Абашидзе Лейла Михайловна

совет һәм грузин киноактрисаһы, йырсы һәм режиссер

Абашидзе Лейла Михайловна (груз. ლეილა მიხეილის ასული აბაშიძე; 1 август 1929 йыл — 8 апрель 2018 йыл) — совет һәм грузин киноактёры һәм йырсыһы. Грузин ССР-ының халыҡ артисы (1965)[3]. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры.

Абашидзе Лейла Михайловна
груз. ლეილა მიხეილის ასული აბაშიძე
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  СССР
 Грузия
Тыуған ваҡыттағы исеме груз. ლეილა აბაშიძე
Тыуған көнө 1 август 1929({{padleft:1929|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:1|2|0}})[1]
Тыуған урыны Тбилиси, Грузия ССР-ы[d], СССР
Вафат булған көнө 8 апрель 2018({{padleft:2018|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:8|2|0}})[2] (88 йәш)
Вафат булған урыны Тбилиси, Грузия
Үлем сәбәбе инсульт
Ерләнгән урыны кладбище Сабуртало[d]
Һөнәр төрө кинорежиссёр, актёр, сценарий яҙыусы
Уҡыу йорто Тбилисский театральный институт им. Ш. Руставели[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
 Абашидзе Лейла Михайловна Викимилектә

Биографияһы

үҙгәртергә

Лейла Михайловна Абашидзе 1929 йылдың 1 авгусында Тифлиста тыуа.

Режиссёр Константин Пипинашвили кинематографта Лейла Михайловнаның атаһы кеүек була. 1941 йылда «Грузия-фильм» киностудияһында «Каджана» фильмында Като ролен башҡарыусыны һайлап алыу үтә. Лейланы унда атаһының һеңлеһе алып килә (Лейланың ата-әсәһе репрессияланған була). Күренергә килгән балалар араһында Лейла уңып бөткән иҫке күлдәге, өйҙә генә ҡырҡылған сәсе, үксәһе тапалған туфлийы менән айырылып тора. Һайлап алыуҙа үҙ ғәйебе менән ир ҡәрҙәшенең телһеҙ ҡалыуынан шаңҡыған Катоның үкһеп илауы һәм Алланан уға тауышын ҡайтарыуын ялбарыуы күренеше уйнала. Лейла был эпизодты иҫ киткес тәбиғи, бик тормошсан итеп уйнай, ҡәрҙәшенә булған ихлас һөйөүен күрһәтә, хатта павильондағылар бер аҙға өнһөҙ ҡала. Шулай итеп, ҡыҙҙы төп ролгә алалар.

1951 йылда Шота Руставели исемендәге Тбилиси театр институтының актёрлыҡ факультетын (Додо Алексидзе курсы) тамамлай[4].

Комедияларҙа ла, драматик фильмдарҙа ла төшә.

1981 йылда режиссёр сифатында үҙ сценарийы буйынса (Леван Челидзе менән берлектә) «Тифлис—Париж и обратно» комедияһын ҡуя һәм төп Тен Шервашидзе ролен үҙе башҡара.

Киноактёр

үҙгәртергә
  • 1941 — Каджана — Като
  • 1945 — Золотая тропа — эпизодик Юта роле
  • 1947 — Колыбель поэта — етем ҡыҙ Назиброла
  • 1951 — Весна в Сакене — Нина
  • 1953 — Кето и Котэ
  • 1954 — Стрекоза — Маринэ
  • 1955 — Они спустились с гор — Лела
  • 1956 — Наш двор — Манана
  • 1957 — Заноза — Лиа
  • 1958 — Майя из Цхнети — Майя
  • 1959 — Где твоё счастье — Мзия
  • 1961 — На пороге жизни
  • 1962 — Я буду танцевать — Догмара
  • 1965 — Закон гор — Дзидзия
  • 1965 — Авария
  • 1966 — Встреча в горах — актриса Лали / Мзевинар
  • 1966 — Встреча с прошлым — Нино
  • 1969 — Десница великого мастера
  • 1970 — Ожидание
  • 1976 — Настоящий тбилисец и другие
  • 1978 — Синема
  • 1981 — Тифлис—Париж и обратно
  • 1982 — Не все кометы гаснут
  • 1984 — Легенда о Сурамской крепости
  • 1985 — Путешествие молодого композитора
  • 1986 — Круговорот

Режиссёр

үҙгәртергә
  • 1981 — Тифлис—Париж и обратно

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре

үҙгәртергә
  • 1964 — Чечен-Ингуш АССР-ының халыҡ артисы[5]
  • 1965 — Грузин ССР-ының халыҡ артисы
  • 1968 — «Актёрлыҡ эше өсөн премиялар» номинацияһында Бөтә Союз кинофестивале лауреаты
  • 1972 — «Режиссура өсөн премиялар» номинацияһында Бөтә Союз кинофестивале лауреаты
  • Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены[6].

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Internet Movie Database (ингл.) — 1990.
  2. Leila Abashidze // https://pantheon.world/profile/person/Leila_Abashidze
  3. Большая советская энциклопедия. Гл. ред. А. М. Прохоров, 3-е изд. Т. 1. А — Ангоб. 1969. 608 стр., илл.; 47 л. илл. и карт, 1 отд. л. табл.
  4. День Лейлы Абашидзе(недоступная ссылка)
  5. Абашидзе Лейла Михайловна на сайте «Актёры советского и российского кино»
  6. Лейла Абашидзе в БСЭ 2016 йыл 5 март архивланған.