Агуреева Полина Владимировна
Агуреева Полина Владимировна (9 сентябрь 1976 йыл) — Рәсәйҙең театр һәм кино актёры, романстар башҡарыусы. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған артисы (2019) һәм дәүләт премияһы лауреаты (2001)
Агуреева Полина Владимировна | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ[1] |
---|---|
Гражданлыҡ | Рәсәй |
Тыуған көнө | 9 сентябрь 1976[2][3] (48 йәш) |
Тыуған урыны | Волгоград, РСФСР, СССР |
Хәләл ефете | Иван Александрович Вырыпаев[d] |
Һөнәр төрө | актёр |
Уҡыу йорто | Рәсәй театр сәнғәте университеты |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Агуреева Полина Владимировна Викимилектә |
Актрисаның ижадында өҫтөнлөк иткән трагик һәм драматик ролдәр һөйөүҙең донъяла юғары ҡиммәт булыуын раҫлай, мәрхәмәт, яҡшылыҡ һәм мәңгелек гүзәллек менән һуғарылған[4][5].
«Бирнәһеҙ» спектаклендә Лариса роле өсөн «Драма — иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ роле» номинацияһында «Алтын битлек» премияһы лауреаты, 2009.
«Тормош һәм яҙмыш» телесериалында иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ роле өсөн Рәсәй Кинематография сәнғәте һәм фәндәре академияһының «Алтын бөркөт» премияһы лауреаты.
Биографияһы
үҙгәртергәБала сағы һәм студент йылдары
үҙгәртергәПолина Владимировна Агуреева Сығышы буйынса дон казачкаһы, 1976 йылдың 9 сентябрендә Волгоград ҡалаһында физика һәм рус теле уҡытыусыһы ғаиләһендә тыуған[6]. Һеңлеһе һәм ҡустыһы бар. Ата-әсәһе айырылышҡандан һуң әсәһе менән бер аҙ Волгоград өлкәһенең Михайловка ауылында йәшәй. Ете йәшенән Мәскәүҙә йәшәй. Өлкән йылдарында Агуреева бала сағын провинцияла үткәргәне өсөн бәхетле булыуын таный[7].
Бишенсе синыфта мәктәптә дружина советы рәйесе итеп һайлана[4]. Бала сағында Полинаның бүлмәһендә Станислав Любшиндың портреты эленеп тора, ҙурайғас Нонна Мордюкова һәм Евгений Самойловҡа өҫтөнлөк бирә[8]. Аңлы йәшендә инде актриса булырына ышана[9].
1993 йылда ГИТИС-тың режиссёр факультетына уҡырға инә (Петр Фоменко оҫтаханаһы), актёр төркөмөндә уҡый[9]. Студент йылдарында уйнаған ролдәре — Ф. Кроммелинктың «Идее господина Дома» әҫәренән Алдикс, С. Соколовтың «Школе для дураков» әҫәренән Нимфея, У. Шекспирҙың «Зимняя сказка» әҫәренән Утрата, В.Кагиновтың «Гарпагониада» әҫәрендә Юлия, М. Горькийҙың «Дачники» әҫәрендә Соня, Пироговтың «Ю» әҫәрендә Мухина[10].
Театрҙа һәм кинематографияла
үҙгәртергә1997 йылда — Мәскәү театрында «П. Фоменко оҫтаханаһы» театры актрисаһы. «Варвары» спектакле менән тәүге тапҡыр сығыш яһай. Тәүге тапҡыр төп ҡатын-ҡыҙ ролен уйнай[4]. Спектакль иң уңышлыларҙың береһе була, һәм «Оҫтахана» репертуарында әлеге ваҡытҡа тиклем бар[7].
Шулай уҡ Олег Меньшиковтың антрепризында «Горе от ума» комедияһында Лизаны уйнай. Ригала Британия драматургы Том Стоппард пьесаһы буйынса Е.Невежинаның постановкаһында ҡатнаша[7].
Үҙенең тәүге наградаһы «Дебют» премияһын, Агуреева «Холодно и горячо, или Идея господина Дома» спектаклендәге роле өсөн («Московские дебюты-97» театр фестиваленең гран-прийы) ала[8].
Агурееваның кинематография карьераһы 2003 йылда башлана. Режиссер Сергей Урсулякта ихлас төшә — «Долгое прощание» фильмы (актрисаның кинола дебюты, экрандан беренсе тапҡыр бында Агуреева Марина Цветаева шиғырына романс йырлай), «Ликвидация», «Исаев», «Жизнь и судьба» телесериалы. Урсулякты яҡын кеше күрә, зирәк кеше[11], һәм уның менән һәр ваҡыт теге йәки был фильмда төшөргәме- юҡмы икәнен кәңәшләшергә була тип иҫәпләй[12].
Агурееваның кинола партнёрҙары Михаил Пореченков, Сергей Маковецкий, Александр Балуев, Евгений Дятлов була[13].
Агурееваға кинематографияла артист даны 2007 йылда эфирға Урсуляктың «Ликвидация» телесериалы сыҡҡандан һуң килә. Полина майор Кречетовтың һөйгәне — йырсы Тоня ролендә төшә. Был фильмдан һуң Агуреева романстар башҡарыусы һымаҡ билдәле була[14]. Ике йыл үткәс Полина шул уҡ актёрҙар командаһы менән С.Урсуляктың киҫкен сюжетлы «Исаев» телесериалында граф Воронцовтың һәләкәтле ҡатыны ролендә сығыш яһай. Вольтер һәм Дюма әҫәрҙәре буйынса экрандан геройҙар телмәрен биреү өсөн, актриса бөтә көсөн йыйып, француз телен үҙләштерә[15][16].
2009 йылда Полина Завтра/2morrow3 кинофестивалендә жюри ағзаһы була, фрнацуз режиссёры Брюно Дюмондың «Хадевич» фильмына өҫтөнлөк бирә. «Фильмдарҙың үҙҙәренә ҡарағанда, уларҙы тикшереү ҡыҙыҡ була» тип фекер әйтә[17].
2012 йылдың майына тиклем «Практика» театрында Иван Вырыпаев пьесаһы буйынса режиссёр Виктор Рыжков ҡуйған «Июль» спектакле менән мәшғүл була.
П. И. Чайковский исемендәге Концерт залында С.Урсуляк ҡуйған «Король-болан» спектаклендә Полина тәүге тапҡыр вокаль фрагменттарын сәхнәлә лә башҡара.
2013 йылда «Оҫтаханала» Александр Блок шиғырҙары буйынса спектакль-композицияһы репетицияларын һәм инсценировкаларын үткәрә. Блоктың тормошо трагик, ә шиғриәтен — сәйер һәм ҡурҡыныс, әммә яҡтылыҡ тыуҙырыусы тип иҫәпләй[7].
Агуреева 2014 йылда Оҫтаханала Евгений Каменькович менән бергә Луиджи Пиранделлоның «Гиганты горы» пьесаһы буйынса спектакль ҡуйып, икенсе тапҡыр театр режиссёры булараҡ сығыш яһай (премьера 2014 йылдың 15 апрелендә үтә). Полина үҙе графиня Илсе ролендә уйнай. Спектакль жанры буйынса сәнғәт тураһында тамамланмаған миф кеүек күрһәтелә[16].
Агурееваның ҡатнашлығында фильмдар бөтә үҙәк каналдарҙа трансляциялана, үҙе йыш ҡына рәсәй матбуғатында һәм радиола интервью бирә. 2015 йылға ҡарата театрҙа Агуреева спектаклдәр менән мәшғүл. «Белые ночи» (Настенька), «Бесприданница» (Лариса), «Война и мир. Начало романа» (Наташа Ростова, Жюли Карагина, Элен Курагина), «Одна абсолютно счастливая деревня» (Полина), «Пять вечеров» (Тамара) спектаклдәрендә ҡатнаша)[16][18].
2015 йыл Агуреева биографик «Бриллиант тәре» киноповесында төшә, уның үҙәгендә хирург һәм православ епископ Луканың яҙмышы (Войно-Ясенецкий) (Балуев Александр башҡарыуында), ул сиркәүҙе совет эҙәрлекләү ваҡытында изге сан ҡабул итә. Полина табиптың ярҙамсыһы Софья Велецкая ролен башҡара. Фильм финанслау менән проблемалар барлыҡҡа килеү сәбәпле тамамланмай ҡала[19].
Романстары
үҙгәртергәАгуреева башҡарыуында фильмдарҙа яңғыраған романстарҙы тәнҡитселәр актрисаның һирәк талантының тағы бер яғы тип атай. Марина Цветаева һәм Иосиф Бродский шиғырҙарына романстары популярлыҡ яулай[11][15]. Шулай уҡ Фоменко театрында башҡарылған (2011 йыл) «Девушка из Нагасаки» йырына (Вера Инбер шиғырына) вокаль номер билдәлелек ала[20].
Шәхси тормошо
үҙгәртергә2003—2007 йылдарҙа режиссёр Иван Вырыпаев менән никахта була[21]. Унан улы Петр тыуа (2005 йылда, П. Н. Фоменко хөрмәтенә аталған)[22]. Актриса Мәскәүҙең көньяҡ-көнбайышында йәшәй, ә уның ата-әсәһе Мәскәү янындағы урман уртаһында ҙур ағас йорт йәшәй[7]. Полинаның ике улын әсәһе һәм бала ҡараусы тәрбиәләргә ярҙам итә[23].
2013 йылдан «Петр Фоменко оҫтаханаһы» актёры Федор Малышевта кейәүҙә (1991 йылдың 12 мартында тыуған)[24].
2015 йылдың йәйендә Полина һәм Федорҙың Тимофей тыуа[22].
Танылыуы һәм наградалары
үҙгәртергә- 1997 — гран-приға лайыҡ театр фестивалендә «Мәскәү дебют-1997»
- 2000 — рәсәй театр премияһы лауреаты «Аҡсарлаҡ» номинацияһында «Ике һуға»
- 2000 — әҙәбиәт һәм сәнғәт өлкәһендәге юғары ҡаҙаныштары өсөн рәсәй «Триумф» премияһы номинанты
- 2001 — «Премьера-2001» йәш актрисалар конкурсының «Комсомольская правда» гәзите призына лауреат
- 2001 — Рәсәй Федерацияһының дәүләт премияһы лауреаты (2001)
- «Кинотавр» («Долгое прощание» фильмы) кинофестиваленең «Иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ роле өсөн» премияһы лауреаты
- 2009 — «Бесприданница» спектаклендә «иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ роле» номинацияһында Лариса ролен башҡарыу өсөн Рәсәй милли театр «Алтын битлек» премияһы лауреаты («Петр Фоменко оҫтаханаһы» Мәскәү театры)
- 2014 — Телевидениела иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ роле өсөн милли «Алтын бөркөт» кинопремияһы лауреаты («Тормош һәм яҙмыш» телесериалы)[25]
- 2019 — Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған артисы (13 июнь 2019 йыл) — ватан мәҙәниәтен һәм сәнғәтен үҫтереүгә ҙур өлөш индергәне, күп йыллыҡ емешле эшмәкәрлеге өсөн[26]
Ижады
үҙгәртергәТеатрҙағы ролдәре
үҙгәртергә- «Владимир III степени» Н. В. Гоголь, — Аннушка
- «Варвары» Максим Горький, — Марья Ивановна Весёлкина, Стёпа
- «Танцы на праздник урожая» Б. Фрил, — Крис
- «Одна абсолютно счастливая деревня» Б. Вахтин, — Полина
- «Война и мир» Лев Толстой, — Наташа Ростова, Элен Курагина
- «Безумная из Шайо» Ж. Жироду — Сибилла
- «Египетские ночи» А. С. Пушкин, — Графиня К.
- «Белые ночи» Ф. М. Достоевский, — Настенька
- «Бесприданница» А.Островский. Режиссёр: Пётр Фоменко — Лариса Огудалова
- «Идея господина Дома» Ф. Кроммелинк, — Аликс
- «Горе от ума» А. Грибоедов, — Лизанька
- «Пять вечеров» А. Володин, — Тамара
- «Июль» И. Вырыпаев
- «Гиганты горы» Л. Пиранделло, — Илсе
Кинолағы ролдәре
үҙгәртергә- 2004 — Долгое прощание — Ляля Телепнёва
- 2006 — Эйфория — Вера
- 2007 — Ликвидация — Тоня Царько, йырсы
- 2009 — Исаев — Анна Викторовна, Мәскәү ҡыҙы-бандитка
- 2010 — Всё в порядке, мама! — горничная
- 2010 — Господа Головлёвы — Аннинька
- 2010 — Которого не было — Катя
- 2012 — Жизнь и судьба — Евгения Шапошникова, Крымовтың ҡатыны
- 2013 — Секс, кофе, сигареты
- 2014 — Куприн. Яма — Тамара
- 2014 — Прощай, любимая! — Маргарита Сотникова
- 2018 — Доктор Рихтер. Продолжение — Ника Иванникова
- 2019 — Аня наоборот (ҡыҫҡа метражлы) — Аня
- 2019 — Ван Гоги — Маша
- 2019 — Ланцет — Ольга Покровская, психиатр
- 2019 — Элефант
Телеспектаклдәре
үҙгәртергәТауышландырыу
үҙгәртергәИҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Bibliothèque nationale de France идентификатор BNF (фр.): платформа открытых данных — 2011.
- ↑ Internet Movie Database (ингл.) — 1990.
- ↑ Polina Agurejeva // ČSFD (чеш.) — 2001.
- ↑ 4,0 4,1 4,2 Полина Агуреева . Дата обращения: 17 декабрь 2012. Архивировано 24 ноябрь 2003 года.
- ↑ Полина Агуреева / Премия «КУМИР» 2015 йыл 7 ғинуар архивланған.
- ↑ Олег Перанов. Полина Агуреева: Я себя называю: «мама-фанат» . Интервью. «Моя семья» (12 октябрь 2015). Дата обращения: 18 октябрь 2015.
- ↑ 7,0 7,1 7,2 7,3 7,4 Полина Агуреева: Мои планы — каждый год одни и те же. Жить полной жизнью — Игорь Вирабов — Российская газета
- ↑ 8,0 8,1 Полина Агуреева: «Актёр не может состояться без индивидуальности» . Дата обращения: 22 февраль 2017.
- ↑ 9,0 9,1 Полина Агуреева: «В актрисы пошла, чтобы пострадать публично» — Известия, 9 октября 2006
- ↑ Московский театр «Мастерская П. Фоменко». Полина Агуреева
- ↑ 11,0 11,1 Жизнь и судьба / Полина Агуреева: "Этот фильм стоит смотреть, чтобы понять что-то в себе" / Russia.tv . Дата обращения: 5 ғинуар 2013. Архивировано 5 ғинуар 2013 года. 2012 йыл 19 декабрь архивланған.
- ↑ Московский театр Мастерская П. Фоменко: «Хочу делать только то, что не знаю, как сделать»
- ↑ Полина Агуреева: Я плачу по десять раз в месяц — Игорь Вирабов — «Плакать — 10 раз в месяц» — Российская газета — Полина Агуреева: Я плачу по десять раз в день
- ↑ На съемках фильма "Жизнь и судьба": Самарский кот Рыжик заменил сбежавшего артиста // KP.RU . Дата обращения: 5 ғинуар 2013. Архивировано 11 ғинуар 2013 года.
- ↑ 15,0 15,1 Полина Агуреева . Дата обращения: 5 ғинуар 2013. Архивировано 11 ғинуар 2013 года.
- ↑ 16,0 16,1 16,2 Полина Агуреева: Как я угодила в «Яму»
- ↑ Новости кино: Жан-Стефан Совер, Полина Агуреева, Алехандро Ходоровски и Рутгер Хауэр о фестивале Завтра/2morrow3 — RuData.ru(недоступная ссылка)
- ↑ Московский театр Мастерская П. Фоменко: Полина Агуреева
- ↑ Полина Агуреева: биография
- ↑ Полина Агуреева. Девушка из Нагасаки. Из капустника театра «Мастерская П.Фоменко» 13.01.11.
- ↑ Полина Агуреева: Быть любовницей Пореченкова - истинное наслаждение! // Экспресс газета . Дата обращения: 5 ғинуар 2013. Архивировано 11 ғинуар 2013 года.
- ↑ 22,0 22,1 Полина Агуреева: Я себя называю: "мама-фанат" .
- ↑ Полина Агуреева: Я плачу по десять раз в месяц — Игорь Вирабов — "Плакать - 10 раз в месяц" — Российская газета — Полина Агуреева: Я плачу по десять ра … Дата обращения: 5 ғинуар 2013.
- ↑ Человек и его природа 2014 йыл 28 май архивланған. // Новая газета, 2 сентября 2013
- ↑ Лауреаты премии «Золотой орел» за 2013 год 2016 йыл 16 февраль архивланған.
- ↑ Указ Президента Российской Федерации от 13 июня 2019 года № 274 «О награждении государственными наградами Российской Федерации»