Абу Нувас
Абу́ Нува́с әл-Хәсән бине Һани әл-Хәкәми (ғәр. أبو نواس الحسن بن هانئ الحكميأبو نواس الحسن بن هانئ الحكميғәр. أبو نواس الحسن بن هانئ الحكمي ; VIII быуат уртаһы — 813 һәм 815 йылдар арауығында) — танылған ғәрәп шағиры, Һарун әл-Рәшид һәм әл-Әмин осоро. Тыуғандағы исеме Әбү Ғәли Хәсән ибн Һани ад-Димашки; Абу Нууас — «Бөҙрәләр атаһы», «Бөҙрә» — псевдоним.[1]
Абу Нувас | |
أبو نواس | |
Исеме: |
Хәсән ибн Һәни |
---|---|
Тыуған көнө: |
VIII быуат уртаһы |
Тыуған урыны: | |
Вафат булған көнө: |
810-сы йылдар |
Эшмәкәрлеге: |
шағир |
Жанр: |
мәжлес йырҙары, мөхәбәт лирикаһы, шаян йырҙар, элегиялар, һунарсы шиғырҙары мәдхиәләр |
Әҫәрҙәре яҙылған тел: |
ғәрәп |
Биографияһы
үҙгәртергәБала сағы һәм ижадының башланған осоро
үҙгәртергәАбу Нувас ярлы кеше ғаиләһендә тыуа. Атаһы Хани яуланған ерҙән ҡол итеп алып ҡайтылған, ислам динен ҡабул иткән, аҙаҡ ул ҡоллоҡтан ҡотола һәм һуңғы омеяд халифы Мәрүән II[2] ғәскәренә һалдат булып яллана. Абу Нувастың әсәһе фарсы милләтенән, ғаиләһенә йөн йыуыу менән аҡса эшләй. Абу Нувас Хузестан өлкәһенең Ахваз ауылында тыуа. Бала сағы Басра ҡалаһында хушбуйҙар һатыусының лавкаһында үтә. Ул хуш еҫле үләндәр йыйыу менән шөғөлләнә.
Абу Нувас атаһының кем булыуын белмәй. Йәшлек ҡорона ингәс, ул Багдадҡа күсенә, бәлки, Валибах ибн әл-Хабаб компанияһында эшләгәндер. Тиҙҙән ул тапҡыр һәм юмористик шиғриәте менән таныла. Ижадында ҡала тормошона һәм шарап эсеүгә бәйле тәьҫораттары сағыла, хатта тупаҫ юмор ҙа була. Ул үҙенең шиғырҙарында тормоштағы кире күренештәрҙән асыҡтан-асыҡ көлә, сатираға ҙур урын бирә. Шағир ислам динендә тыйылған темаларға ла үҙ ижадында урын бүлә.
Исмәғил бине Нубахт Абу Нувасты шулай һүрәтләй: «Мин бер ҡасан да Абу Нувастан да белемлерәк кешене күргәнем булманы, һәм бер кемдә лә ундағы кеүек китаптарҙың күплеген күргәнем юҡ».
VIII—IX быуаттарҙа Басра ғәрәп филологияһының төп үҙәктәренең береһе була, Абу Нувас тап ошонда ғалим-филологтар менән дуҫлаша һәм уларҙан шул заман өсөн бик яҡшы белем алыуға өлгәшә. Шағир Вәлибей ибн әл-Хубаб менән дә танышырға насип була уға. Абу Нувасҡа шиғырҙары халыҡ араһында киң билдәле булған Вәлибейҙең шәкерте булыу бәхете тейә: уҡытыусыһы шиғыр төҙөлөшө сәнғәте менән таныштыра, шиғриәт бәйгеләренә уны ла алып йөрөй[3]. Шулай итеп, уҡытыусыһы ярҙамы менән Абу Нувас милләттең «алтын йәштәре» араһына инә. Тәүҙә Басрала, аҙағыраҡ ғәрәп мәҙәниәтенең икенсе бер үҙәге — Әл-Күфәлә һәм хәлифәттең баш ҡалаһы — Бағдадта алдынғы ҡарашлы йәштәр йәмғиәтендә бар йәһәттән үҫешә. Бында уның ижади талантын күрәләр һәм шиғриәтте үҙ ҡанаты аҫтына алған данлыҡлы хәлиф Һарун әр-Рәшидтең даирәһенә яҡынайталар. Хәлифтең һарай шағиры булараҡ Абу Нувас хакимлыҡ иткән династияны, империяның абруйлы кешеләрен данлаған шиғырҙар яҙа.
Әммә Абу Нувас һәр саҡ тормоштан йәм табып ҡына йәшәгән тип әйтеп булмай: уның шиғырҙарында ғаләмдең камил булмауы, ябай халыҡтың ыҙа сигеүе һәм социаль ғәҙелһеҙлек тураһындағы уйланыуҙары ла сағылдырыла.
Абу Нувас шиғриәтенә дини йәһәттән хөр фекерлелек менән бергә ислам диненең төп ҡанундарын инҡар итеү, скептицизм, шул уҡ ваҡытта әҙәпһеҙлек һәм хис-тойғоларға бирелеү хас. Уның ижады аша беҙ урта быуат шиғриәт сәнғәтенең структураһын күрә алабыҙ. Шағир төрлө жанрҙарҙа яҙа: тормош тураһындағы элегиялар менән бер рәттән кире күренештәрҙе сатира утына тота, шул уҡ ваҡытта мөхәббәтте, шарап һәм мәжлес шатлыҡтарын данлай.
Абу Нувас ижадында тап шундай жанр төрлөлөгө күренә: хәмрийәт, тардийәт, һиджа һәм мөхәббәт лирикаһы, васфи, мәҙхиә, риса, зухдийәт.
Урта быуатттың ҡайһы бер тәнҡитселәре, шул иҫәптән күренекле прозаик һәм филолог Әл-Джаһиз да иң тәүге сиратта Абу Нувас шиғриәтенең стиличстика буйынса ҡаҙаныштарын юғары баһалай. "Мин Абу Нувастан да телде яҡшыраҡ белгән, һүҙҙәрҙе камил теҙмәгә һала алған шағирҙы осратҡаным булманы, " — ти Әл-Джаһиз. Башҡалар шағирҙың яңы идеяларға бай булыуын маҡтай.
Абу Нувас еңел-елпе тормошто өҫтән күрә, ҡурсалаусыларының уға күп нәмәне ғәфү итеүенә ҡарамаҫтан, насар ҡылығы өсөн уны күп тапҡырҙар зинданға ябалар. Абу Нувастың шиғырҙары, халыҡсан телдә яҙылғанға һәм сағыу образлылығы менән айырылып торғанға күрә, халыҡ араһында киң популярлыҡ яулай.
Был дәүер — ғәрәп мәҙәниәте һәм фәненең алтын быуаты, ә Бағдад донъялағы иң эра ҡалаларҙың береһе була. Абу Нувас белемле тип иҫәпләнгән яңы хәлифтең уға мәрхәмәт күрһәтеүенә өмөтләнә.
Абу Нувас йәшәгән осорҙа Бағдад һарайы аҡһөйәктәре даирәһендә исламдың шарап ҡулланыуҙы тыйыуы тураһында бөтөнләй оноталар. Шарап лафкалары тик ураҙа мәлендә генә ябылыр була.
Һарун әл-Рәшид тарафынан тәхеттән ҡолатылған Бармекидтарҙы данлаған элегия яҙған Абу Нувас аҙаҡ Мысырға ҡасырға мәжбүр була. Тик Һарун әл-Рәшид вафатынан һуң ғына, 809 йылда Абу Нувас Бағдадҡа ҡайта. Һарун әл-Рәшидтең 22 йәшлек улы Мөхәммәт әл-Әмин (Абу Нувастың элекке шәкерте) тәхеткә ултырыуы шағир өсөн ҡулай була. Халыҡ араһында киң танылған Касида шиғырын ул әл-Әмин хөрмәтенә яҙа. Ғүмеренең һуңғы йылдарында Абу Нувас хәлиф әл-Әминдең һарай шағиры булып хеҙмәт итә. Шағирҙың замандаштары, уны йыш ҡына әҙәпһеҙлектә ғәйепләһә лә, медицинаны, астрономияны һәм башҡа фәндәрҙе яҡшы белеүен таный.
Ҡыуылыу һәм төрмәгә ябылыу
үҙгәртергәҒалимдарҙың күбеһе Абу Нувас шиғырҙарын әл-Әмин хакимилыҡ иткәндә яҙған тип бара. Әл-Әмин хөрмәтенә яҙылған панегерик элегияһы иң ныҡ танылған әҫәре була.
Шуға ҡарамаҫтан, Абу Нувас иҫерек килеш ғауға күртәргәндән һуң әл-Әминдең сыҙамлылығы бөтә , һәм шағирҙы төрмөгө ябып ҡуялар. Әл-Мәмүн Зонборҙың секретары алдап, иҫерек Абу Нувасты имам Али тураһында сатирик шиғыр яҙырға өндәй. Аҙаҡ Зотор, Абу Нувасты төрмәлә оҙағыраҡ тотоһондар өсөн, был шиғри әҫәрҙе кеше алдында уҡый. Төрлө мәғлүмәттәр буйынса, Абу Нувас төрмәлә үлә, йәки Исмаил бине Абу Сахелем тарафынан ағыулап үлтерелә.
Аҙаҡ ҡайһы бер замандаштары, төрмәлә сағында Абу Нувас бик дини кеше булып китә, тип билдәләй. Әммә күпселек, был дини шиғырҙары хәлифтән ярлыҡау алыу өсөн яҙылған, тип иҫәпләй.
Ижады
үҙгәртергәАбу Нувастың шиғри мираҫы бик ҙур. Ул шиғриәттең төрлө жанрҙарына мөрәжәғәт итә, өҫтәүенә һунарсылар шиғриәтен — тардийят жанрын уйлап таба. Шарап тураһындағы шиғырҙары — хамрийят уға дан һәм шөһрәт килтерә.
Абу Нувастың мөхәббәт лирикаһына төрлө метафоралар, риторик ҡабатланыштар һәм башҡа шиғри алымдар хас. Лирик шиғырҙарында диалогтар киң ҡулланыла.
Фарсы мәҙәни йолалары Абу Нувас өсөн илһам сығанағы була. Шиғырҙарында фарсыларҙың тарихи һәм фольклор батырҙарының исемдәре осрай, зороастризм йолалары һәм традициялары һүрәтләнә. Уның әҫәрҙәре буйынса фекер йөрөткәндә, Абу Нувас ижады фарсы халыҡтарын ғәрәп Хәлифәте хакимлығынан ҡотҡарыу яҡлы булған Шуубия мәҙәни-сәйәси ағымына ҡарай.
Бәҙәүәндәрҙең "псевдоклассицизмы"на ҡаршы булғанға күрә, уны «яңы стилдең» күренекле вәкиле тип атарға була. Абу Нувас үҙенең шиғырҙарында боронғо ғәрәп шиғриәтенең штамптарынан көлә Тик панегирик шиғырҙарында ғына шағир традицион ҡанунды күҙәтергә тырыша.
Урта быуат әҙәбиәтсеһе ибн Джинни: «Абу Нувас 700 урджузды яттан белә», — тип раҫлай. Абу Нувас шәкерттәрен, образдар хазинаһы булған иҫке шиғриәтте тамырына тиклем белеү кәрәк тип өйрәтә. Әммә шәкерттәре иҫке әҙәбиәтте ниндәй кимәлдә белеүҙәрен күрһәткәндән һуң, ә хәҙер уларҙы тотошо менән онотоғоҙ, ти. Шулай итеп, Абу Нувас штамптарға ҡарата ҡарашын бына шулай белдерә.
Уның йырҙарын ғәрәп ғалимдары «Диван»ға (йыйынтыҡ) туплаған: Кремер уларҙы немец теленә тәржемә иткән (Вена, 1855). Европа тикшеренеүселәре Абу Нувасты «ғәрәп Анакреонты» һәм «ғәрәп Гейнеһы» тип атай.
Башҡа шағирҙарҙың традицияларын үҫтерә барып, Абу Нувас шарап темаһына арналған үҙаллы хамрийят жанрын булдыра. Ул сексуаль азатлыҡты һүрәтләү өсөн ошо алымды ҡуллана.
Абу Нувастың күп кенә шиғырҙары робағиҙарҙы хәтерләтә. Ул беренсе булып строфалар формаһын ҡуллана башлай.
Шағирҙы бөйөк шиғри һүҙ оҫтаһы, үткер фекерле кеше булғаны өсөн генә түгел, ә ислам ҡанундарының асылын фашлаусы булараҡ та ихтирам итәләр. Был осор аҙаҡ «яңырыу осоро» тип атала башлай.
Мираҫы һәм хәтер
үҙгәртергәАбу Нувас — классик ғәрәп әҙәбиәтенең иң бөйөк вәкилдәренең береһе. Унан һуңғы осорҙа ижад иткән күп кенә шағирҙарҙың һәм яҙыусыларҙың, шул иҫәптән Ғүмәр Хәйәм менән Хафиз Ширазиның ижадтарында Абу Нувастың йоғонтоһо һиҙелә. «Мең дә бер кисә» әкиәттәрендә Абу Нувасҡа карикатура төшөрөлөүе лә күп нәмә тураһында һөйләй. «Боронғо Ғәбәбстанды», бәҙәүәндәрҙең тормошон һағыныуҙан һәм Бағдадтағы тормошто төкөрөктәрен сәсеп маҡтауҙарынан көлгән шиғырҙары киң танылыу алған шиғырҙары иҫәбенә инә.
Абу Нувастың шиғри мираҫы бик ҙур. Үҙенең шиғырҙарын ул бөтә традицион жарнрҙарҙа ла ижад иткән. Уны тардийят жанрын тыуҙырыусы ла тип атайҙар.
Әл-Хатиб әл-Бағдади, Бағдад тарихы авторы, Абу Нувас Бағдадта Шинизи зыяратында ерләнгән, тип яҙа. Ҡалала шағир хөрмәтенә аталған бер нисә урын бар. Абу Нувас исемендәге урам Тигр йылғаһының элек рассәмдәр күргәҙмәләре һәм театр күренештәре ҡуйылған көнсығыш ярҙары буйлап һуҙылған. Бағдадта Абу Нувас исемендәге парк Джумһуриянан «14 июль» күперенә тиклем барып етә.
1976йылда Меркурийҙағы кратер Абу Нувас исеме менән атала.
Тәржемәләр һәм әҙәбиәт ғилеме
үҙгәртергәАбу Нувастың ғәйәт ҙур хеҙмәттәре әлегә тиклем ғәрәп теленән тәржемә ителмәгән. Инграмстың 1933 йылдағы биографик тикшеренеүҙәрендә (W.H. Ingrams), «Abu Nuwas in Life and Legend» («Абу Нувас в жизни и легендах») Абу Нувас тураһындағы мәғлүмәттәр өс өлөшкә бүленгән: шәхси, апокрифик һәм мифик. Абу Нувас тураһында тағы ла ике абруйлы тикшеренеү эше бар, улар: Рейнольд Никольсон (Reynold A. Nicholson) «A Literary History of the Arabs» («Ғәрәп әҙәбиәте тарихы», 1 ред. — 1907; 2 ред. — 1930); Филипп Хитти (Philip K. Hitti) «The History of the Arabs» («Ғәрәптәр тарихы», 1937; һигеҙенсе редакция — 1963 йыл). Абу Нувас тураһындағы был әҫәрҙәрҙә замандаштарының уға булған ҡараштары сағылдырылған. Джеймс Критчектың хеҙмәте лә билдәле (James Kritzeck) «Anthology of Islamic Literature from the Rise of Islam to Modern Times» («Ислам барлыҡҡа килгәндән алып беҙҙең көндәргә тиклем ислам әҙәбиәте антологияһы», 1966).[4]
Шулай уҡ ҡара
үҙгәртергә- Хамрийят
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Esat Ayyıldız. "Ebû Nuvâs’ın Şarap (Hamriyyât) Şiirleri". Bozok Üniversitesi İlahiyat Fakültesi Dergisi 18 / 18 (2020): 147-173.
- ↑ ФЭБ: Фильштинский. Литература Зрелого Средневековья
- ↑ Поэтическое наследие Абу Нуваса 2014 йыл 2 май архивланған.
- ↑ Abu Nuwas // Biographies, answers.com. (инг.)(инг.)
Әҙәбиәт
үҙгәртергәБаҫмалар
үҙгәртергә- Абу Нувас // Арабская поэзия средних веков / Пер. М. П. Кудинова, Б. Я. Шидфар; сост. И. М. Фильштинский. — М.: Художественная литература, 1975. — С. 183—240. — 768 с. — (Библиотека всемирной литературы). — 303 000 экз.
- Абу Нувас. Лирика / Пер. С. В. Шервинского. — М.: Художественная литература, 1975. — 224 с. — 25 000 экз.
- Абу Нувас. Стихи // Из классической арабской поэзии / Пер. С. В. Шервинского. — М.: Художественная литература, 1979. — С. 129—309. — 320 с. — 25 000 экз.
- Абу Нувас // Поэты Востока / Пер. М. А. Курганцева. — М.: Наука (ГРВЛ), 1987. — 334 с. — 10 000 экз.
Биографиялар һәм тикшеренеүҙәр
үҙгәртергә- Шидфар Б. Я. Абу Нувас. — М.: Наука, 1978.
- Абу Нувас и Омар ибн Рабиа — два жанра арабской классической поэзии
- Ислам. Словарь атеиста. — М.: Политиздат, 1988. — С. 24—25.
- Philip F. Kennedy. The Wine Song in Classical Arabic Poetry: Abu Nuwas and the Literary Tradition., Open University Press (1997) (инг.)(инг.)
- Philip F. Kennedy. Abu Nuwas: A Genius of Poetry, OneWorld Press (2005) (инг.)(инг.)
- M. Lazar, N. Lacy. The care and feeding of gazelles — Medieval Arabic and Hebrew love poetry. (инг.)(инг.)
- George Mason. Poetics of Love in the Middle Ages, University Press, (1989) (инг.)(инг.)
- Esat Ayyıldız. "Ebû Nuvâs’ın Şarap (Hamriyyât) Şiirleri". Bozok Üniversitesi İlahiyat Fakültesi Dergisi 18 / 18 (2020): 147-173.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Абу-Нувас // Энциклопедический словарь Брокгауза и Ефрона : в 86 т. (82 т. и 4 доп.). — СПб., 1890—1907.
- Абу Нувас // Литературная энциклопедия : в 11 т. — [М.], 1929—1939.
- Поэтическое наследие Абу Нуваса 2014 йыл 2 май архивланған.
- Abu Nuwas, the first and foremost Islamic gay poet (инг.)(инг.)
- Al-Funu.Org: Abu Nuwas (инг.)(инг.)
- Abu Nawas, the Persian Arab (инг.)(инг.)
Был яҙыусы тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып Википедия проектына ярҙам итә алаһығыҙ.