәлзәм аҡ шыршыһын өҫтөнлөк итеүсе төр сифатында Канада тсуга ҡыҫырыҡлап сығара, ә элек Адирондак битләүҙәренең ҙур өлөшөн ҡаплаған аҡ көнсығыш ҡарағайы ҡырҡылып бөтөрөлгән тиерлек. Урмандың иң түбәнге ярусы япраҡлы ағастарҙан, башлыса шәкәрле сағандан һәм эре япраҡлы буктан тора. Бында тсуга, ҡыҙыл шыршы, аллеган ҡайыны, америка дардары, америка йүкәһе һәм муйыл ағастары һирәгерәк осрай. Был ярусҡа тығыҙ япма һәм ҡыуаҡлыҡтарҙың һирәк ҡатламы хас, әммә үләндәрҙең һәм сәскәләрҙең ҡатламы бай.
Адирондакта барибалдар, йәки ҡара айыуҙар киң таралған — уның биләмәһендә Нью-Йорк штатындағы ҡара айыуҙарҙың яртыһынан ашыуы йәшәй. Төбәктең башҡа йыртҡыстары — ерән һеләүһен, ябай һәм һоро төлкө. Адирондакта эре тояҡлыларҙан аҡ ҡойроҡло болан киң таралған, мышы һирәк осрай. Ваҡ имеҙеүселәр Төньяҡ Америка дикобразынан, януттан, канада ҡондоҙонан, көҙәндәрҙең бер нисә төрөнән һәм америка һыуһарынан тора[6].
Адирондакта йыртҡыс ҡоштарҙың төрлө төрҙәре йәшәй. Күп осраҡта һар һәм ҡыҙылҡойроҡ һар киң таралған, күлдәрҙә аҡҡойроҡ бөркөт осрай, сапсан популяциялары тергеҙелә. Башҡа йыртҡыс ҡоштарға кәлмәргән, турғай торомтайы, виргин өкөһө һәм сыбар ябалаҡ инә. Йылға һәм күлдәрҙә йыш ҡына ҙур зәңгәр селән, Канада ҡараҡаҙы, төрлө өйрәктәр осрай. Тағы бер һыу ҡошо — ҡара суҡышлы гагара Адирондактың ҡырағай тәбиғәт символына әйләнә. Бүтән ҡоштарҙан иһә ҙур бейеклектәрҙә осраған һирәк барҡылдаҡ Catharus bicknelli, америка ҡурпысығы һәм яғалы сел ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра. Һыртта ҡырағай күркәләр киң таралған[6].
1892 йылда Нью-Йорк штаты хөкүмәте Адирондак паркын булдыра. Уның территорияһы ваҡыт үтеү менән ҙурая һәм XXI быуатта Адирондактың бөтә территорияһын тиерлек төбәк булараҡ ҡаплай, был уны Алясканан ситтә АҠШ-ның иң ҙур милли паркы итә (штат майҙанының 20% тирәһе). Парк биләмәһендә туристар араһында популяр булған 3900 квадрат миль майҙанлы (10000) Адирондак урман ҡурсаулығы урынлашҡан, әммә парк ерҙәренең ҙур өлөшө шәхси биләмәлә ята һәм шул иҫәптән ағас әҙерләү, ауыл хужалығы, шулай уҡ әүҙем ял итеү урыны булараҡ файҙаланыла[4].
Регион тарихы
үҙгәртергәАрхеологик тикшеренеүҙәр күрһәтеүенсә, Адирондак аша Американың үҙен уратып алған йылғалар буйында йәшәгән ҡайһы бер төп халыҡтарының сауҙа юлдары үткән. Был төбәк индеецтарға шулай уҡ һунар итеү урыны булып хеҙмәт иткән. Ләкин индеецтарҙың, төбәктең сиген иҫәпкә алмағанда, Адирондактың үҙендә даими нигеҙҙә төпләнеүенә күрһәтмәләр юҡ[7]. «Адирондак» һүҙе ирокез теленән — күршелә йәшәгән алгонкин ҡәбиләһенә ҡарата «ҡабыҡ ашаусылар» тигәнде аңлата.
Европалыларҙан тәүгеләрҙән булып Адирондакты 1535 йылдың октябрендә француз сәйәхәтсеһе Жак Картьены күрә. Әммә европалылар Адирондакҡа тәүге тапҡыр киләһе быуатта ғына киләләр — 1609 йылда төбәктә тағы ла бер француз Самюэль де Шамплейн етәкселегендә тикшеренеүселәр отряды булып китә. Шул уҡ йылдың июлендә Шамплейн отряды Тикондерог форты тирәһендә (Эссекс округы, Нью-Йорк штаты) ирокездар отряды менән алышта еңеүсе булып сыға[7].
XVII быуат дауамында һәм XVIII быуаттың яртыһында һирәк осраған трапперҙар һәм хәрби разведчиктарҙан тыш Адирондакта европалылар булмай тиерлек. Француздар һәм индеецтар араһында Һуғыш тамамланғас, төбәктә ҙур ер участкаларын спекулянттар һатып ала. 1772 йылда Тотен менән Кроссфилд килешеүе буйынса һатып алынған миллиондан ашыу акр (400 мең гектар) ер һуңынан Гамильтон округы һәм өлөшләтә Эссекс, Херкимер округтары биләмәһенә әүерелә. 1781 йылда 665 мең акр (270 мең гектар) һатып алынған ингл. Old Military Tract участкаһы Клинтон, Франклин һәм Эссекс округтарының нигеҙен тәшкил итә. 1792 йылдан алып 1798 йылға тиклемге осорҙа ер спекулянты Александр Макомб Нью-Йорк штатынан Адирондактың төньяҡ өлөшөндә һәм Изге Лаврентия йылғаһы үҙәнендә дөйөм алғанда 4 миллион акр самаһы ер алған. XVIII быуаттан Шамплейн һәм Джордж күлдәренең тирә-яғынан башлап төбәктә аҡрынлап күсеп ултырыу башланп. Халыҡ Адирондак йылғалары буйлап таралалар. Был ваҡытта улар күберәк һунарсылыҡ һәм балыҡ тотоу менән шөғөлләнә, шулай уҡ томат, картуф һәм ҡошсолоҡ үҫтерәләр, ауыл хужалығы менән шөғөлләнәләр[7].
Адирондак XIX быуат уртаһынан туристик төбәк булараҡ популярлыҡ яулай. Быға «Жизнь в лесах» (Дж. Т. Хедли, 1849) һәм «Приключения в глуши, или Походная жизнь в Адирондаке» (У. Г. Г. Маррей[en], 1869) китаптары булышлыҡ итә. Туристарҙың күплеге тәүге ҡунаҡханаларҙы асыуға килтерә. Шулай уҡ Адирондакта туберкулёз менән сирләүселәр өсөн дауалау йорттары асыла. 1871 йылда Үҙәк Адирондактағы Уоррен округында тимер юл тармағы Норт-Крикҡа килеп етә, 1876 йылда Шамплейн күле үҙәне аша тимер юл Монреаль менән Олбаниҙы тоташтыра, ә 1892 йылда төбәктең көнбайыш өлөшөндә Херкимер менән Малон араһында тимер юл бәйләнеше асыла[7].
Адирондак үҙен сифатлы тау саңғыһы һәм бобслей трассалары менән билдәле ҡышҡы курорт булараҡ күрһәтә. Был төбәктә урынлашҡан Лейк-Плэсид ҡасабаһы ике тапҡыр ҡышҡы Олимпия уйындарын үткәреү урынына әүерелә — 1932 һәм 1980 йылдарҙа[4].
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Peakbagger.com . peakbagger.com. Дата обращения: 12 ғинуар 2019. Архивировано 13 ғинуар 2019 года.
- ↑ Ф. Л. Агеенко, Словарь собственных имён русского языка. 2010
- ↑ Под общей редакцией акад. В. М. Котлякова. Адирондак // Словарь современных географических названий. — Екатеринбург: У-Фактория . — 2006.
- ↑ 4,0 4,1 4,2 4,3 Adirondack Mountains (ингл.). — статья из Encyclopædia Britannica Online. Дата обращения: 15 октябрь 2021.
- ↑ 5,0 5,1 Ryan, 2008, pp. 4—6
- ↑ 6,0 6,1 Adirondack Animals & Wildlife (ингл.). Adirondack Mountains of Northern New York. Adirondack Regional Tourism Council. Дата обращения: 18 октябрь 2021. Архивировано 18 октябрь 2021 года.
- ↑ 7,0 7,1 7,2 7,3 Terrie, 2005, p. 12
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- James Ryan. Adirondack Wildlife: A Field Guide (инг.). — Lebanon, NH: University of New Hampshire Press, 2008. — ISBN 978-1-58465-749-1.
- Timothy Kusky. Adirondack Mountains // Encyclopedia of Earth Science (инг.). — New York, NY: Facts on File, 2005. — P. 3—6. — ISBN 0-8160-4973-4.
- Philip G. Terrie. Adirondacks // The Encyclopedia of New York State (инг.) / Peter Eisenstadt, Editor in Chief. — Syracuse, NY: Syracuse University Press, 2005. — P. 11—15. — ISBN 0-8156-0808-X.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Adirondack Mountains of Northern New York (ингл.). Adirondack Regional Tourism Council. Дата обращения: 18 октябрь 2021.
- Peakware.com . peakware.com. Дата обращения: 12 ғинуар 2019. Архивировано из оригинала 2 февраль 2014 года.