Биктимеровтаркантон башлыҡтары. Нуғай даруғаһы Бөрйән улусының (хәҙер Башҡортостан Республикаһы Баймаҡ районы) Сибай (Иҫке Сибай) ауылы башҡорттарынан.

Дөйөм характеристика

үҙгәртергә

Биктимеровтар нәҫелен башлап ебәреүсе Биктимер Мотаев була, ул тархан Мотай Айытҡоловтың улы. Биктимер Мотаев Бөрйән улусы старшинаһы булып хеҙмәт итә, 1773—1775 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр һуғышында ҡатнашҡан, Е. И. Пугачёв полковнигы. Йылайыр ҡәлғәһе янында һуғыша, Ҡазан йәшерен комиссияһы тикшереүе аҫтында була. Уның улы:

  • Аҡҡол Мотай улы Биктимеров (1756—1826) — поручик. 1798—1820 йылдарҙа 6-сы башҡорт кантоны башлығы вазифаһын үтәй. 1820 йылдың 25 февралендә башбашталыҡта, законһыҙ аҡса йыйыуҙа, вазифаларын артыҡ файҙаланыуҙа ғәйепләнә, дистанция начальнигы Буранбай Ҡотдосов, йорт старшиналары Ибраһим Айсыуаҡов һәм Юлбарыҫ Бикбулатов менән берлектә Сенат тарафынан Себергә һөргөнгә хөкөм ителә, әммә аҙаҡ Ырымбур генерал-губернаторы П. К. Эссен булышлығы һөҙөмтәһендә азат ителә[1]. Уның улдары:
    • Абдрахман Аҡҡол улы Биктимеров (1780—1826) — 1820—1826 йылдарҙа 6-сы башҡорт кантоны башлығы вазифаһын башҡара. 1820-се йылдарҙың уртаһында Сенат тикшереүе аҫтында була. П. М. Кудряшёвтың «Абдрахман» поэмаһы геройының прототибы, уға «Абдрахман кантон» исемле башҡорт халыҡ йыры арналған. Абдрахман Биктимеров шулай уҡ коррупция менән шөғөлләнгән[1].
    • Фәтҡулла Аҡҡол улы Биктимеров — 1826—1828 йылдарҙа 6-сы башҡорт кантоны башлығы.

Абдрахман Биктимеровтың улы — Әсәҙулла Биктимеров (1804 — ?) — хорунжий, 1828—1831 йылдарҙа 6-сы башҡорт кантоны башлығы вазифаһын башҡара. 9-сы башҡорт кантоны башлығы Таһир Ҡыуатовтың ҡыҙы Зәбирә менән никахлаша[2].

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  • Тагирова Л. Ф. Кантонные начальники Башкирии: национальная региональная элита первой половины XIX века. 2-е изд., переработанное и исправленное. — Уфа: УНЦ ИИЯЛ, 2012. — 164 с. — ISBN 978-5-91608-071-1.
  • Янгузин Р. З. Хозяйство и социальная структура башкирского народа в XVIII—XIX вв. — Уфа, 1998.

Һылтанмалар

үҙгәртергә