Әхәтов Ғәбделхәй Хурам улы

(Əхәтов Ғабделхәй Хурам улы битенән йүнәлтелде)

Əхәтов Ғәбделхәй Хурам улы (8 сентябрь 1927 йыл — 25 ноябрь 1986 йыл) — телсе-ғалим, юғары мәктәп уҡытыусыһы. 1958—1980 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университетының кафедра мөдире. Филология фәндәре докторы (1965), профессор (1970).

Ғәбделхәй Əхәтов
Ғәбделхәй Хурам улы Əхәтов
Тыуған көнө

8 сентябрь 1927({{padleft:1927|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:8|2|0}})

Тыуған урыны

Татар АССР-ы, Минзәлә кантоны, Иҫке Айман ауылы[1]

Вафат көнө

25 ноябрь 1986({{padleft:1986|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:25|2|0}}) (59 йәш)

Вафат урыны

Яр Саллы

Ил

СССР

Ғилми даирәһе

филология, лингвистика, төркиәт

Ғилми дәрәжәһе

филология фәндәре докторы

Ғилми исеме

профессор

Награда һәм премиялары





Автограф

Сайт

http://www.akhatov.org  (рус.)

Профессор Ғәбделхәй Əхәтов: 1958—1980 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университетының татар филологияһы кафедраһы мөдире була

Биографияһы

үҙгәртергә

Ғәбделхәй Хурам улы Əхәтов 1927 йылдың 8 сентябрендә Татар АССР-ының Минзәлә кантоны Иҫке Айман ауылында тыуған.

Ғалим татарҙар тығыҙ урынлашып йәшәгән төбәктәрҙә дәүләт университеттары һәм институттарының филология факультеттары базаhында татар теле һәм әҙәбиәте кафедраларын ойоштороуҙы башлап йөрөй. Шул ук ваҡытта ул үҙе лә төрлө юғары уҡыу йорттарының татар теле һәм әҙәбиәте кафедралары менән 30 йылдан ашыу етәкселек итә.

Аспирантураны тамамлап, кандидатлыҡ диссертацияhы яҡлағандан һуң, 26 йәшендә Ғ. Әхәтов Тобольск дәүләт педагогия институтында татар теле һәм әҙәбиәте кафедраhының тәүге мөдире булып хеҙмәт юлын башлай.

1958 йылдан ул Башҡорт  дәүләт университетында ла татар теле һәм әҙәбиәте кафедраhының тәүге мөдире була һәм уға 27 йыл дауамында етәкселек итә.

Уның тәҡдиме hәм СССР Фәндәр академияhының мөхбир ағзаһы (hуңыраҡ — академигы) А. Н. Кононовтың хуплауы менән СССР Фәндәр академияhы Президиумы 1973 йылда совет һәм сит ил төркиәтселәренең үҙ-ара ғилми хеҙмәттәшлеген үçтереү маҡсатында Совет төркиәтселәре комитетын ойоштора. Профессор Ғәбделхәй Әхәтов был комитеттың эшендә ғүмеренең һyңғы көндәренә тиклем, йәғни 20 йылдан ашыу, ҡатнаша.

Профессор Ғ. Әхәтов бер нисә университеттың филология буйынса докторлыҡ һәм кандидатлыҡ диссертацияларын яҡлау советы менән 10 йылдан ашыу рәйеслек итә, эксперт төркөмөн етəклəй, Юғары аттестация комиссияһы ағзаhы була.

40-тан ашыу филология фәндәре кандидаты һәм докторы әҙерлəй.

Профессор Ғәбделхәй Әхәтов Себергә, Урта Азияға һәм башҡа төбәктәргә лингвистик һәм диалектологик экспедициялар ойоштора һәм уларға етәкселек итә.

1986 йылдың 25 ноябрендә Татарстандың Яр Саллы ҡалаhында вафат була.

Ғилми эшмәкәрлеге

үҙгәртергә

Ғәбделхәй Хурам улы Әхәтов донъя төркиәтенә ҙур өлөш индерә, ул — татар диалектологияһы һәм Ҡазан фразеология ғилми мәктәптәренә нигеҙ һалған классик ғалим.

Себер татарҙары һөйләштәренең фонетик үҙенсәлектәрен ентекләп өйрәнеп, ул тәүгеләрҙән булып ерле халыҡ телендәге ц-лаштырыу күренешенә иғтибар итә һәм уны ҡыпсаҡтарҙан килгән күренеш тип һанай. Үҙенең «Көнбайыш Себер татарҙары диалекты» тигән фундаменталь классик хеҙмәтендә (1963) Ғ. Әхәтов Төмән һәм Омск өлкәһендәге тубыл-иртыш татарҙарының территориаль таралышы тураһында материалдар әҙерләй. Себер татарҙары теленең фонетик системаһын, лексик составын һәм грамматик төҙөлөшөн комплекслы өйрәнеп, ғалим был телдең бер үҙ аллы диалект булыуы, һөйләштәргә бүленмәүе һәм боронғо төрки телдәрҙең береһе булыуы тураһында һығымта яһай.

Профессор Ғ. Әхәтов, төрки телдәрҙә тәүгелəрҙəн булып, татар теленең фразеологик әйтемдәрен теоретик яҡтан системалы рәүештә тасуирлай. Ул — СССР-ҙа тәүгеләрҙəн булған «Татар теленең фразеологик һүҙлеге» (1982) авторы.

200-ҙән ашыу ғилми монография, дәреслек һәм уҡыу-уҡытыу ҡулланмалары, методик әсбаптар, юғары уҡыу йорттарының филология факультеттары өсөн мотлаҡ булған уҡытыу программалары авторы.

Диалектология, лексика һәм фразеология өлкәләрендә халыҡ-ара ғилми даирәләрҙә билдәле булған фундаменталь фәнни хеҙмәттәренән тыш, ғалимдың тел теорияһының дөйөм мәсьәләләренә ҡараған хеҙмәттәре лә бар. Миҫал өсөн, ул, тел ғилемендә тәүгеләрҙән булып, парлы һүҙҙәрҙең төп үҙенсәлектәре тураһында фундаменталь ғилми хеҙмәт яҙа, инҡар итеү күренешенең лингвистик тәбиғәтен төрлө яҡлап асыҡлай, төрки телдәргә хас һүҙ парлашыу күренеше законсалыҡтарын билдәләй.

Ғүмеренең һуңғы йылдарында ул структур лингвистика мәсьәләләренә һәм халыҡ-ара яһалма тел формалаштырыуҙа компьютер ҡулланыу мөмкинлектәрен өйрәнеүгә ҙур иғтибар бирә. Бынан тиҫтәләрсә йыл элек үк (1986), алға ҡарап, ғалим донъя телселәрен компьютерлаштырыуға ҡушылырға өндәй.

Уның ғилми хеҙмәттәре телселәрҙең XIII Халыҡ-ара конгресында (Токио, 1982) 1977—1981 йылдарҙа донъя күләмендә тел ғилемендәге иң яҡшы тип баһалана, Маҡтау ҡағыҙҙары һәм дипломдар менән бүләкләнә.

Ғилми хеҙмәттәре

үҙгәртергә
  • Г. Х. Әхәтов. «Җирле диалект шартларында ана телен укыту методикасы мәсьәләре». — Тобольск, 1958.
  • Г. Х. Әхәтов. «Себер татарлары теле. — 1 нче кисәк. Фонетик үзенчәлекләр». — Казан: ТКН, 1960.
  • Г. Х. Ахатов. «Диалект западносибирских татар». — Уфа, 1963.
  • Г. Х. Ахатов. «Местные диалекты — надежный источник для сравнительно-исторического изучения языков». — Сб."Вопросы диалектологии тюркских языков". Баку, 1963.
  • Г. Х. Ахатов. «Лексико-фразеологические особенности восточного диалекта татарского языка». — Сб."Материалы вузов Уральского экономического района. Языкознание". — Свердловск, 1963.
  • Г. Х. Ахатов. «Об ударении в языке сибирских татар». — Сб."Проблемы тюркологии и истории востоковедения". — Казань: изд-во КГУ, 1964.
  • Г. Х. Ахатов. «Диалекты западносибирских татар». Дисс. на соиск. учен. степени докт. филолог. наук. Ташкент, 1965.
  • Г. Х. Әхәтов. «Татар телендэ тошем килешнең бирелүе» // «Совет мәктәбе». — Казан, 1965. — № 1.
  • Г. Х. Ахатов. «Диалекты западносибирских татар». Дисс. на соиск. учен. степени докт. филолог. наук. — Ташкент, 1965.
  • Г. Х. Ахатов. «Языковые контакты народов Поволжья и Урала» (монография). Уфа, 1970.
  • Г. Х. Ахатов. Видный башкирский языковед (К 60-летию со дня рождения Дж. Г. Киекбаева). — «Кызыл таң», Уфа, 1971, 25 октября.
  • Г. Х. Ахатов. «Фразеология» (монография). Уфа, 1972.
  • Г. Х. Ахатов. «Современный татарский язык» (программа для студентов вузов). Казань: изд-во Казанского госпединститута. 1974.
  • Г. Х. Ахатов. «Лексика современного татарского языка» (учебник для студентов вузов). Уфа, 1975.
  • Г. Х. Ахатов. «Татарская фразеология» (программа для студентов вузов). Уфа: изд-во БГУ, 1975.
  • Г. Х. Ахатов. «Диалект западносибирских татар в отношении к литературному языку». Уфа: изд-во БГУ, 1975.
  • Г. Х. Ахатов. «Использование диалектных данных для сравнительно-исторического изучения тюркских языков». — Сб."Советская тюркология и развитие тюркских языков в СССР. Алма-Ата, 1976.
  • Г. Х. Ахатов. «Татарская диалектология. Диалект западно-сибирских татар» (учебник для студентов вузов). Уфа, 1977.
  • Г. Х. Ахатов. «Полисемантичные слова в татарском языке» (программа спецкурса для студентов вузов). Уфа, изд-во БГУ, 1977.
  • Г. Х. Ахатов."Татарская диалектология. — Уфа, 1977.
  • Г. Х. Ахатов. «Татарская диалектология. Cредний диалект». — Уфа, 1979.
  • Г. Х. Ахатов. «О составлении фразеологического словаря татарского языка» (монография). Уфа, 1979.
  • Г. Х. Ахатов. «Арский подговор заказанского говора татарского языка». Сб. ЧувГУ им. И. Н. Ульянова, Чебоксары, 1979.
  • Г. Х. Ахатов. «Мишарский диалект татарского языка». — Уфа, 1980.
  • Г. Х. Ахатов. Группы говоров татарского языка на территории Башкирской АССР // Языкознание. — М: 1980.
  • Г. Х. Ахатов. «Источники построения исторической диалектологии татарского языка». — Нальчик, 1981.
  • Г. Х. Ахатов. «Мензелинский говор татарского языка». — Чебоксары, 1981.
  • Г. Х. Ахатов. «Об основных признаках парных слов». // Ж. «Советское финно-угроведение». — Таллин, 1981, № 2.
  • Г. Х. Ахатов. «Диалекты и топонимия Поволжья». — Чебоксары: изд-во ЧувГУ им. И. Н. Ульянова. 1981.
  • Г. Х. Əхәтов. «Татар теленең фразеологик әйтелмәләр сүзлеге». — Казан, 1982. 2015 йыл 8 февраль архивланған.
  • Г. Х. Əхәтов. «Татар диалектологиясе». — Казан,1984.
  • Г. Х. Ахатов. «О природе двойного отрицания в тюркских языках кыпчакско-булгарской подгруппы». // Ж. «Советская тюркология». 1984, № 3.
  • Г. Х. Ахатов. «О законе спаривания слов в тюркских языках»//Turcologica. — М., 1987.
  • G. Achatow. «Unsere vielsprachige Welt»/NL — Berlin, 1986.
  • G. Achatow. «Linguistik im Bund mit Computer»/NL. — Berlin, 1986.
  • Г. Х. Əхәтов. «Татар теленең лексикасы». — Казан, 1995.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә