South Pole Group
South Pole Group (ингл. «көньяҡ полюс төркөмө»; 2015 йылдың 20 мартына тиклем — South Pole Carbon Asset Management, Ltd.[2]) — парник газдарын сағарып ташлауын әҙәйтеүҙә шөғөлләнгән халыҡ-ара компаниялар төркөмө; компания шулай уҡ яңы проектарҙы билдәләй һәм иҫкеләрҙең аудитын үткәрә, профиль буйынса консультацион ярҙам күрһәтә, үҙенең өлкәһендә төрлө ҡоралдар һәм сертификаттар тәҡдим итә[1][3][4][5].
South Pole Group | |
Тип |
шәхси компания |
---|---|
Нигеҙләнгән |
2006 |
Элекке исеме |
South Pole Carbon Asset Management, Ltd. |
Нигеҙләүсе |
Патрик Бёрги (нем. Patrick Bürgi), Томас Камерата (ингл. Thomas Camerata), Ренат Хойбергер һәм Кристоф Саттер |
Уранлашыуы | |
Төп фигуралар | |
Тармаҡ |
сауҙа, консалтинг |
Продукция |
эмиссион квоталар |
Милке |
28,6 миллион АҠШ долларҙары (2011)[1] |
Сайт | |
Ойошма
үҙгәртергә«South Pole Carbon Asset Management», Ltd. компанияһын 2006 йылда Патрик Бюрги (нем. Patrick Bürgi), Томас Камерата (ингл. Thomas Camerata), Ренат Хойбергер һәм Кристоф Саттер нигеҙләй[1][3][6]. «South Pole Carbon» 2002 йылда Швейцарияның Цюрих юғары техник мәктәбенән сыҡҡан, Хойбергер етәкләгән һәм климат үҙгәреүе өлкәһендә стандарттар һәм ысулдар эшләүҙәрҙә шөғөлләнгән myclimate коммерциялы булмаған ойшмаһының үҫеше була[7].
2015 йылдың 20 мартында, South Pole Group яңы исемен алып, «эшмәкәрлегенең глобаль үҙенсәлеген күрһәтеү» маҡсаты менән ребрединг үткәрә[8].
South Pole Group компанияһын Ренат Хойбергер (2012 йылдан башлап CEO) һәм Кристоф Саттер (2012 йылға тиклем CEO) етәкләй[1][3].
Компанияның штаб-квартираһы Швейцарияла Цюрих ҡалаһында урынлашҡан, шунда 100 кеше тирәһе эшләй[1][3].
South Pole Group ойошмаһының 20-нән күберәк илдә ундан күберәк офистары бар, улар араһында Пекин (Ҡытай), Бангкок (Таиланд), Тайчжун (Тайвань), Йоханнесбург (КАР), Джакарта (Индонезия) һәм Мексика[3][4]. Локаль офистарҙа 10 меңдән артыҡ урындағы кеше эшләй[1].
Компанияның табыш капитализмламай, ә дивиденттарҙы түләүгә китә[5].
Эшмәкәрлеге
үҙгәртергәКиот протоколы шарттарын үтәү өсөн экономик үҫешеү яғынан төрлө булған илдәргә ныҡ айырылып торған ресурстар инвестициялау кәрәк[4]. Так стоимость сокращения выбросов одной тонны CO2 в Швейцарии в десять раз выше чем во Вьетнаме[4]. «South Pole Carbon» ойоштороусылары ҡалдыҡтарҙы әҙәйтеү мәсьәләһен ярлы илдәрҙә хәл итеүе һәм артабанғы үҫешкән илдәр менән эмиссион квоталар алыу яҡшыраҡ тигән һығымтаға киләләр[4]. Был осраҡта бөтөн донъя ҡалдыҡтар сығарып ташлауы әҙәйә, үҫешеп барған илдәр экологик таҙа етештереүҙе үҫтереүҙә һәм яңы эш урындарын барлыҡҡа килетереүҙә табыш ала, ә экономик яҡтан алдынғы дәүләттәр минималь түләүҙәр менән һөйләшелгән килешеүҙәрҙе эшләйҙәр[4].
«South Pole Carbon» ҡуйылған маҡсаттарҙы үтәү өсөн ҙур сәнғәт кимәле менән булған үҫешкән илдәрҙә ҡыҫҡа ваҡытта офистарын аса һәм шул илдәргә сәнәғәт ҡалдыҡтарын сығарып ташлауҙарын әҙәйтеү, экологик таҙа етештереү, ҡалдыҡтарҙы етәкләү һәм урманды тәүге хәленә ҡайтарыу буйынса программалар тәҡдим итә[4].
Парник газдарын сығарып ташлау мәсьәләләренән башҡа, «South Pole Group» компанияһы экологик мәсьәләләрҙең киң диапазонда уңайлыҡтар күрһәтә, мәҫьәлән, аҡылған һыуҙарҙы таҙартыу,. биогазды, биотопливоны һәм энергияны утилләштереү[3].
«South Pole Group» эшмәкәрлегенең йүнәлештәренең береһе — яңы проектарҙы экологик билдәләү, ә булған проектарҙы аудитлау, артабанғы экологик күрһәткестәрҙе яҡшыртыу буйынса консультациялар менән[3].
Компанияның клиенттары араһында күбеһенсә дәүләттәр һәм ҙур компаниялар[1][5].
Эшмәкәрлегенең күрһәткестәре
үҙгәртергә2008 йылға компания 100-ҙән артыҡ илдә 100-ҙән артыҡ проекты тормошҡа ашара[9].
2012 йылға компания эшмәкәрлегеның углерод диоксидының 100 миллион тоннға эквивалент булған сәнғәт ҡалдыҡтарын сығарып ташлауҙың әҙәйтеүенә килтерә[9].
2014 йылға компанияның портфелендә 250 артыҡ проект бар[5].
Бүләктәре һәм премиялары
үҙгәртергә2011 йылдың 13 декабрендә «South Pole Carbon» компанияһының ойоштороусылары һәм етәкселәре Ренат Хойбергерҙы һәм Кристоф Саттерҙы Шваба Фонды компанияла тотороҡло үҫешеүҙе һәм климат үҙгәреүе глобаль мәсьәләһен баҙар ҡарашы менән хәл итеүҙе берләштергән өсөн йыл социаль эшҡыуары тип атайҙар[1][4].
Компания үҙенең эшмәкәрлегенең төп йүнәлештәре буйынса баҙарҙа күп тапҡыр иң яҡшыһы тип атала[10][11].
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 1,5 1,6 1,7 Renat Heuberger (ингл.). Фонд Шваба (2011). Дата обращения: 18 май 2015. 2015 йыл 19 май архивланған.
- ↑ Йыш South Pole Carbon.
- ↑ 3,0 3,1 3,2 3,3 3,4 3,5 3,6 Company Overview of South Pole Carbon Asset Management, Ltd. (ингл.). Bloomberg. Дата обращения: 18 май 2015.
- ↑ 4,0 4,1 4,2 4,3 4,4 4,5 4,6 4,7 Christoph Sutter and Renat Heuberger awarded as Swiss Social Entrepreneurs of the Year 2011 (ингл.). Швабтың социаль эшҡыуарлыҡ фонды (Всемирный экономический форум) (13 декабрь 2011). Дата обращения: 18 май 2015.
- ↑ 5,0 5,1 5,2 5,3 South Pole success story (ингл.). sev.ee. Дата обращения: 18 май 2015. 2015 йыл 22 май архивланған.
- ↑ Steve Zwick. South Pole Carbon Asset Management (ингл.). ecosystemmarketplace.com (12 март 2007). Дата обращения: 18 май 2015. 2015 йыл 19 май архивланған.
- ↑ Executive Profile Renat Heuberger (ингл.). Bloomberg. Дата обращения: 18 май 2015.
- ↑ Thomas Schröder. Building climate change leadership: rebranding to south pole group (ингл.) (20 март 2015). Дата обращения: 18 май 2015.
- ↑ 9,0 9,1 Vermittler zwischen Umwelt und Wirtschaft (нем.). Neue Zürcher Zeitung (22 август 2008). Дата обращения: 18 май 2015.
- ↑ The Results Service (ингл.). Carbon Market Survey (2012). Дата обращения: 18 май 2015. 2015 йыл 24 сентябрь архивланған.
- ↑ T A k ING THE PULSE OF THE VOLUNTAR y MAR k ET (ингл.). markit.com (2013). Дата обращения: 18 май 2015. 2015 йыл 11 февраль архивланған.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Рәсми сайт: thesouthpolegroup.com