Tamweelcom
Jordan Micro Credit Company — Иорданияла Tamweelcom сауҙа маркаһы аҫтында эшләүсе шәхси микрофинанслау компанияһы, төбәк ҡатын-ҡыҙҙарына эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлегенә микрокредиттар биреүҙә махсуслаша[1][2].
Jordan Micro Credit Company (Tamweelcom) | |
Нигеҙләнгән | |
---|---|
Уранлашыуы | |
Төп фигуралар |
Зияд Аль Рифей (ингл. Ziad Al Refai) |
Тармаҡ | |
Сайт | |
ОйошторолоуыҮҙгәртергә
Jordan Micro Credit Company (Tamweelcom) 1999 йылдың 20 июнендә башта коммерцияға ҡарамаған ойошма булараҡ нигеҙләнә[1], артабан король ғаиләһе милкенә ҡараған Noor Al-Hussein Foundation яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте булараҡ теркәлә һәм король ғаиләһе тарафынан финанслана[3][4]. Иордания короле ғаиләһенән тыш инвестициялар грант рәүешендә АҠШ Халыҡ-ара үҫеш агентлығынан (USAID), кредит рәүешендә урындағы һәм халыҡ-ара сығанаҡтарҙан[3], шул иҫәптән Халыҡ-ара финанс корпорацияһынан килә[5].
Tamweelcom һүҙе ғәрәп теленән «һиинең финансың» тип тәржемә ителә[2].
Компанияның штаб-фатиры Амманда(Иордания) урынлашҡан[1].
Jordan Micro Credit Company'ҙың башҡарма директоры 2006 йылдан алып Зияд әл Рефаи (ингл. Ziad Al Refai)[1][6].
ЭшмәкәрлегеҮҙгәртергә
Tamweelcom өйҙә бәләкәй эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгән йә лицензияланмай торған ҙур булмаған проекттарҙы алып барған ҡатын-ҡыҙҙар төркөмдәренә заемдар бирә[1].
Компания шулай уҡ пенсияға сыҡҡан хәрбиҙәргә һәм дәүләт хәүефһеҙлеге хеҙмәткәрҙәренә булышлыҡ күрһәтә[1].
Кредит алыусының мәрхүм булыуы йә инвалидлыҡ алыуы осрағына микростраховкалау тормошҡа ашырыла[1].
Компания шулай уҡ финанстарға ҡарамаған хеҙмәттәр ҙә күрһәтә — эшҡыуарлыҡ селтәрҙәре һәм клиенттары өсөн тауар йәрминкәләре ойоштора[1].
Коммерция эшмәкәрлегенән тыш компания уҡыуға гранттар бирә, түләүһеҙ медицина консультациялары үткәрә һәм кәрәкле дарыу препараттары тәҡдим итә[1]. Эш шарттарын яҡшыртыу буйынса программаларҙы, шулай уҡ комплекслы маркетинг проекттарын тормошҡа ашыра[1].
Tamweelcom төбәктә эшҡыуарлыҡҡа булышлыҡ итә, ошо өлкәлә йәштәр өсөн Fekrati Award for Entrepreneurship премияһын булдырған[4].
Эшмәкәрлек күрһәткестәреҮҙгәртергә
2012 йылдың мартына Tamweelcom'дың 59 563 әүҙем заемсыһы була, уларҙың бөтәһенең кредит портфеле 21 миллион АҠШ доллары тәшкил итә[7].
Наградалары һәм премияларыҮҙгәртергә
Tamweelcom етәксеһе 2009 йылда Зияд әл Рефаи Шваб фонды тарафынан йылдың социаль эшҡыуары тип табылды[6][8].
ИҫкәрмәләрҮҙгәртергә
- ↑ 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 1,5 1,6 1,7 1,8 1,9 Company Overview of Jordan Micro Credit Company (Tamweelcom) (инг.). Bloomberg. 13 июнь 2015 тикшерелгән.
- ↑ 2,0 2,1 Oxford Microfinance Initiative (инг.). 13 июнь 2015 тикшерелгән.
- ↑ 3,0 3,1 http://www.nooralhusseinfoundation.org/index.php?pager=end&task=view&type=content&pageid=34 Jordan Micro Credit Company (Tamweelcom) (инг.). Noor AlHussein Foundation. 13 июнь 2015 тикшерелгән.
- ↑ 4,0 4,1 Tamweelcom, Silatech Launch Fekrati Award for Entrepreneurship (инг.). silatech.com (2014-02-06). 13 июнь 2015 тикшерелгән.
- ↑ Tamweelcom (инг.). Международная финансовая корпорация (2010). 13 июнь 2015 тикшерелгән.
- ↑ 6,0 6,1 Ziad Al Refai (eb). Всемирный экономический форум. 13 июнь 2015 тикшерелгән.
- ↑ Jordan Micro Credit Company (Tamweelcom) (инг.). Grameen - Jameel. 13 июнь 2015 тикшерелгән.
- ↑ Social Entrepreneurs award (инг.). The Jordan Times (2009-05-17). 13 июнь 2015 тикшерелгән.
ҺылтанмаларҮҙгәртергә
- Рәсми сайт: tamweelcom.org
- Интернетта:
- Facebook: tamwelcom.
- Twitter: tamweelcom.