QIWI

Рәсәй түләү сервисы

QIWI төркөмө (QIWI plc) — Рәсәй түләүҙәр сервисы. Элемтә каналдарын, стационар һәм мобиль ҡорамалдарын файҙаланып түләүҙәр башҡарыу мөмкинлеген биреүсе электрон түләү системаһынан ғибәрәт. QIWI клиенттары ҡулаҡса, аҡса һалынған карталар һәм ҡулаҡсаһыҙ хисаплашыу ысулдарын ҡулланып, магазиндарҙа ла, Интернет аша ла тауарҙар һәм хеҙмәттәр хаҡын түләй ала. Ҡулаҡсалы һәм электрон хисаплашыуҙар берҙәм системаға берләштерелгән. Система ярҙамында коммуналь хеҙмәттәр, элемтә хеҙмәттәре өсөн түләргә, банк кредиттары буйынса хисаплашырға, авиация һәм тимер юл билеттары һатып алырға мөмкин. Мультиплатформалы QIWI сервисы түләүҙәрҙе QIWI-терминалдар, Интернет, мобиль платформалар ҡушымталары аша башҡарырға мөмкинлек бирә. Visa QIWI Wallet ярҙамында түләүҙәр өсөн кисектереү мөҙҙәтен билдәләргә, түләү ваҡыты яҡынлашыу тураһында хәбәр биреүҙе көйләргә, башҡарылған түләүҙәр буйынса деталләштереү алырға һәм кәрәкле реквизиттарҙы түләү системаһында һаҡларға була. Система Рәсәй Федерацияһы территорияһын, БДБ илдәрен һәм элекке СССР составында булған республикаларҙы солғай.

QIWI
Нигеҙләү датаһы 2007
Логотип
Дәүләт  Рәсәй
Ойоштороу-хоҡуҡ формаһы Δημόσια Εταιρεία Περιορισμένης Ευθύνης με μετοχές[d][1]
Совокупные активы 83 315 000 000 ₽ (2020)[2]
Дөйөм килем 40 622 000 000 ₽ (2020)[2]
Чистая прибыль 8 938 000 000 ₽ (2020)[2]
Операционная прибыль 14 064 000 000 ₽ (2020)[2]
Бойһонған ойошма (филиал) Киви Банк (АО)[d]
Милке Киви Банк (АО)[d]
Штаб-фатирҙың урынлашыуы Мәскәү, Рәсәй
Никосия, Кипр Республикаһы
Биржа Мәскәү биржаһы[d] һәм Nasdaq[3]
Рәсми сайт qiwi.com
Социаль селтәрҙә күҙәтеүселәр 12 748 һәм 7260 ± 9[4]
 QIWI Викимилектә
  • QIWI төркөмө 2007 йылда ойошторола[5].
  • Шул уҡ йылды QIWI терминалдарында «Шәхси кабинет» сервисы булдырыла, һуңынан ул «QIWI Янсыҡ» («QIWI Кошелёк») тип атап алып кителә. Тулы хоҡуҡлы түләү инструментының бер нисә интерфейсы бар: сайт, мобиль платформалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн ҡушымталар, шулай уҡ аҡса индереүҙең төрлө ысулдары[6].
  • 2008 йылда QIWI бренды иғлан ителә һәм тәүлек әйләнәһенә эшләүсе Ҡулланыусыларға ярҙам буйынса берҙәм хеҙмәт эшләй башлай[7].
  • 2009 йылда «Моменталь Түләүҙәр Берләштерелгән Системаһы» һәм «e-port төркөмдәре» компаниялары берләшә[8].
  • 2011 йылдың 15 мартында Qiwi компанияһы «Яндекс.Деньги», Delta Key, IntellectMoney, Money Money, MoneyMail, «RBK Money», WebCreds, Webtransfer, Z-Payment, «Монета.ру» һәм «Рамблер плюс» электрон аҡса системалары өсөн түләүҙәр ҡабул итеүҙе туҡтата[9].
  • 2012 йылдың ноябрендә Visa менән QIWI глобаль партнёрлыҡ тураһында договорға ҡул ҡуя, уның сиктәрендә QIWI Янсыҡ Visa QIWI Wallet ко-брендингы продуктына әйләнә[10].
  • 2016 йылдың апрелендә Qiwi эшенә блоклы сынйырҙар технологияһы (blockchain) индерелә[11].
  • QIWI түләүҙәр системаһын нигеҙләгән Андрей Романенко компания етәксеһе вазифаһынан китә һәм үҙендәге акцияларҙы һата[12].
  • 2016 йылдың ноябрендә Украинаның Милли банкы үҙ дәүләте территорияһында 4 сауҙа маркаһы — Webmoney, Яндекс. Деньги, QIWI Wallet, Wallet one/Единый кошелек — электрон аҡсаларын ҡулланыуҙы тыя.
  • 2017 йылдың октябрендә Qiwi компанияһы «Открытие» банкынан брендҡа хоҡуҡты һәм Рокетбанк менән «Точка» банк сервисы программа тәьминәтен һатып ала. Был хаҡта Qiwi генераль директоры Сергей Солонин белдерә[13].

Мөмкинлектәр

үҙгәртергә

Система мөмкинлектәре менән Рәсәйҙең бөтә территорияһындағы QIWI терминалдары аша файҙаланырға була. QIWI ҡулланыусылары түләүҙәр башҡара, аҡса күсерә, штрафтар, телефон элемтәһе һәм Интернет-провайдерҙар өсөн түләй ала. Виртуаль һәм пластик VISA дебет түләү карталары сығарырға сығарарға була[14].

Рәсәйҙән тыш, QIWI түләү сервисы тағы ете илдең баҙарында (Румыния, Бразилия, Ҡаҙағстан, Беларусь, Молдова, Иордания, АҠШ) эшләй, тағы 15 илдә франчайзинг моделе буйынса эш итә.

QIWI түләү сервисы аша башҡарып була торған түләү төрҙәре:

  • мобиль элемтә операторҙары;
  • интернет-провайдерҙар, IP-телефония, коммерция телевидениеһы хеҙмәттәре операторҙары;
  • электрон түләү системалары;
  • MLM компаниялары;
  • онлайн-уйындар;
  • контент-провайдерҙар һәм агрегаторҙар;
  • торлаҡ-коммуналь һәм стационар элемтә компаниялары хеҙмәттәре;
  • интернет-магазиндар һәм башҡалар.

Акционерҙары

үҙгәртергә

Акцияларҙы биржала урынлаштырғанға тиклем компания хужалары:

  • Компания менеджменты, шул иҫәптән генераль директор Андрея Романенко (уларҙа акцияларҙың 63,7 проценты була);
  • Mail.Ru Group (2011 йылдан системалағы үҙ өлөшөн 21,4 процент кимәленә төшөрөп кәметә);
  • 2011 йылдың 18 ғинуарында япон компанияһы «Mitsui Fudosan» компанияның 14,9 процентын һатып ала[15].
2013 йылдың 3 майында QIWI plc акциялары беренсе тапҡыр NASDAQ биржаһына урынлаштырыла. Күп акциялар һатылыу сәбәпле, эре акционерҙарҙағы акциялар һаны кәмей кәмей[16]. 

2013 йылдың 8 октябрендә компанияның Америка депозитындағы акциялары (ADS) Мәскәү биржаһының Инновациялар һәм инвестициялар баҙары секторында әйләнешкә сыға[17].

Ҡаҙандың элекке сити-менеджеры Марат Заһиҙуллов 2013 йылда Qiwi India’ның 25 процент акцияларына эйә була[18].

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. (unspecified title)
  2. 2,0 2,1 2,2 2,3 Qiwi Annual Report 2020
  3. QIWI plc // (unspecified title)
  4. Интерфейс программирования приложения YouTube
  5. История
  6. «Личный Кабинет QIWI», официальные итоги 2008 года. Блог компании QIWI Кошелёк, Хабрахабр.
  7. m3m.ru — Компания ОСМП выводит на рынок новый розничный бренд — QIWI 2014 йыл 17 май архивланған.
  8. Генеральный директор компании ОСМП Владимир Лопатин: «В 2010 году ОСМП достигнет не менее впечатляющих результатов, чем в 2009 году, за счет освоения новых сегментов»
  9. QIWI больше не нужны чужие интернет-кошельки 2013 йыл 28 февраль архивланған.
  10. Qiwi и Visa заключили стратегическое партнёрство, Газета.ru.
  11. ВЕДОМОСТИ — Qiwi внедрила технологию блочных цепей
  12. Основатель QIWI продал акции и покинул компанию, РБК. 10 июнь 2017 тикшерелгән.
  13. Qiwi выкупила права на Рокетбанк и «Точку» — Meduza  (рус.), Meduza. 5 октябрь 2017 тикшерелгән.
  14. 424(B)(4)
  15. Mitsui приобрела 14,9 % платёжной системы Qiwi
  16. Qiwi провела биржевой платёж
  17. Qiwi 2014 йыл 16 декабрь архивланған.
  18. Qiwi попала под "Смерч" – Газета Коммерсантъ № 95 (5127) от 05.06.2013, archive.is (13 февраль 2018). 13 февраль 2018 тикшерелгән.