«Подгорица» ҡала стадионы

«Подгорица» стадионы (черног. Стадион «Под Горицом» / Stadion «Goricom Pod») — Черногорияның баш ҡалаһы Подгорицала күп функциялы стадион. Черногорияның төп һәм иң ҙур күп кеше һыйҙырышлы стадионы. 15230 тамашасы үҙ эсенә ала. Был стадионда Черногорияның милли йыйылмаһы һәм «Будучност» клубы командалары үҙ уйындарын үткәрә. Шулай уҡ был стадионда Черногория Кубогының финалы уҙғарыла.

  • Югославия — Люксембург 0:0 (КЧЕ, 27 октябрь 1971)
  • Югословия — Уэльс 4:4 (КЧЕ, 15 декабрь 1982)
  • «Будучност» — «Депортиво» 2:1 (Кубок Интертото, 9 июль 2005)
  • Черногория — Венгрия 2:1 (йыйылма команданың беренсе матчы, 24 март 2007)
  • Черногория — Украина 0:4 (КЧМ, 7 июнь 2013)
  • Черногория — Рәсәй 0:3 (тех.. еңелеү.) (КЧЕ-2016, 27 март 2015)
«Подгорица» ҡала стадионы
Нигеҙләү датаһы 1945
Рәсем
Спорт төрө футбол
Дәүләт  Черногория
Административ-территориаль берәмек Подгорица
Хужаһы Подгорица
Тип покрытия газон[d]
Хеҙмәтләндереүсе Футбольный союз Черногории[d] һәм Будучност[d]
Рәсми асылыу датаһы 1945
Обитатель сборная Черногории по футболу[d]
Һыйым 12 000
Категория стадиона УЕФА UEFA stadium category 4[d]
Карта
 «Подгорица» ҡала стадионы Викимилектә

Әлеге ваҡытта стадион башлыса футбол уйындары һәм «Будучность» клубының өй уйындары аренаһы булараҡ файҙаланыла. Шулай уҡ Европа кубоктары уйындары һәм башҡа Черногория командалары өсөн уйын урыны булып тора, сөнки ул УЕФА стандарттарына тап килгән берҙән-бер стадион.


«Подгорица» футбол буйынса Черногория йыйылма командаһы стадионы булып тора, һәм Венгрияға ҡаршы тәүге уйын бында уйнала.

Стадион тәүҙә 7000 тамашасы һыйҙыра, һуңынан төньяҡ һәм көньяҡ трибуналары төҙөлөп, тамашасы урыны 17000-гә тиклем арттырыла[1]. Стадиондың көнсығыш өлөшөндә яҡын арала тағы ла бер төҙөү күҙаллана, шуның арҡаһында ул 20000 кеше һыйҙырышлы буласаҡ.

Футбол майҙаны 105 х 70 метр тәшкил итә, газон 2006 йылда алмаштырыла.

Стадион 1950 йылдарҙа тулыһынса янып бөтә, әммә һуңынан тергеҙелә.

Төньяҡ трибуна «Будучность» көйәрмәндәре иркенә бирелә, улар «Варвари» (черног. Varvari) исеме аҫтында билдәле. Ул стадиондың дөйөм һыйҙырышлығының дүрттән бер өлөшөн тәшкил итә. Ҡалған трибуналар ҡарау өсөн ирекле. «Будучность» уйнағанда, «Варвари» йыш ҡына ҡатнашыусыларҙың күпселек өлөшөн тәшкил итә. Улар Черногорияла иң ҙур ультрас булып тора.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. World Stadiums — Stadiums in Montenegro. Дата обращения: 11 июнь 2009. Архивировано из оригинала 5 октябрь 2018 года. 2018 йыл 5 октябрь архивланған.

Һылтанмалар

үҙгәртергә