Абыз (исем)
Абыз — ир-ат исеме. Боронғо төрки телендә, башҡортса мәғәнәһе — уҡымышлы, ғалим, тәжрибәле кеше; ил ағаһы, аҡһаҡал.
Абы́з — күп мәғәнәле термин:
- Абыз (ҡаҙаҡтарҙа. абыз, abyz — мулла) — мосолман дини кешеһе, рус яҙмаларында "мулла" термины урынына ҡулланыла. Изге Ҡөрьән уҡытыусы һәм аңлатытыусы.
- Абыз (тәжрибәле, абруйлы, ырыу аҡһаҡалы) - ир-егеттәр мосолман исеме, Хафиз исемендәге варианттарҙың береһе.
- Абыз — һаҡлаусы, һаҡсы.
Шулай уҡ ҡарағыҙ: Хафиз
Абыз һүҙенән яһалған ир-ат исемдәре:
үҙгәртергә- Абызбай — ир-ат исеме — абыз + бай; бай аҡһаҡал, ғалим.
- Абызбаҡый — ир-ат исеме — абыз + баҡый (ғәрәп теленән. 1. Ҡалған. 2. Мәңгелек) — мәңге йәшәүсе, мәңгелек, оҙон ғүмерле абыз.
- Абызгилде — ир-ат исеме — абыз + килде.
- Абызгәрәй — ир-ат исеме — абыз + гәрәй (фарсы теленән, эйәреүсе, дауам итеүсе, хөрмәтле).
- Абызғәле — ир-ат исеме — абыз + ғәле (ғәрәп теленән); бөйөк, оло абыз.
- Абызғәли — ҡара Абызғәле.
Фамилияһы Абыз булған шәхестәр
үҙгәртергә- Абыҙгилдин Юнир Миңлеғәле улы *[20.11.1939, БАССР‐ҙың Маҡар р‐ны Сәлих а. (БР‐ҙың Ишембай р‐ны) — 23.10.2007, Өфө], инженер-технолог. БР‐ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1998). Техник ф. д‐ры (1980), проф. (1981). ӨНИ‐не тамамлағандан һуң (1962) шунда уҡ эшләй: 1974 й. алып нефть һәм газ технологияһы каф. мөдире, 1977 й. — киске факультет деканы, 1980 й. — химик-технологик процестарҙы автоматлаштырыу каф. мөдире, 1986—2004 йй. ғилми эштәр б‐са проректор. Фәнни тикшеренеүҙәре углеводород сеймалын эшкәртеү һәм нефть коксы етештереү проблемаларын өйрәнеүгә арналған. А. етәкс. нефть һәм нефть продукттары составындағы углеводород класына инмәгән компоненттарҙы анализлау ысулдары, нефть фракцияларын һәм нефть коксын көкөрт ҡушылмаларынан таҙартыу алымдары, технологик процестарҙың һыҙыҡлы схемаларын проектлау юлдары эшләнгән. 200‐ҙән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 50 уйлап табыу авторы. Хеҙм.: Вопросы рационального использования отходов нефтепереработки и нефтехимии. Уфа, 1976 (авторҙ.); Порфирины и металлопорфириновые комплексы нефтей. М., 1977 (авторҙ.); Нефтяной кокс. М., 1992 (авторҙ.); Обеспечение промышленной безопасности производственных объектов топливно-энергетического комплекса Республики Башкортостан. Уфа, 1999. Тәрж. Ғ.Ғ.Бикбаева.
- Абыҙгилдин Йыһангир Талха улы - [10.2.1875, Өфө губ. Бәләбәй өйәҙе Яңы Йәнбәк а. (БР‐ҙың Дәүләкән р‐ны) — 17.6.1938, Өфө], дин әһеле, мәғрифәтсе. Ахун (1912). “Хөсәйениә” мәҙрәсәһен тамамлағандан һуң (1907) Беренсе йәмиғ мәсете имам‐хатибы һәм ш. уҡ ваҡытта “Ғосмания” мәҙрәсәһе директоры. 1923—28 йй., 1932—36 йй. Эске Рәсәй һәм Себер мосолмандарының Үҙәк Диниә назараты (ҡара: Рәсәй мосолмандарының Үҙәк Диниә назараты) ҡазыйы, ағзаһы. 1928—32 йй. Нарым крайында һөргөндә була. Исламда реформалар, белем алыуҙа һәм сәйәси тормошта ҡатнашыуҙа ҡатын‐ҡыҙҙарҙың тиң хоҡуҡлылығы яҡлы була. Беренселәрҙән булып Өфөлә мәҙрәсә эргәһендә ҡатын‐ҡыҙҙар курстары аса. Астрономия, тәбиғәт белеме, филос. б‐са уҡыу әсбаптары авторы. А. мосолман уҡыу йорттарында донъяуи фәндәрҙе уҡытыу программаһын эшләй. 4‐се Бөтә Рәсәй мосолман съезында ҡатнаша. Репрессиялана (1936), атыла. 1994 й. аҡлана. Хеҙм.: Рух хакында фәлсәф жадидә вә исламияткә бер назыр. Уфа, 1909; Гыйльме һәйәт тарихчасы. Уфа, 1911; Мәк орлыгы. Уфа, 1913; Дин дәресләре. Казан, 1919. Әҙәб.: Рахимкулова М.Ф. Преподавание естественных наук в татарских школах дореволюционной России. Оренбург, 1998; Юнусова А.Б. Ислам в Башкортостане. Уфа, 1999. А.Б.Юнысова. Тәрж. Ғ.Ғ.Бикбаева.
- Абыҙгилдин Айрат Юнир улы (15.6.1962, Ишембай ҡалаһы — 22.10.2016, Өфө), инженер‐технолог. Техник фәндәр докторы (1998). Ю.М.Абыҙгилдиндың улы. И.М.Губкин ис. Мәскәү нефтехимия һәм газ сәнәғәте институтынтын тамамлағандан һуң (1984) ӨДНТУ‐ла эшләй (2002 й. алып инженер графикаһы каф. мөдире). Фәнни хеҙмәттәре нефть эшкәртеү технологияларын уйлап табыуға һәм углеводород сеймалын эшкәртеү процестарының технологик схемаларын анализлауға арналған. А. тарафынан газ конденсаттарын меркаптандарҙан таҙартыу ысулдары эшләнгән, нефтехимия производстволарының төп технологик процестарының график моделдәре төҙөлгән. 200‐ҙән ашыу фәнни хеҙмәт, 2 уйлап табыу авторы. Хеҙм.: Линейные изображения схем установки риформинга //Химия и технология топлив и масел. 1995. No6; Информационные технологии и современные методы обучения //Горный вестник. 1997. No3. Тәрж. Ғ.Ғ.Бикбаева.
- Абызбаев Ибраһим Хафиз улы [10.10.1901, Ырымбур губерн. Үрге Урал өйәҙе Сермән а. (БР‐ҙың Белорет р‐ны) — 8.12.1937, Өфө], совет партия‐дәүләт эшмәкәре.
- Абызбаев Измаил Ибраһим улы (11.1.1929, Өфө — 4.9.1997, шунда уҡ), тау инженеры.
Топонимияла:
үҙгәртергә- Абызовская сош караидельского района
- МБОУ "АБЫЗОВСКАЯ СРЕДНЯЯ ОБЩЕОБРАЗОВАТЕЛЬНАЯ ШКОЛА" ВУРНАРСКОГО РАЙОНА — Сыуаш Республикаһы Вурнар районындағы мәктәп
- Кинйәабыҙ(Кинйәбыҙ, Кинйә-Абыҙ) — Башҡортостан Республикаһының Көйөргәҙе районындағы ауыл, Свобода ауыл Советына ҡарай. 2009 йылдың 1 ғинуарына ҡарата халыҡ һаны — 157 кеше.
- Абыҙгилде ҡаяһы — Башҡортостан Республикаһы Бөрйән районы Ғәлиәкбәр ауылы аша ағыусы Оло Нөгөш йылғаһы буйындағы ҡая.
Абыз — Казахстандың Караганда өлкәһе Каркарали районындағы ауыл.
Абыз
үҙгәртергә— күл, йылға.
Абыҙ тыуған may
үҙгәртергә— Ҡариҙел районындағы ауыл, Ҡариҙел ауыл Советына ҡарай. Район үҙәгенән К.‐Көнс. 2 км һәм Щучье Озеро т. юл ст. (Пермь крайы) К.‐Көнс. табан 110 км алыҫлыҡта Өфө йылғаһы буйында, Павловка һыуһаҡлағысы янында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 375 кеше; 1920 — 598; 1939 — 719; 1959 — 592; 1989 — 431; 2002 — 698; 2010 — 905 кеше. Урыҫтар, башҡорттар йәшәй (2002). Балалар баҡсаһы, клуб, китапхана бар. Ауылға 19 б. уртаһында Бөрө өйәҙе Абыҙ/Оло (Иҫке) Абыҙ а. кешеләре Бәләкәй Абыҙ исеме м‐н нигеҙ һала. 1865 й. 32 йортта 175 кеше йәшәгән. Пристань булған. 1906 й. сиркәү (1878 й. төҙөлгән), сиркәү-мәхәллә мәктәбе, шарап һәм 6 бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән. 1920 й. А. (Шафи Кисеүе) исеме менән иҫәпкә алынған. Ә.З.Әсфәндиәров. Тәрж. Ю.Ғ.Кәримов.
— 19 б. уртаһынан алып хәҙерге исемен йөрөтә (ауыл кешеләренең береһе исеменән, уның улы Абыҙгилде Мулдашев билдәле).
Ауылға 1834 й. Верхнеурал өйәҙе Бөрйән улусы Назар а. башҡорттары үҙ ерҙәрендә Абыҙгилде (тәүге төпләнеүсе поход яҫауылы Абыҙгилде Ташбулатов исеменән) исеме менән нигеҙ һала.
Сығанаҡтар
үҙгәртергә- Хисамитдинова Ф.Ғ., Төпәев С. Х. Төрки сығанаҡлы һәм төрки элементлы башҡорт исемдәре. — Өфө, 2006.