Абыҙгилдин Айрат Юнир улы

Абыҙгилдин Айрат Юнир улы (15 июнь 1962 йыл22 октябрь 2016 йыл) — СССР һәм Рәсәй ғалимы, инженер-технолог һәм уҡытыусы. Техник фәндәр докторы (1998).

Айрат Юнир улы Абыҙгилдин
Тыуған көнө

15 июнь 1962({{padleft:1962|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:15|2|0}})

Тыуған урыны

Ишембай, БАССР, СССР

Вафат көнө

22 октябрь 2016({{padleft:2016|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:22|2|0}}) (54 йәш)

Вафат урыны

Өфө

Ил

СССР СССР
Рәсәй флагы Рәсәй

Ғилми даирәһе

нефтехимия

Эшләгән урыны

ӨДНТУ

Альма-матер

И.М.Губкин ис. Мәскәү нефтехимия һәм газ сәнәғәте институты

Ғилми дәрәжәһе

техник фәндәр докторы

Тышҡы һүрәттәр
Айрат Абыҙгилдин

Биографияһы

үҙгәртергә

Айрат Юнир улы Абыҙгилдин 1962 йылдың 15 июнендә Ишембайҙа тыуа. Атаһы — Абыҙгилдин Юнир Миңлеғәле улы, техник фәндәр докторы һәм Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре.

1984 йылда Айрат Юнир улы И.М.Губкин ис. Мәскәү нефтехимия һәм газ сәнәғәте институтын тамамлай.

Шул уҡ йылда ул Өфө нефть институтында уҡыта башлай. 2002 йылдан алып инженер графикаһы кафедраһы мөдире.

Айрат Юнир улының ғилми хеҙмәттәре нефть эшкәртеү технологияларын уйлап табыуға һәм углеводород сеймалын эшкәртеү юлдарының технологик схемаларын анализлауға бағышланған. Абыҙгилдин тарафынан газ конденсаттарын меркаптандарҙан таҙартыу ысулдары уйлап сығарылған, нефтехимия производстволарының төп технологик процестарының график моделдәре төҙөлгән.

1998 йылда Техник фәндәр докторы исемен яҡлай.

Айрат Абыҙгилдин 200‑ҙән ашыу ғилми хеҙмәт һәм 2 уйлап табыу авторы кеүек билдәле.

2016 йылдың 22 октябрендә Өфөлә вафат була[1].

Ғилми хеҙмәттәре

үҙгәртергә
  • Линейные изображения схем установки риформинга //Химия и технология топлив и масел. 1995. № 6
  • Информационные технологии и современные методы обучения //Горный вестник. 1997. № 3.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә