Кристоф Саттер
Кристоф Саттер (ингл. Christoph Sutter; 20 март 1973 йыл) — Швейцария эшҡыуары һәм менеджеры, South Pole Group компанияһының нигеҙләүселәренең береһе һәм етәксеһе; парник газдары (Киото протоколы һәм Эмиссион квоталары менән сауҙа итеү) буйынса эксперт[1][2][3].
Кристоф Саттер | |
Christoph Sutter | |
Тыуған көнө | |
---|---|
Тыуған урыны |
Базель, Швейцария |
Гражданлығы | |
Эшмәкәрлеге |
эшҡыуар һәм менеджер |
Балалары |
улы |
Биографияһы
үҙгәртергәКристоф Саттер 1973 йылдың 20 мартында Швейцарияның Базель ҡалаһында тыуған.
1993 йылдан алып 1999 йылға тиклем Цюрихтың Швейцария юғары техник мәктәбендә белем ала, бында тирә-яҡ мөхитте һаҡлау өлкәһендә фән магистры дәрәжәһен ала[1].
Цюрихта Ernst Basler & Partner консалтинг компанияһында эшләгәндән һуң, 2002 йылда Цюрихтың Швейцария юғары техник мәктәбенән бүленеп сыҡҡан һәм климаттың үҙгәреүе өлкәһендә ысулдар һәм стандарттар төҙөү менән шөғөлләнгән myclimate коммерция булмаған ойошманың нигеҙләүселәренең береһе була[4][5]. Ойошма эшмәкәрлегенең нигеҙе булып башлыса Кристоф диссертацияһының һығымталары булып торған[1].
Климаттың үҙгәреүе тураһында БМО-ның рамлы конвенцияһы сиктәре өҫтөндәге эшкә йәлеп ителә һәм унда өс йыл дауамында эшләй[1][2][3].
2003 йылда «Киото протоколы сиктәрендә CDM проекттарының тотороҡлоғон баһалау» (ингл. Sustainability Assessment of CDM Projects under the Kyoto Protoco) темаһына докторлыҡ диссертацияһын яҡлай, ул иң яҡшы хеҙмәт булараҡ миҙал менән билдәләнә[1][2][3].
2005 йылдың йәйендә Канаданың Торонто ҡалаһында MBA дәрәжәһен алыуға ирешә.
2006 йылда Патрик Бюрги (нем. Patrick Bürgi), Томас Камерат (ингл. Thomas Camerata) һәм Ренат Хойбергер менән берлектә South Pole Carbon Asset Management, Ltd. (хәҙерге South Pole Group) компанияһына нигеҙ һала һәм уның етәкселәренең береһе була. Был компания парник газдарын сығарыуҙы кәметеү буйынса проектарҙа, эмиссион квоталар менән сауҙа итеү һәм үҙ өлкәһендә консалтинг хеҙмәттәрен күрһәтә[1]. 2012 йылда башҡа оҡшаш йүнәлештәр буйынса эшләр өсөн компания менән етәкселек итеүҙе ҡалдыра.
Бүләктәре һәм премиялары
үҙгәртергә2009 йылда Кристоф Саттер Йәш глобаль лидер (ингл. Young Global Leaders) тип атала[6].
2011 йылдың 13 декабрендә South Pole Carbon Asset Management, Ltd. компанияһында эшмәкәрлектәре өсөн Ренат Хойбергер менән берлектә Швабтың социаль эшҡыуарлыҡ фонды менән йыл социаль эшҡыуары тип атала[7].
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 1,5 Vermittler zwischen Umwelt und Wirtschaft (нем.). Neue Zürcher Zeitung (22 август 2008). Дата обращения: 18 май 2015.
- ↑ 2,0 2,1 2,2 Christoph Sutter (ингл.). Bloomberg. Дата обращения: 18 май 2015.
- ↑ 3,0 3,1 3,2 Christoph Sutter (ингл.). Всемирный экономический форум. Дата обращения: 18 май 2015.
- ↑ Renat Heuberger (ингл.). Всемирный экономический форум. Дата обращения: 18 май 2015.
- ↑ Renat Heuberger (ингл.). Фонд Шваба (2011). Дата обращения: 18 май 2015. 2015 йыл 19 май архивланған.
- ↑ WEF nominiert Christoph Sutter als Young Global Leader (нем.). news.ch (25 февраль 2009). Дата обращения: 18 май 2015.
- ↑ Christoph Sutter and Renat Heuberger awarded as Swiss Social Entrepreneurs of the Year 2011 (ингл.). Швабтың социаль эшҡыуарлыҡ фонды (Всемирный экономический форум) (13 декабрь 2011). Дата обращения: 18 май 2015.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Curriculum Vitae: Christoph Sutter, Ph.D. 2012 йыл 2 июнь архивланған.
- Teilzeit arbeiten mit Strategie 2015 йыл 19 май архивланған..
- Интервью: