«Урал» физкультура-һауыҡтырыу комплексы (Бөрйән районы)

Башҡортостан Республикаһы Бөрйән районы муниципаль районының автономлы учреждениеһы

«Урал» физкультура-һауыҡтырыу комплексы (рус. автономное учреждение физкультурно-оздоровительный комплекс «Урал») — Башҡортостан Республикаһы Бөрйән районы муниципаль районының автономлы учреждениеһы. Бөрйән районы Иҫке Собханғол ауылында Комсомол урамы, 5/1 адресы буйынса урынлашҡан.

«Урал» физкультура-һауыҡтырыу комплексы
Нигеҙләү датаһы 21 декабрь 2013
Рәсем
Урын Башҡортостан Республикаhы, Бөрйән районы һәм Иҫке Собханғол

Тарихы үҙгәртергә

«Урал» физкультура-һауыҡтырыу комплексы Башҡортостан Республикаһының беренсе Президенты Рәхимов Мортаза Ғөбәйҙулла улы етәкселегендә «Урал» мәрхәмәтлек фонды иҫәбенә төҙөлә. Комплекс 2013 йылдың 21 декабрендә асыла. Комплексты асыу халыҡтың әүҙем ял итеүен ойоштороуҙың яңы шарттарын булдырыуға, күмәк физик культураны ойоштороу формаларын камиллаштырыуға, халыҡ араһында физкультура-һауыҡтырыу һәм спорт эштәрен, сәләмәт йәшәү рәүешен ойоштороуға булышлыҡ итә.

Эшмәкәрлек йүнәлештәре үҙгәртергә

Һауыҡтырыу комплексы эшмәкәрлеге түбәндәге йүнәлештәр буйынса алып барыла:

  • төрлө ярыштар һәм спорт фестивалдәре үткәреү;
  • Йәштәр спорт мәктәбе уҡыусыларына бушлай дәрестәр;
  • 10.00 сәғәттән алып 22.00 сәғәткә тиклем халыҡҡа түләүле хеҙмәттәр.

Күрһәтелгән хеҙмәттәр үҙгәртергә

Уның эсенә инә:

  • тренажер залы
  • бассейн
  • сауна
  • тренажер залы (йүгереү юлдары, велотренажер, көс тренажеры, өҫтәл теннисы)
  • шахмат һәм шашка клубы
  • фитнес-бүлмә
  • ҡорамалдар прокаты һәм кейенеү-сисенеү бүлмәһе менән боҙ майҙансығы.
  • спорт залы
  • кейем алмаштырыу бүлмәләре,
  • душ һәм бәҙрәфтәр

«Урал» комплексында даими рәүештә төрлө республика, зона, район спорт ярыштары үтә[1]

Етәкселәре үҙгәртергә

  • Әбдрәхимов Әхәт Әдрәхим улы (2013 йылдан)
  • Ишкилдин Азат Әхәт улы (2018 йылдан)

Сығанаҡтар үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә